Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 418


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МУНСАҠ ЕМЕШЕ
йәштәргә:] Ҡуш мунсаҡтай булышып, тигеҙ ғумер итегеҙ! М. Буранғолов.
МУНСАҠ ЕМЕШЕ (Р.: паслён; И.: bane; T.: solanum) и. бот. диал. ҡар. эт ҡарағаты.
Баҡсаларҙа, йырғанаҡтарҙа, йылға-күл ярҙарында үҫкән, бейеклеге 70 сантиметр тирәһендәге бер йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Паслён (родовое название некоторых растений, образующих семейство) (лат. Solanum). Мунсаҡ емеше куп уҫкән урын. Мунсаҡ емешенең бешеп етмәгән емеше ағыулы була. Мунсаҡ емеше — республикабыҙҙа киң таралған уҫемлек.
МУНСАҠЛАНЫУ (муҡсаҡлан-) (Р.: появление сыпи на теле; И.: skin eruption; T.: çiçek çıkarmak) ҡ. диал. мед.
Тәнгә тимгел-тимгел булып дүнгәләклә-неп сабыртма сығыу. □ Появление сыпи на теле; раздражение кожи. Мунсаҡланып китеу. һыуыҡҡа мунсаҡланыу. Шәкәрҙән мунсаҡланыу.
МУНСАҠЛЫ (Р: имеющий бусинку; И.: with a small bead; T: boncuklu) c.
Мунсағы булған. □ Имеющий бусинку. Мунсаҡлы елән. Мунсаҡлы кулдәк. Мунсаҡлы уйынсыҡ. ■ Шәурә килен кейгән еләненең ике итәккәйҙәре мунсаҡлы. Халыҡ йырынан.
МУНСАҠТАЙ (Р.: похожий на бусинку; И.: small bead like; T: boncuk tanesi gibi) c.
Мунсаҡ кеүек, мунсаҡҡа оҡшаш. □ Похожий на бусинку. Мунсаҡтай куҙҙәр. Мунсаҡтай булыу. Мунсаҡтай эре муйыл.
МУНСАЛА (Р: лыко; И.: bast; T: ıhlamur kabuğunun lifi) и. диал.
1. Йүкә ағастың ҡабығынан, ҡайырынан һыҙырып алынған эске ҡатлауы; йүкә. □ Лыко. / Лыковый. Йомшаҡ мунсала.
2. Ниҙелер ышҡып йыуыу өсөн махсус тотолған йомшаҡ нәмә; йыуғыс. □ Мочалка. Мунсала әҙерләу. ■ Бер аҙҙан келәт яғынан ҡулына мунсала тотҡан Гөлсирә килә. М. Кәрим.
МУНСАЛА ЯПРАҒЫ (Р: репейник; И.: burdock; T: dulavratotu) и. диал. бот. ҡар. дегәнәк.
Эре киң япраҡлы, һандал сәскәле, йәбешкәк тубалсаҡлы сәнскеле үҫемлек һәм уның
йәбешкәк тумалаҡ орлоғо. □ Репейник, репей, лопух (лат. Arctium lappa).
МУНСА МАТСАҺЫ и. диал. ҡар. мунса өрлөгө. ■ Сабыйҙы сапҡас, кендек инәһе миндектең төбө менән мунса матсаһына төртөп ала, шунан миндек менән баланың башынан аяғына ҡәҙәр һыпыра һәм төнлөктән миндекте ырғыта, һыуын һибә. Башҡорт мифологияһынан.
МУНСА ӨРЛӨГӨ (Р: балка; И.: kind of joist; T: hamamın kirişi) u.
1. Мунса иҙәне йәки түбә таҡтаһы һалына торған арҡыры бүрәнә. □ Балка, матица бани.
2. миф. Башҡорт мифологияһында насар көстәрҙе ҡыуа торған сик. □ Матица (в башкирской мифологии используется как пограничное отгонное средство). И Мунса өрлөгөнә артыш ҡаҙайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
МУНСАСЫ (Р: банщик; И.: bath attendant; T: tellak) и.
Мунсала эшләгән хеҙмәткәр. □ Банщик. Мунсасы эше. Мунсасы булып эшләу. Мунсасының эш хаҡы. ■ Мунсасы бер кеше улына йомош ҡушҡан. «Бар әле, мулла ағайыңды мунса инергә саҡыр», — тигән. Малай мулланы куршеһенең мунсаһынан барып тапҡан да уға йомошон әйткән. Көләмәстән.
МУНСА ТАШЫ (Р: каменка; И.: stones in a bath-house; T.: hamam taşı) и.
1. Мунса мейесенә өйөп һалынған таштар. □ Каменка; камень банной печи. Мунса ташы йыйыу. Мунса ташы килтереу.
2. миф. Башҡорт мифологияһында насар көстәрҙән арындырыу ғөрөф-ғәҙәттәрендә ҡулланылған, һаҡлау функцияһын үтәгән нәмә. □ Банный камень (в башкирской мифологии участвует в обрядах очищения от злых сил, выполняет обережную функцию). И Мунса ташы, бурәнә башы .. Башҡорттарҙың им-том китабынан. Мунса ташы януар кеуек булһа ҡот осҡанда имләйҙәр, йомро булһа — куҙҙән килешә. Башҡорт мифологияһынан.
418