линотип
ЛИНОТИП [рус. < гр. typos] (Р.: линотип;
И.: linotype; T.: linotip) и. полигр. иҫк.
Наборҙы тотош юлы менән ҡойоп йыя торған типография машинаһы. □ Линотип (наборная машина). Линотип менән эшләу.
ЛИНОТИПСЫ (Р: линотипист; И.: lino-operator; T.: linotip operatörü) и. полигр. иҫк.
Линотип менән хәреф йыйыусы. □ Линотипист. Линотипсы булып эшләу.
ЛИПА (Р: имущество; И.: property; T.: mal varlığı^ и. йыйн. диал. ҡар. мөлкәт.
1. Байлыҡ. □ Имущество, богатство. Барлыҡ липаһын тейәп сығып китте. Ҡарап торған липа ошо инде.
2. Иҫке-моҫҡо сепрәк, алам-һалам. □ Ветошь. Был липаларыңды йыйыштырып торһаң да ярай.
ЛИПАТА (Р: коротыш; И.: squab; titch; T.: bir karış beberuhi) и. диал.
Йыуантыҡ, тәбәнәк буйлы кеше; топош.
□ Коротыш. Липата ғына булһа ла бейеккә урмәләгән.
ЛИПАШЫУ (липаш-) (Р.: припасть; И.: press oneself (to); T.: kapanmak) ҡ. диал.
Күтәрелмәй, ҡалҡынмай ергә һылашҡан кеүек ятыу. □ Припасть. Һуғандары ергә липашҡан. Липашып ятыу.
ЛИПЕЙ-ЛИПЕЙ (Р: цып-цып; И.: chuckchuck!; T.: bili bili) саҡ. диал.
Тауыҡты саҡырыу һүҙе. □ Возглас, которым подзывают кур: цып-цып. Липей-ли-пей тип тауыҡтарын саҡырҙы.
ЛИПИДТАР (Р: липиды; И.: lipids; Т.: lipit) и. мед.
Тере организмдағы майға оҡшаш матдәләрҙең дөйөм исеме. □ Липиды. Липидтарҙың функцияһы.
ЛИПОМА [рус. < гр. lıpos + ота] (Р: липома; И.: adipoma; Т: lipoma) и. мед.
Тере организмдарҙың май туҡымаһында барлыҡҡа килгән шеш. □ Липома. Липома-ны алдырыу.
ЛИРА I [рус. < гр. lyra] (Р.: лира; И.: lyre; T: lir) и. муз.
1. Боронғо гректарҙа сиртеп уйнай торған ҡыллы музыка ҡоралы. □ Лира (древне
греческий струнный музыкальный инструмент). Лирала уйнау.
2. Украин, белорус йырсыларының һыҙып уйнала торған үҙенсәлекле ҡыллы музыка ҡоралы. □ Лира (украинский струнный смычковый музыкальный инструмент). ■ Алғы планда, ҡара соҡор ярында, бер ҡыҙ аҡ таш өҫтөндә лира уйнап ултыра. А. Карнай.
3. астр, (баш хәреф менән) Йондоҙлоҡ исеме. □ Лира.
ЛИРА II [рус. < лат. libra ‘ҡаҙаҡ’] (Р: лира; И.: lira; T: liret; lira) и.
Италия, Төркиә һ. б. ҡайһы бер илдәрҙәге аҡса берәмеге. □ Лира (денежная единица). Төрөк лираһы. Лираны долларға алмаштырыу. ■ «[Зәки Вәлиди] был институтта эшләгән сағында айына ни бары 500 лира эш хаҡы ала торғайны», — тип яҙа Хикмәт Танйу. Р. Шәкүр.
ЛИРИЗМ [рус. < гр. lirike] (Р: лиризм; И.: lyricism; T: lirizm) и.
1. Сәнғәт әҫәренең хис-тойғо менән һу-ғарылышы, поэтик тулҡынланы ш, ихласлыҡ. □ Лиризм. Шиғырҙағы лиризм. Г. Юнысова шиғриәтенең лиризмы. ■ Уның [Шәмсетдин Зәкиҙең] шиғриәтенең философик тәрәнлеге, нескә лиризмы, форма йәһәтенән поэтик табыштары әҙәбиәт майҙанына уҙенән һуң килгән шағирҙарға — М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Ғ. Туҡай, М. Гафури ижадтарына поэтик мәктәпкә әйләнә. Ғ. Хөсәйенов. [Хөсәйен Әхмәтовтың] бигерәк тә «Башҡорт лирик сюитаһы» уҙенең тәрән лиризмы, юғары поэтикаһы менән куңелдәргә утеп инә. Р. Шәкүр.
2. Лирик күтәренкелек, кәйеф. □ Лиризм (лирическое настроение, взволнованность). Лиризмға бирелеу.
ЛИРИК I (лиригы) [рус.] (Р: лирик; И.: lyric; T: lirik şair) и.
Ижадына лиризм хас булған шағир. □ Лирик. Лириктар ижадын тикшереу.
ЛИРИК II (Р.: лирический; И.: lyrical; Т: lirik) с.
1. Лирикаға (1) мөнәсәбәтле. □ Лирический. Лирик шағир. ■ Беҙҙең иғтибар Инд-
106