ҠӘНӘҒӘТ БУЛЫУ
класс уҡыусыларына коньки, саңғы, Сәрби әбейҙең Райхан исемле ҡыҙына ҡумта, ҡәләм һауыты эшләп бирҙе. Я. Хамматов.
ҠӘЛӘМ ЭЙӘҺЕ (Р.: писатель; И.: writer; T.: kalem sahibi) и.
Яҙыу оҫтаһы; яҙыусы. □ Писатель.
■ һәр бер ҡәләм эйәһе был хистән [мөхәббәттән ] үҙенсә ҡеүәт, илһам, йәшәү көсө ала. «Ағиҙел», № 4, 2010.
ҠӘМБӘРГӘН и. зоол. диал. ҡар. ҡәлмәргән. Ҡәмбәргән балаһы. Ҡәмбәргән ояһы.
ҠӘМӘР I [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. ай 1,1.
■ Ҡәмәр кеуек йөҙөгөҙҙө күҙем туя мин күрмәнем. Бәйеттән.
ҠӘМӘР II [фарс. | (Р.: камар; И.: wide male sash; T.: kemer) и. этн.
1. Ҡашлы ҡаптырма, алтын-көмөш, уҡа-мәрйен менән биҙәлгән яҫы ирҙәр билбауы. □ Камар (широкий мужской пояс, украшенный металлическими или серебряными бляхами с агатом, сердоликом или бирюзой, с красивой гравированной пряжкой). ■ Салауат, .. үҙенең бик ҡиммәтле ҡәмәренән дүрт тәңкәһен алып, балаларға өләшкән. Риүәйәттән. Ҡулына Ҡуҙый-күрпәстең ҡама туны менән көмөш ҡәмәрен тотҡан ҡутыр башлы ҡолтор таҙ атына атланып китә алмай аҙаплана ине, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Тотош аҡтан кейенеп, билен көмөшлө ҡәмәр менән быуып ебәргән Аҙнағол, ҡоласын киң йәйеп, кәмәлә аяғүрә баҫып килә. 3. Биишева.
2. миф. Ир-егеттең көс-ҡеүәтен, күңелен һаҡлау көсөнә эйә булған мифлаштырыл-ған предмет. □ Пояс (мифологизированный предмет, выполняющий обережную функцию; хранитель силы, неуязвимости, души мужчины). Ҡәмәр быуыу.
ҠӘМӘРСЕК (ҡәмәрсеге) и. зоол. диал. ҡар. аҡ сәпсек. Ҡәмәрсек ояһын туҙҙырыу. Ҡәмәрсек атыу.
ҠӘНД [фарс. и. иҫк. ҡар. шәкәр.
■ һыу өҫтөндәге ҡамыштың асылы бер-ҙер, нәҫеле бер, бәғзеһенән ҡәнд алырҙар, бәғзеһенән — бурыл. Мөнәжәттән.
ҠӘНДИЛ [ғәр. J^] и.
1. иҫк. ҡар. шәм. Я Янһын әйҙә нурлы ҡәндил көн һайын, әйҙә, баҡһындар мәләктәр төн һайын. Ш. Бабич. Мәмерйәгә ҡояш нуры инмәй, көмбәҙле түшәменә ике рәт булып аҫылған һигеҙ ҡәндил менән яҡтыртыла икән. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Шәмде күп итеп ҡатарлап ҡуя торған шәм төбө. □ Канделябр. Я Тамсыланып торған гәлсәр ҡәндил йәшел хәтфә пәрҙә менән биҙәлгән. С. Агиш.
ҠӘНӘҒӘТ I [ғәр. ocUi AcUi] (Р.: довольный; И.: pleased; T.: kanaat) с.
Булған эш-хәлгә ҡарата ризалыҡлы. □ Довольный, удовлетворённый. Ҡәнәғәт ир. Ҡәнәғәт ҡараш. Ҡәнәғәт тормош. Я Заманында үҙенең уҡымай ҡалыуына [Сәмиҙең] йәне көйҙө, тәҙрәләрҙән ишетелгән күңелле, ҡәнәғәт тауыштарҙан йөрәге ярһыны. Ә. Әминев. Әбейҙәр, бөгөлөп эшләүҙән талсыҡҡан билдәрен яҙып, башҡарған эштәренә ҡәнәғәт төҫтә ҡул йыуырға килделәр. Ш. Янбаев. Тихон Павлович, яңы ғына төшкө аш өҫтәле артынан тороп, ҡәнәғәт төҫ менән ҡунаҡ бүлмәһендә төрөпкәһен тартып ултыра ине. М. Хужин.
ҠӘНӘҒӘТ II [ғәр. (Р: довольно; И.: contentedly; T.: kanaat) р.
Риза булып. □ Довольно, удовлетворённо. Ҡәнәғәт йәшәү. Ҡәнәғәт йылмайыу. Я Ҡулыңдағы булғаныңа ҡәнәғәт ҡыл, бил һындырып, байҙарҙан һорай күрмә. М. Аҡмулла. Өс көндән хакимиәт башлығы, ысынлап та, килде һәм, ауыл, ихаталар, баҫыу-яландар буйлап йөрөп, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр менән, нигеҙҙә, ҡәнәғәт ҡалды. Ә. Әминев. Тәҡбировтың туң сырайына үҙ-үҙенән ҡәнәғәт булыу билдәһе сыҡты. Н. Мусин.
ҠӘНӘҒӘТ БУЛЫУ (ҡәнәғәт бул-) (Р.: довольствоваться; И.: be content; T.: kanaat etmek) ҡ.
Ҡәнәғәтләнеү, риза булыу. □ Удовлетворить кого, что', довольствоваться чем. Аҙға ҡәнәғәт булыу. Я Ҡарт, яуапты ишеткәс, бик ҡәнәғәт була, ҡыуанысынан ейәнен ҡосаҡлап ала. Риүәйәттән. Ҡүҙыйкүрпәс
857