ЛИСАН
тураһындағы бәйеттәр серияһы был жанрҙа героик-эпик традицияларҙың күпмелер һүрәнәйеп, икенсе планға күсә барыуы, лиро-эпик формалар алғараҡ сығыуы, тарихи йырҙар менән осрашыуы тенденцияһын таныта. Б. Байымов.
ЛИСАН [ғәр. jtJ] (Р.: язык; И.: language; T.: lisan) и. иҫк. кит.
Үҙ-ара аралашыу хеҙмәтен үтәгән өндәр һәм лексик-грамматик саралар системаһы; тел, телмәр. □ Язык, речь. Башҡорт лиса-ны. Төрөк лисаны. ■ Бына рәхмәт! Тәнре ярлыҡаһын «Шура» эйәһен! «Шура»ның ошо лисандарында аҫыл телебеҙҙе оноттормаҫҡа һәр түбәгә бер-ике әҙәм асыл телде гел шул тел менән генә һөйләшергә лә, яҙырға ла димләүенә. Ғ. Кейеков. Ауыҙын һаҡлайҙыр кеше йыландан, һәләк булыр эсендәге лисан-дан. М. Өмөтбаев. [Әмирханов — Фәйзул-линға:] Совет тигән һүҙ — кәңәш тигән һүҙ. Беҙҙә киң демократия, хөрриәте лисан, мин быны шулай аңлайым. С. Агиш.
ЛИСКА (Р.: моська; И.: pug-dog; Т.: buldoğa benzeyen ufak bir cins köpek) и. диал.
Сәүек эт. □ Моська. Лискалары өрөп сыҡты.
ЛИСКӘ с. диал. ҡар. тоҡор.
ЛИСТАЛЫ БАЛАУЫҘ (Р: воск, готовый для улья; И.: kind of wax; T.: balmumu) и. умарт. диал.
Умартаға ҡуйыу өсөн әҙер балауыҙ. □ Воск, готовый для улья. Диеталы балауыҙ ҡуйыу.
ЛИСТОВКА [рус.] (Р: листовка; И.: leaflet; T.: bildiri) и.
Көн үҙәгендә торған, ғәҙәттә, сәйәси йөкмәткеле, агитацион йүнәлешле баҫма йәки ҡулдан яҙылған ҡағыҙ. □ Листовка. Агитация листовкаһы. Листовка сығарыу. Листовкалар баҫтырыу. ■ Ниндәйҙер ҡыйыу кешеләр Өфөлә, Екатеринбургта, хатта баш ҡаланың үҙендә — Петербургта сығарған брошюра һәм листовкалар, гәзиттәр һирәк-һаяҡ булһа ла бында ла күренгеләй башланы. Н. Мусин. [Тулыбай — кешеләргә:] Ана, ҡоймалағы листовкаларҙы уҡығыҙ! Д. Бүләков. Бының өҫтөнә, тәртип ни тиклем ҡаты
булмаһын, лазаретҡа әленән-әле боласыл листовкалар һарҡылып инә. Ә. Хәкимов.
ЛИСӘН и. диал. ҡар. ләйсән. Лисән яуғанда, көн йылы була.
ЛИСӘСӘК (лисәсәге) (Р: обрезок; И.: scrap; clipping; T.: kesinti) и. диал.
Ҡырҡҡандан ҡалған ваҡ-төйәк киҫәк; ҡырҡынды. □ Обрезок, отрезок; обрубок. Туҡыма лисәсәге. Тимер лисәсәге. Таҡта лисәсәге.
ЛИТ (Р: лит; И.: monetary unit; T.: Litvaniya'nin para birimi) u.
Литваның аҡса берәмеге. □ Лит (денежная единица Литвы).
ЛИТАВРА [рус. < гр. (po)ly + taurea] (Р: литавра; И.: kettledrum; Т.: timbal) и. муз.
Боронғо һуҡма музыка ҡоралы. □ Литавра (ударный музыкальный инструмент древнего происхождения). Литавра һуғыу. Литаврала оҫта уйнау.
ЛИТАВРАСЫ (R: литаврщик; И.: kettledrummer; Т.: timbalci) и.
Литаврала уйнаусы музыкант. □ Литаврщик, литаврист. Оҫта литаврасы.
ЛИТВА (Р: литовец, И.: Lithuanian; Т.: Litvanyalı) и. этн.
Литва Республикаһының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Литовец. / Литовский. Литва халҡы. Литва теле. Литва кешеһе.
ЛИТВАСА (Р: по-литовски; И.: in Lithuanian; T.: Litvanyaca) р.
1. Литва телендә. □ По-литовски. Литваса һөйләшеү.
2. Литвалар кеүек. □ По-литовски. Литваса бейеү. Литваса кейенеү.
ЛИТЕР I [рус. < лат. littera] (Р: литер; И.: travel warrant; T.: bir belge) и.
Бушлай йөрөү, йөк йөрөтөү йәки льгота менән файҙаланыу өсөн ниндәйҙер хәреф менән күрһәтелгән танытма. □ Литер (свидетельство для бесплатного или льготного проезда или провоза груза). Хәрби литер.
ЛИТЕР II [рус. < лат. littera] (Р.: литера; И.: character; T.: harf) и.
1. иҫк. Хәреф. □ Литера (буква). Яҙыу машинкаһында литер йыйыу.
2. полигр. Кире яғы менән хәреф йәки башҡа тамға төшөрөлгән дүрткел металл
108