Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 855


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡәләм
Бер еңгәне лә еңеп, көмөш балдағын ала алмағас, ҡайһылай итеп ҡәйнеш булып йөрөгән булаһың! һ. Дәүләтшина.
ҠӘЙНӘ (Р.: свекровь; И.: mother-in-law; T.: kaynana) и.
Ирҙең әсәһе (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың әсәһе (иренә ҡарата). □ Свекровь, тёща. М [Кинйә:] Сәсем оҙон булһа ла, аҡылым юйҙым, ҡәйнәкәй, яуыз Янбай һуҙенә мин алдандым, ҡәйнәкәй. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Был һамаҡты ишетеу менән, [Барсынһылыуҙың] ҡәйнәһе ишекте шар асып ебәрҙе, ти. «Алпамыша». • Килен ҡәйнә тупрағынан ярала. Мәҡәл. Яман ҡәйнә йомортҡанан йөй табыр. Мәҡәл. Кәйнәһенә курә килене. Мәҡәл.
ҠӘЙНӘ ТЕЛЕ (Р: тёщин язык, сансевие-рия; И.: mother-in-law’s tongue; T.: peygamber kılıcı) и. бот. диал.
Ҡоро, ташлы ерҙә үҫеүсе, һабаҡһыҙ, ҡыяҡ япраҡлы, әрһеҙ бүлмә гөлө. □ Тёщин язык, сансевиерия (комнатный цветок) (лат. Sansevieria trifasciatd).
ҠӘЛБ [ғәр. ^İS] и. иҫк. кит. ҡар. йөрәк. ■ [Ғилметдин — шағирға:] Иҫән-аман Каһирәгә килеп етеуең ҡәлбемде ҡыуанысҡа тултырҙы, рәхим ит! Ә. Хәкимов. [Шәкерт:] Алған һабағым һаман ҡәлбемдә, һалған ғилемең мәңге ғаҡылымда, остаҙым! Ғ. Хөсәйенов. [Ғәлиҙең] ҡәлбенә һалҡын һыу ҡойған һымаҡ булып китте. М. Ғафури.
ҠӘЛБИ (Р: сердечный; И.: cordial; T.: kalbi) с. иҫк.
Ихлас, саф күңелле, ысын күңелдән. □ Сердечный, душевный, искренний. Ҡәл-би теләк.
ҠӘЛБӘН (Р: искренне; И.: sincerely; Т.: kalben) р. иҫк. кит.
Ихлас йөрәктән, ысын күңелдән. □ От чистого сердца, искренне. Кәлбән һөйләшеу.
ҠӘЛҒӘ [ғәр. (р.: крепость; И.: fortress; T.: kale) и. иҫк.
Һөжүмдән ҡурғаныу өсөн төҙөлгән хәрби нығытма; крепость, форт. □ Крепость (укреплённое место с долговременными оборонительными сооружениями). Боронғо ҡәл
ғә. Кәлғә диуарҙары. ■ Батша юлы ҡанһыҙ булмай. Дар ағастары һәр ҡәлғәлә ҡалды. Ғ. Ибраһимов. [Старшина:] Уй, Ур, Илек йылғалары буйлап яңы нығытмалар тартыла, ҡәлғәләр һалына. 3. Ураҡсин. Ваҡытлыса ғына хужа булған нуғайҙар был илдә ҡәлғәләр нигеҙләп өлгөрмәгәндәрҙер. М. Өмөтбаев.
ҠӘЛМӘРГӘН (Р: скопа; И.: osprey; Т: bahk kartalı) и. зоол.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, балыҡ тотоп ашай торған, ҡараһыу ҡанат һәм ҡойроҡло, аҡ ҡорһаҡлы йыртҡыс ҡош; балыҡсы ҡарсыға. □ Скопа (лат. Pandion haliaetus).
■ Ҡәлмәргән, башлыса балыҡ, һирәкләп тәлмәрйен, ваҡ ҡош-ҡорт менән туҡлана.
Э. Ишбирҙин. Башҡа ҡоштарҙан айырмалы рәуештә, ҡәлмәргән рационы 99%-ҡа балыҡтан тора. Интернет селтәренән. Мәмерйәләрҙә баш тубән аҫылынып тороусы ярғанаттар байтаҡ, ҡая тишектәренә кук кугәрсендәр оя ҡорған, йылға өҫтөндә балыҡсы ҡарсығалар — ҡәлмәргән оса. Р. Хажиев.
ҠӘЛМӘРЕН и. диал. ҡар. кармазин.
■ Ҡәлмәренкәй сәкмән туҙмай, тиҙәр, ең осонан ҡырылып туҙа икән. Халыҡ йырынан.
ҠӘЛӘМ [ғәр. е15] (Р: карандаш; И.: pencil; T: kalem) и.
1. Нәҙек ағас эсенә буяҡлы үҙәк ҡуйылған яҙыу-һыҙыу ҡоралы. □ Карандаш. Ҡәләм осо. Ҡәләм ослау. Ҡыҙыл ҡәләм. ■ Ҡәләм алдым, хаттар яҙҙым, илдәремә барһын тип. Бәйеттән. Иштуған, урындыҡҡа һуҙылып ятып, ҡәләмде ауыҙға ҡабып төкөрөкләй-төкөрөкләй, Сәлимәнән Хамматҡа хат яҙҙы.
3. Биишева. Аҡ ҡағыҙҙа ҡәләм юрғаланы, юл артынан юл ятты. Ғ. Хисамов. • Ҡәләм ҡылыстан уткер. Мәҡәл.
2. Һәр төрлө яҙыу-һыҙыу ҡоралы. □ Письменные принадлежности. Ҡамыш ҡәләм. Я Һауаларҙан килә ике аҡҡош, ҡанаттарын алдым ҡәләмгә. Халыҡ йырынан. Ҡаҙ ҡанаты ҡәләм булыр яҙыу белгән әҙәмгә. Халыҡ йырынан.
855