МУНАУ
МУНАУ (муна-) (Р.: обтёсывать; И.: hew; adz; T.: yontmak) ҡ. диал.
Әрсеп юныу, өҫтән һыҙырып юныу. □ Обтёсывать, тесать. Ағасты мунау, һөйәктең итен мунау.
МУНДА (Р: холка; И.: withers; T.: yağır) и.
Йылҡының һәм башҡа һөтимәр хайуандарҙың арҡаһында, муйын төбөнә яҡын ерендә бер аҙ ҡалҡып торған урын. □ Холка. Бейек мундалы ат. Мундаһынан ҡойроғона тиклем. ■ Ҡамыш ҡолаҡ, баҡыр куҙ, бәбәге лә аҡ ҡына; мундаһы бейек, тар бойор, суртан тәнле, ныҡ ҡына. «Аҡбуҙат». Иртән дә тороп ҡараһам, аралап йөрөп байҡаһам, мундаһы бейек кук ат юҡ. «Аҡһаҡ ҡола».
МУНДАЛЫ (Р: с холкой; И.: having withers; T.: yağırlı) с.
Мундаһы булған. □ С холкой. Бейек мундалы ат.
МУНДИР [рус. < нем. Montur] (Р: мундир; И.: uniform; T.: resmi ceket) и.
Хәрбиҙәр йәки айырым рәсми хеҙмәткәрҙәр кейә торған формалы кейем.
□ Мундир. / Мундирный. Генерал мундиры. Мундирҙы һалыу. Мундир төймәләре. Элемтә хеҙмәткәрҙәре мундиры. ■ [Ғәлим ағай] өләсәйемә кулдәклек, апайыма яулыҡ, Сәлим ағайға бер мундир, бер салбар бирҙе. Д. Юлтый. [Перовский] эшенә һәр саҡ ваҡытында, шып-шыма итеп ҡырынып, ҡуйы бөҙрә сәстәрен, ҡара мыйыҡтарын тарап, мундирының бөтә төймәләрен эләктереп килә ине. Н. Мусин.
МУНДИРЛЫ (Р: имеющий мундир; И.: in uniform; T.: resmi ceket giymiş) c.
1. Мундиры булған, мундир кейгән.
□ Имеющий мундир, в мундире. Мундирлы кеше. Мундирлы егет. ■ Ҡыҫҡа бәсә тун кейгән икәу һәм мундирлы чиновник тура парад ишегенә йунәлде. Ғ. Хөсәйенов. Шул чин менән тыуған яғына ҡайтып төшкән мундирлы Ишмөхәммәтте куҙ алдына килтереуе ҡыйын тугел: башында тар тирәсле оҙонса ҡайыма бу рек, өҫтөндә ал погонлы текә яғалы, еңдәре көмөш галун менән сигелгән кук куртка, аяғында ал лампаслы кук сукно салбар, ҡара итек. М. Өмөтбаев.
2. кусм. һөйл. Әрселмәй ҡабығында бешерелгән картуф. □ Картофель в мундире. Мундирлы бәрәңге. Мундирлы итеп бешереу.
МУНДШТУК (мундштугы) [рус. < нем. Mund ‘ауыҙ’ + Stuck ‘өлөш’] и.
1. ҡар. мөштөк. Һөйәк мундштук. Гәрәбә мундштук.
2. Йүгәндең ат ауыҙына кейҙерелә торған быуынлы тимере; ауыҙлыҡ, айыссыҡ. □ Удила (часть конской сбруи — приспособление из железных стержней кремням узды, вставляемых в рот лошади). Мундштук кейҙереу. Мундштук яһау. Мундштуклы ат. ■ Йыраҡ юлға сығыр алдынан Әхәт яҡшылап әҙерләнде: арба тәгәрмәстәрен тикшерҙе, атҡа мундштук ҡаптырҙы, йугәнде ҡыҫҡартты. И. Хәбибуллина.
МУНИЦИПАЛИЗАЦИЯ [рус. < лат. < фр. municipalisation] и. ҡар. муниципалләштереү. Муниципализация куре-неше. Муниципализация осоро. Муниципализацияға уткәреу.
МУНИЦИПАЛИТЕТ [рус. < нем. Muni-zipalitât ‘урындағы үҙидара’] (Р: муниципалитет; И.: municipality; T.: belediye) и.
Урындағы үҙидара һәм шул идара урынлашҡан бина. □ Муниципалитет. / Муниципальный. Муниципалитет төҙөу. Муниципалитет башлығы. Көслө муниципалитет. ■ Ауылдаштары яҙмышына битараф булмаған, киң куңелле кешеләрҙең ярҙамы бөгөн, муниципалитеттар уҙ аллы йәшәугә кусерелгән заманда, һис кенә лә артыҡ тугел. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010. Истан-бул ҡалаһы муниципалитеты ойошторған «Икенсе төрки донъяһы әҙәбиәте көндә-ре»ндә Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Башҡортостан, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Ҡырым, Балкария, Македония, Гагауз илдәренән шағирҙар һәм яҙыусылар ҡатнашты. Интернет селтәренән.
МУНИЦИПАЛЛӘШТЕРЕЛЕҮ (муниципалләштерел-) ҡ. төш. ҡар. муниципалләштереү. страд, от муниципалләштереү. Ҡалала барлыҡ балалар баҡсалары ла муниципалләштерелеп бөттө. Быйылғы йылда ун ике йорт муниципалләштерелде.
416