Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 107


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛИРО-ЭПИК
рилды айырата ҡанатландырып ебәрә, ул тағы ла илһамланыбыраҡ, күңелдәрҙе бөтөнләй нескәртерлек итеп, лирик аһәңдәр менән моңло итеп һөйләүгә күсә. Д. Юлтый.
2. Шиғри тойғо, нескә хис менән һуғарылған. □ Лирический (проникнутый лирикой, лирическим настроением). Лирик шиғыр. Лирик поэзия. Лирик әҫәр. ■ Ер-Һыу — торки телле халыҡтар өсөн уртаҡ булған был поэтик образ, барған һайын тәрәнерәк лирик һыҙаттар менән ишәйеп, ил-йортҡа мөхәббәт, Ватанға һәм юғары идеалдарға тоғролоҡ, әүҙем гражданлыҡ хистәре менән ҡушылып, беҙҙең бөтә фольклорҙың сағыу биҙәктәрен һәм үҙәк идея йүнәлешен тәшкил итә. Н. Зарипов.
3. муз. Йомшаҡ яңғырашлы, яғымлы (тауышҡа ҡарата). □ Лирический. Лирик сопрано. Лирик тенор.
ЛИРИКА [рус. < гр. lyrikos} (Р.: лирика; И.: lyric poetry; T.: lirik şiirler) и.
1. Авторҙың хис-тойғоһон, уй-кисерештәрен шиғри формала биреүсе әҙәби әҫәр төрө. □ Лирика (вид поэзии, выражающий чувства и переживания поэта). Классик лирика. ■ Кинәйәле һүҙҙәрҙән асыҡтан-асыҡ аңлашыуға күскән был һөйләшеүҙең ижадсы халыҡҡа хас поэтик тапҡырлыҡ та, берсә шатлыҡлы, берсә шомло ҡауышыу тойғоһо һалынған нескә лирика ла бар. Ә. Харисов. Лирика, драма төрҙәренең үҙенсәлектәрен үҙендә туплау менән генә роман өр-яңы бер әҙәби төр барлыҡҡа килтерҙе, тигән һүҙ түгел әле. К. Әхмәтйәнов.
2. Ошо төргә ингән әҫәрҙәр. □ Лирика (совокупность произведений этого вида поэзии ). Мостай Кәрим лирикаһы.
3. һөйл. Тойғоға бирелеү (кәйеф тураһында). □ Лирика (чувствительность, переживания, настроения в ущерб рассудочному началу). Лирикаға бирелеү.
ЛИРИК ГЕРОЙ (Р: лирический герой; И.: lyrical character; T: lirik kahraman) и. әҙ.
Авторҙың уй-тойғоһон белдергән әҙәби образ. □ Лирический герой. Лирик герой образы. Лирик герой кисерештәре.
ЛИРИК-ДРАМАТИК (Р: лирико-драматический; И.: lyrico-dramatic; T: lirik ve dramatik) с.
Лирика һәм драма элементтарын үҙ эсенә алған (әҙәби әҫәргә ҡарата). □ Лирико-драматический. Лирик-драматик поэма. ■ 1930 йылдарҙа «Баян менән Куҙыйкүрпәс» исеме менән яҙып алынған бер варианттың финалында толпар аттың эйәһенә булған мөнәсәбәте йән тетрәткес лирик-драматик картинала һүрәтләнә. Н. Зарипов.
ЛИРИКЛЫҠ (лириклығы) (Р: лиричность; И.: lyricism; T: lirizm; liriklik) и.
Лиризм менән һуғарылған, эскерһеҙ, саф тойғо сағылышы. □ Лиричность. Әҫәрҙең лириклығы.
ЛИРИК МОНОЛОГ (Р: лирический монолог; И.: lyric monologue; T: lirik monolog) и. әҙ.
Әҫәрҙә авторҙың йәки әҙәби шәхестең үҙ уй-тойғоһон сағылдырған өлөшө. □ Лирический монолог.
ЛИРИК СИГЕНЕҮ (Р: лирическое отступление; И.: lyrical digression; T: yazarın konu dışı sözü) и. әҙ.
1. Композицион-стилистик алым: авторҙың, хәл-ваҡиғаларҙы һөйләп килгән сюжетты бүлеп, ваҡиғаларға мөнәсәбәтен тура йәки ситләтеберәк әйтеп биргән текст өлөшө. □ Лирическое отступление. ■ Лирик сигенеү айырыуса поэмаларҙа йыш күренә, сөнки үҙенең тәбиғәте менән поэма — лиро-эпик әҫәр: унда сюжет менән авторҙың уй-фекерҙәр системаһы айырылмаҫ булып бергә ҡушыла. К. Әхмәтйәнов.
2. күсм. һөйләгән хәбәрҙән ниндәйҙер тойғо тәьҫирендә ситкә тайпылыш. □ Лирическое отступление. ■ [Линара:] Азамат, лирик сигенеү кеүек шартлылыҡтарҙан баш тартайыҡ та һүҙҙе туранан-тура башлайыҡ. Л. Яҡшыбаева.
ЛИРО-ЭПИК (Р: лиро-эпический; И.: lyrical and epical; T.: lirik ve epik) с. әҙ.
Лирика һәм эпос элементтарын үҙ эсенә алған (әҙәби әҫәргә ҡарата). □ Лиро-эпический. Лиро-эпик поэма. ■ Башҡорт бәйеттәренең эволюцияһында Салауат Юлаев
107