МУНСАҠ
МУНИЦИПАЛЛӘШТЕРЕҮ (муниципалләштер-) (Р.: муниципализировать; И.: municipalize; T.: belediyeleştirmek) ҡ.
Айырым кешеләр ҡулындағы ерҙе, мөлкәтте урындағы үҙидара ҡарамағына күсереү. □ Муниципализировать. // Муниципализация.
МУНИЦИПАЛЬ [рус. < нем. < лат ] (Р.: муниципальный; И.: municipal; T.: belediye) с.
Муниципалитетҡа мөнәсәбәтле. □ Муниципальный. Муниципаль дауахана. Муниципаль һайлауҙар. ■ Заман тәьҫирендә исеме уҙгәреп, нисек кенә аталһа ла — ауыл, ҡала советымы, хакимиәтме, муниципаль берәмекме — ғәмәлдә асылы шул килеш — ул халыҡҡа иц яҡын власть булып ҡала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2010.
МУНСА (Р: баня; И.: bath-house; T.: buhar banyosu, Rus hamamı) и.
1. Сабыныу, йыуыныу өсөн эшләнгән махсус бина. □ Баня. / Банный. Фин мунсаһы. Аҡ мунса. Ҡара мунса. Коммуналь мунса. Ауыл мунсаһы. Мунса ташы. Мунса инеу. Кейәу мунсаһы. ■ Ауылды төнгө ҡараңғылыҡ тамам солғап алғас ҡына, Насир аҫҡы урамдағы яр буйында, бер ситтәрәк ултырған мунсанан саҡ-саҡ иҫкерәк ситән өйҙөң ҡарындыҡ тәҙрәһен ҡыштырлатты.
3. Ураҡсин. Азамат мунсаға барып килде, туйғансы сәй эсте. Р. Солтангәрәев. Ҡасҡындарҙы һә тигәнсе мунса төшөрөп сығарҙы хеҙмәтселәр. Р. Камалов.
2. миф. Башҡорт мифологияһында мунса эйәһе һәм насар көстәр «йәшәгән» ҡурҡыныс урын. □ Баня (в башкирской мифологии опасное место, место обитания духа бани и нечистой силы). И Мунсаға төндә инергә ярамай. Мунсала доға уҡырға, рәхмәт әйтергә ярамай, «йылыһы — һеҙгә, тыныслығы — беҙгә» тип кенә әйтергә кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Мунса индереү (кемде) кусм. бик ныҡ ҡыҙҙырыу, әрләү. □ Давать (задавать) жару кому-л. ■ Бюрола партия директиваларының утәлеуен тәьмин итергә мөмкин, һис тә булмаһа, берәй начты, помды, замды
ҡыҙҙырып, мунса индереп сығарырға мөмкин. X. Ғиләжев.
МУНСА АЛДЫ (Р: предбанник; И.: dressing-room; T.: soyunmalık) и.
Мунса соланы. □ Предбанник. Мунса алдын йыуыу. Мунса алдында ял итеу.
МУНСА ДОҒАҺЫ (Р: молитва, читаемая после бани; И.: special kind of prayer; T.: hamamdan çıktıktan sonra okunan dua) и.
Мунса инеп сыҡҡандан һуң уҡыла торған доға. □ Молитва, читаемая после бани. И Мунсанан сыҡҡандан һуң ошо доға әйтелә: «Бисмиллаһи-рахманир-рахим, Аллаһы Тәғәләм, йыуынған һыуымдан, биргән өлөшөңдән ҡәнәғәт булып сығам. Шөкөрана, шөкөрана, шөкөрана!» Башҡорт мифологияһынан.
МУНСА ЕНЕ и. миф. ҡар. мунса эйәһе.
МУНСАҠ (мунсағы) (Р: бусы; И.: bead necklace; T.: boncuktan gerdanlık) и.
1. Төрлө мәрйен теҙеп муйынға таға торған биҙәүес. □ Бусы, ожерелье. Гәрәбә мунсаҡ. Муйынға мунсаҡ тағыу. ■ Тирә-яҡҡа көршәк, бихисап ҡашығаяҡ ярсыҡтары, тимерҙән яһалған тормош кәрәк-яраҡтары, янған батман, мискә, көбө ҡоршауҙары, ке-йемдәрҙән ҡойолған көмөш тәңкәләр, мунсаҡ, аҫыл таштар һибелде. Т. Ғарипова. Өҙөлдө тауышың, өҙөлдө, .. мунсағым ептәре шарт итте. Г. Ҡотоева.
2. Шул мунсаҡҡа теҙелә торған мәрйендең береһе. □ Бусинка. ■ Ебе өҙөлөп, тауыҡтың мунсаҡтары сәселде лә китте, ти. Әкиәттән. Шулай инде, куҙәуле мунсаҡ — ерҙә ятмаҫ. Д. Бүләков.
3. миф. Күҙ тейеүҙән һаҡлаусы; йондоҙҙар, йыһан, ғаләм символы. □ Бусы, ожерелье (символизируют звёзды, Вселенную, защищают от сглаза). ■ Ҡуҙ теймәһен тип балаға мунсаҡ таға инек. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ҡуш мунсаҡ кеүек (йәки куш мунсаҡ-тай) ҡар. ҡуш II. ■ Урмансыниҙәркурһә,ат башына ла шул төшә. Улар ҡуш мунсаҡ кеуек. Т. Килмөхәмәтов. Кумәк ҡыҙҙар араһында бер ҡыҙ менән Гөлбәзир ҡуш мунсаҡтай икәуләп килеуҙәрен танығас, аттан төшөп Салауат, .. ҡырын ятып уләнгә, ҡыҙҙар килеуен көткән. Хикәйәттән. [Гөлсәсәк —
14- 1.0062.14
417