Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 858


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӘНӘҒӘТ ИТЕҮ
Маянһылыуҙың был уйына бик ҡәнәғәт була, уны ҡосаҡлап алып күкрәгенә ҡыҫа. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠӘНӘҒӘТ ИТЕҮ (ҡәнәғәт ит-) ҡ. ҡар. ҡәнәғәт булыу. Бары менән ҡәнәғәт итеу. М Башҡалар күҙенә уны [Ғәлиҙе] ҡәнәғәт итеп күрһәткән ғаиләүи тормошо ла уның өсөн бары хистәр көрәшә торған бер майҙан булып һиҙелә башланы. Ғ. Хәйри. [Билал — Саттарға:] Шул байлығыңа ла ҡәнәғәт итә алмайһың, берҙән-бер ҡыҙ балаңды бер батрактың пособиеһына ташламаҡсы булаһың. А. Таһиров. • Барына ҡәнәғәт ит, юғына сабыр ит. Мәҡәл. Аҙға ҡәнәғәт итмәгән күбен күрмәҫ. Мәҡәл.
ҠӘНӘҒӘТЛЕК (ҡәнәғәтлеге) (Р.: довольство; И.: contentedness; T.: kanaat) и.
Ҡәнәғәт булған хәл. □ Довольство, удовлетворение. Ҡәнәғәтлек белдереү. Ҡәнәғәтлек тойоу. ■ Тәүбә, тәүфиҡ билгеһе — ҡәнәғәтлек, ғәмәлһеҙ була күрмә, малға ҡарап. М. Аҡмулла. Шундай ҡәнәғәтлек, тормош менән ризалыҡ бар ине әбейҙең ҡиәфәтендә, йән тыныслығы һирпелә ине. Г. Ғиззәтуллина. Ҡағандың күңелен ҡәнәғәтлек биләй барҙы. Б. Рафиҡов. • Байлыҡ — бер айлыҡ, ҡәнәғәтлек — ҙур байлыҡ. Мәҡәл.
ҠӘНӘҒӘТЛӘНДЕРЕҮ (ҡәнәғәтләндер-) (Р: удовлетворять; И.: satisfy; T: memnun etmek) ҡ.
Ҡәнәғәтлек, ризалыҡ тойғоһо биреү. □ Удовлетворять. // Удовлетворение. Халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Үтенесте ҡәнәғәтләндереү. ■ [Рәсүл — Мә-ҙигә:] һәр кем үҙ теләген ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Булдыра алһа. Д. Бүләков. Ата-әсәһенән ҡалған мираҫ Хажисолтанды ҡәнәғәтләндермәне. Я. Хамматов.
ҠӘНӘҒӘТЛӘНЕРЛЕК I (Р: удовлетворительный; И.: satisfactory; T: memnunluk verici) с.
1. Ниндәйҙер талапҡа яуап биргән, яҡшы. □ Удовлетворительный, сносный. Ҡәнәғәтләнерлек эш.
2. Шаҡтай тулы, дөрөҫ. □ Удовлетворительный, правильный. Ҡәнәғәтләнерлек яуап биреү. М Саяф һорауына ҡәнәғәтләнерлек яуап ала алманы. С. Агиш. Айнур ҙа уға [Аталмасовҡа] эш буйынса ҡасан ғына мөрәжәғәт итмәһен, һәр саҡ ҡәнәғәтләнерлек яуап һәм конкрет ярҙам ала ине. Н. Мусин.
ҠӘНӘҒӘТЛӘНЕРЛЕК II (Р: удовлетворительно; И.: satisfactorily; T.: geçerli) р.
Яҡшы, һәйбәт, риза булырлыҡ. □ Удовлетворительно, сносно. Ҡәнәғәтләнерлек эшләү. ■ Дауаханала ауырыуҙарҙың туҡла-ныуы ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип ялыу менән килгәйне ул [врач]. Т. Ғарипова. Ҡабул ителгән ҡарарҙа дөйөм йыйылыш: «Йорт башҡармаһының эшләгән эштәре ҡәнәғәтләнерлек», — тип тапты. Ғ. Дәүләтшин. Ғәләмшә әбей олоғайып бара. Шуның өҫтөнә уның һаулығы ла ҡәнәғәтләнерлек түгел. С. Агиш.
ҠӘНӘҒӘТЛӘНЕҮ (ҡәнәғәтлән-) (Р: довольствоваться; И.: be content/satisfied (with); T.: kanaat etmek) ҡ.
1. Ҡәнәғәт булыу, ҡәнәғәтлек алыу.
□ Довольствоваться, удовлетворяться. // Довольство, удовлетворение. Тормош менән ҡәнәғәтләнеү. Н Нисек кенә булмаһын, команда составына, шул иҫәптән Ҡүсимовка ла, был дивизияла хеҙмәт итеү эске ҡәнәғәтләнеү бирмәне. Р. Өмөтбаев. Клубта президиум өҫтәле артында үҙенең кем икәнен бик белеп, бик рухланып, бик ҡәнәғәтләнеп ултыра депутат Йәмил. Ф. Әсәнов.
2. Булғаны менән риза булыу. □ Довольствоваться, удовлетворяться, ограничиться (тем, что есть). // Довольство, удовлетворение. Кисәге аш менән ҡәнәғәтләнеү. ■ Ул [Ғәләү] быға тиклем ҡалған аш ашап ҡына ҡәнәғәтләнә ине. Т. Йәнәби.
ҠӘНӘҒӘТСЕЛ (Р: нетребовательный; И.: undemanding; T.: kanaatkâr) с.
Һәр нәмәгә ризалыҡ менән ҡараусан.
□ Нетребовательный, скромный. Ҡәнәғәтсел кеше.
858