Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 419


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МУРҘАЙ
МУНСА ХЕҘМӘТСЕҺЕ и. ҡар. мунсасы. Мунса хеҙмәтсеһе булып эшләу.
МУНСА ХУЖАҺЫ и. миф. ҡар. мунса эйәһе. ■ Мунсаның хужаһы була. Беренсе тапҡыр баланы мунса индергәндә мунса хужаһына тәңкә, суҡ йә бер һуренте ҡалдырырға кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
МУНСА ҺАМАҒЫ (Р.: заговор для первой бани младенца; И.: sort of exorcism; T.: bebeği hamamda ilk defa yıkarken hamamda söylenilen büyü sözleri) и. миф.
Яңы тыуған баланы беренсе тапҡыр мунса индергәндә һаулыҡ, оҙон ғүмер юрап әйтелгән һүҙҙәр. □ Заговор во время первого купания в бане младенца, направленный на проецирование здоровья, долголетия, силы тотемных животных. ■ Бәпесте тәу башлап мунса индергән оло кеше: «Һап-һап-һап! Мунса ташы, бурәнә башы, әбейҙе әбей тип әйт, бабайҙы бабай тип әйт! Айыу балаһы, буре балаһы, татлы бала бул, алабуға бул, һыуҙан таҙа бул, һөлөктәй бала бул, минең ҡулым тугел, Ғәйшә, Фатима ҡулы. һап-һап-һап!» — тип мунса һамағын әйтә. Башҡорт мифологияһынан.
МУНСА ЭЙӘҺЕ (Р: дух бани; И.: bathhouse spirit; T.: Hamam iyesi) и. миф.
Мунсаға хужа булған мифик зат; мунса хужаһы. □ Дух бани, банник (хозяин бани). ■ Мунса эйәһенә мунса ене тип тә әйтәләр. Мунсаға тамаҡ ҡырып алдан тауыш биреп инһәң, мунса эйәһе зыян килтермәй. Башҡорт мифологияһынан.
МУНСА ӘПСЕНЕ и. миф. ҡар. мунса һамағы. ■ Кендек инәһе баланың тәненән тирен һурып алып, ошо мунса әпсенен әйтеп ташҡа төкөрә: «Таш сабам, таш сабам, таш кеуек ныҡ бул! Ләукә кеуек оҙон бул! Мунса ташы, бурәнә башы! Ҡабағанға ҡаптырма, тибәгәнгә типтермә, сирең-сороң, барыһы ла ошонда ҡалһын!» Башҡорт мифологияһынан.
МУНТӘҢКӘ и. диал. ҡар. мунсаҡ.
МУҢҠЫЛДАК с. диал. ҡар. мығырҙаҡ.
Муңҡылдаҡ кеше.
МУРАВА [рус.](Р: мурава; И.: glaze; Т.: sır) и. махс.
Балсыҡтан эшләнгән һауытты ялтырата торған лак. □ Мурава. Мурава менән генә буяу.
МУРАШЕВЛАР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Уран ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени уран. Мурашевлар араһы. Мурашевлар тарихы.
МУРҘА I [рус. морда < фин-уғыр] (Р: морда; И.: fish trap; T.: sepet) и.
Ауыҙын тар итеп талдан үргән балыҡ тотоу ҡоралы. □ Морда, верша (рыболовная снасть). Талдан урелгән мурҙа. Мурҙа уреу. Мурҙа һалыу. ■ Ҡармаҡ, мурҙалары, ауҙары ла шунда ята. Д. Юлтый. Рәмилдең мурҙаны ҡуҙғатыуы булды, уның эсендә нимәлер шаптыр-шоптор килеп бәргеләнергә тотондо. Р. Ҡолдәүләтов.
МУРҘА II (Р: помост; И.: kind of platform; T.: bir tür raf) и. этн. диал. ҡар. ылаш.
Башлы йәш ҡоротто теҙеп һалып киптереү өсөн йәш талдан үрелгән, дүрт ҡаҙыҡ өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма. □ Помост (для сушки ҡорота). Мурҙала киптереу.
МУРҘА АНАҺЫ (Р: внешняя часть, корпус верши; И.: fish trap exterior; T.: sepetin üst kısmı) u.
1. Мурҙаның тышҡы өлөшө, мурҙа корпусы. □ Внешняя часть, корпус верши. Мурҙа анаһын уреу.
2. миф. Мурҙа эйәһе.
МУРҘА БАЛАҺЫ (Р: горловина верши; И.: fish trap throat opening T.: sepetin bir kısmı) и.
Мурҙаның ауыҙланып, эскә инеп торған өлөшө; йәлдәү. □ Горловина верши. Мурҙа балаһынан эләктереу.
МУРҘАЙ (Р: сосуд из копчёной кожи вымени коровы; И.: kind of skin vessel; T.: bir tür) и. этн.
Һыйырҙың ыҫланған елен тиреһенән ҡылыслап яһалған һауыт; күҙәгә. □ Сосуд из копчёной кожи вымени коровы. Мурҙай
14*
419