Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 856


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡәләмдәш
3. кусм. Яҙыу белеме. □ Грамота (умение читать и писать). Ҡәләм белеу. • Ҡәләм тотҡан әрәм булмаҫ. Мәҡәл.
4. кусм. Яҙыу һәләте, ижад оҫталығы; ижад. □ Способность к творчеству, писательству; творчество. Ҡәләме менән танылыу. Уның ҡәләме уткер. ■ Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм яҙмышы уҙенең егәрле тикшеренеуселәрен, ижадсының талантына бәрәбәр ҡәләм оҫтаһын көтә әле. Р. Шәкүр. Өмөтбаев мәғрифәт юлы менән кешеләрҙең аңын, донъяны ағартыу өсөн мәғариф, уҡытыу-тәрбиә эшенә кусә. Ҡәләм хеҙмәтен дә шул эшкә егә. Ғ. Хөсәйенов.
♦ Ике ҡәләм башҡорт һәм рус яҙыуы. □ Знать и башкирское, и русское письмо. Ике ҡәләмде лә белеу. ■ Уны [Ғариф старостаны] маҡтап, «ике ҡәләмде лә белә», тип йөрөтәләр. Ж. Кейекбаев. [Йәнгир — Ғәлимгә:] Бына беҙҙең Ғәлим ҡайтҡан, тим. Ике ҡәләмгә оҫта. Д. Юлтый. Ҡулға ҡәләм алыу ижад эшенә тотоноу, яҙыша башлау. □ Взяться за творческий труд. ■ Әҫәр яҙырға ҡулына ҡәләм алғанда уның [Сәлимдең] бәғзе йәштәше биш-алты китап сығарып, «әҙип әһеле» булып алғайны инде. «Ағиҙел», № 4, 2010. Ҡәләмгә (йәки ҡәләм осона) алыу яҙып алыу. □ Брать на заметку. N [Фәрит] блокнотына .. ауырыуҙар араһында ишеткән образлы һуҙҙәр, һөйләмдәрҙе лә: «Эшләй башлағас, кәрәге булыр»,— тип ҡәләм осона ала бара. Ф. Әсәнов. Мө-хәммәтсәлим Өмөтбаев [халыҡ ижадын] тыңлап, әҫәрләнеп кенә ҡалмаған, әлбиттә, кубеһен куңеленә, зиһененә һеңдереп, бай-тағын ҡәләм осона алған. Ғ. Хөсәйенов.
ҠӘЛӘМДӘШ (Р.: соратник по перу; И.: fellow writer; T.: kalem erbabı) и.
Бер үк яҙма ижад әлкәһендә эшләгән кеше. □ Соратник по перу. М Сараға юбилярҙың ҡәләмдәштәре һәм ижадын һөйөу-селәр йыйылды. Интернет селтәренән. Дан-шөһрәткә иҫе китмәй генә донъя йөгөн тарта ҡәләмдәш. Т. Ғәниева. Ҡәләмдәштәренең
ғәҙел кәңәшен, ҡабул итергә яраған иҫкәрмәләрен кире ҡаҡмаҫ Искәндәр. Ә. Хәкимов.
ҠӘЛӘМКӘШ [фарс. (Р.: делопроизводитель; И.: office secretary; T.: kayıt memuru) и. иҫк.
Эш ҡағыҙҙарын яҙып барыусы. □ Делопроизводитель, регистратор. Ҡәләмкәш булып урынлашыу. Ҡәләмкәш вакансияһы. Ҡәләмкәш өҫтәле.
ҠӘЛӘМЛЕ (Р: с карандашом; И.: with pencils; T.: kalemli) с.
1. Ҡәләме булған, ҡәләм менән. □ С карандашом, карандашами. Ҡәләмле пенал.
2. Яҙыу эшенә һәләтле. □ Способный к писательскому делу. Үткер ҡәләмле журналист. Осло ҡәләмле тәнҡитсе. ■ /Мөхтәр Хәсәндең] әҫәрҙәре йылғыр ҡәләмле журналист яҙмаларын хәтерләтһә лә, башҡорт әҙәбиәтендә ул тарихи-революцион тематикалы балалар өсөн яҙылған уҡымлы әҫәрҙәре менән билдәле. Интернет селтәренән. 70-се йылдар башына тиклем Ә. Хәкимов уткер куҙле, ҡыйыу ҡәләмле тәнҡитсе, уҙ аллы фекер йөрөтөусе ғалим булып танылғайны. Р. Байымов.
ҠӘЛӘМ ТИБРӘТЕҮ (ҡәләм тибрәт ) (Р: сочинять; И.: write now and then; T.: kalem oynatmak) ҡ.
Ҡәләм тотоу, яҙышыу, ижад итеү. □ Сочинять. ■ Хәҙисә Барласовнаның кәңәше, юллауы менән ул [Искәндәр] институтҡа кусте. Тап шул мәлдә ныҡлап ҡәләм тибрәтә башланы ла. Ә. Хәкимов. Ноғманда ҡәләм тибрәтеу һәләте лә юҡ тугел. Ғ. Хөсәйенов.
ҠӘЛӘМФЕР и. бот. һөйл. ҡар. ҡәнәфер II. ■ Йәнлек кенә тауҙың уңерендә һе-ләуһенкәй йөрөй, ем тапмай; баҙыян менән ҡәләмферҙәр ҡапмай, янған йөрәктәрем йәм тапмай. Халыҡ йырынан. Баҙыян да менән ҡәләмферҙе бергә ҡушһаң, дарыу булмаҫмы? Янып ҡына барған йөрәгемә бер йырлаһам, арыу булмаҫмы? Халыҡ йырынан.
ҠӘЛӘМ ҺАУЫТЫ (Р: пенал; И.: pencil case/box; T.: kalem kutusu) и.
Ҡәләм һалып йөрөтә торған ҡапҡаслы ҡумта. □ Пенал. ■ [Миңлеғәле] беренсе
856