МУРҘАЛЫҠ
эшләу. Ҙур мурҙай. Яцы мурҙай. Мурҙайға һалыу.
МУРҘАЛЫҠ I (Р.: подходящий для плетения морды; И.: fit for making fish traps; T: sepetlik) c.
Мурҙа үрергә яраҡлы. □ Подходящий для плетения морды. Мурҙалыҡ тал.
■ «Әсәй, — тинем [мин], уҙем Рәмилгэ куҙ ҡыҫам, — беҙ мурҙалыҡ тал сыбығы алып ҡайтайыҡ тигәйнек. Барайыҡмы?» Н. Мусин.
МУРҘАЛЫҠ II (мурҙалығы) и. иҫк. ҡар. мырҙалыҡ. ■ Яныштар - уҙҙәре маҡтанғанса, боронғо мурҙалар нәҫеле, аҫыл һөйәк зат. Ҡазан ханлығы замандарында уҡ мурҙалыҡ алған ата-бабалары, Рәсәйҙец көсәйеп барғанын тойоп, хандарына хыянат итеп, Аҡ батшаға һатылған, дворян-лыҡ дәрәжәһен, Ҡасим яғынан ер биләмәләре эләктергән. Ғ. Хөсәйенов.
МУРҘА ТАЛЫ (Р.: ива корзиночная; И.: osier willow; T.: sepetlik söğüt) и.
Мурҙа үрә торған тал. □ Ива корзиночная. Мурҙа талы һыҙырыу. Мурҙа талы килтереу.
МУРҘА ТАМАҒЫ и. ҡар. мурҙа балаһы.
Мурҙа тамағынан бәйләу.
МУРЗА и. иҫк. ҡар. мырҙа. ■ Вассалъ Ҡасим ханлығының исем өсөн дә хәжәте ҡалмағас, был мурзалар Муром, Төмән тарафтарында сик буйын һаҡлар йомошло мишәрҙәргә әйләнгән. Ғ. Хөсәйенов.
МУРТ (Р.: ломкий; И.: brittle; T.: gevrek) с.
1. Еңел генә һыныусан, өҙөлөп тороусан. □ Ломкий, хрупкий. Мурт ағас. Ерек мурт була. ■ Еректе ни ҡырҡыуы ла рәхәт, ағасы мурт була. Д. Бүләков. [Өйәнкенең] өҫкә ҡарағандары [ботаҡтары], һылыу егеттәй йәш, матур, шул уҡ ваҡытта муртыраҡ, ә аҫҡа киткәндәре инде утын-һыуын уткән ир-егеттәр шикелле куренә: һырланып ҡарайғандар, әйтерһең, әле генә домна мейесендә ҡойолоп сыҡҡан ҡорос киҫәктәре. Р. Солтангәрәев.
2. Иҫке, серек, туҙған. □ Ветхий, прогнивший, дряблый. Мурт тире. Мурт en.
■ Ул [Ҡазарян] утә мурт, утә ышанысһыҙ ситәнгә таянып ҡараны. М. Кәрим.
3. кусм. Ихтыярһыҙ, йомшаҡ. □ Безвольный, слабый. Мурт кеше. Мурт кур-һәткес. ■ Йылмаяҡ мин тугел! Минме ул мурт?! Һыртсылдарға бигерәк насар мин. Йомортҡанан гел-гел йөй эҙләйҙәр, быға инде мәңге дусар мин. X. Назар.
4. диал. Эре, шырт. □ Крупный, грубый (о шерсти). Мурт йөнлө эт.
МУРТАЙ (Р.: бурдюк; И.: wineskin; T.: tulum) и. этн.
Ыҫлаған мал тиреһенән тар ауыҙлы, ялпаҡ итеп тегелгән бәләкәй һауыт. □ Бурдюк; узкогорлый мешочек из шкуры животного. Муртайға ҡымыҙ ҡойоу. Муртайҙы эйәргә тағыу. ■ Бәдәуиҙәр .. яңы ғына ҡуйылған ҡуй ите, ҙур-ҙур муртайҙарҙа боҙҙай һалҡын шишмә һыуы килтерә. Ә. Хәкимов.
МУРТАЙТЫУ (муртайт-) ҡ. йөкм. ҡар. муртайыу, понуд. от муртайыу.
МУРТАЙЫУ (муртай-) (Р: делаться ломким, хрупким; И.: embrittle; T.: çürümek) ҡ.
1. Һыу һеңеп сереү. □ Гнить, тухнуть. Муртайып ятыу. Муртайып бөткән. Тиҙ муртайыу. ■ Ун көн буйы, аҫты былҡып ятҡан, муртайып ирей башлаған һырынтыларҙа бата-сума йөрөп, купме эш ҡырғандыр, әммә урмандан тамам сиргә һабышып, ҡаж-ҡож йуткереп ҡайтты Ашраф. Ә. Хәкимов.
2. Туҙыу, иҫкереү. □ Стать ветхим, дряблым. Муртайған кейем. ■ [Етембай] ике бәйләм арҡан ҡыйыҡ аҫтынан төшөргән, остары ике сатлы оҙон ҡолғалар ҡырҡып килтергән — шуларҙы ботаҡтарҙан таҙартып, йәпләп маташа. — Иҫкеләре муртайған һымаҡ, — тип аңлатты был эшен. Б. Рафиҡов. Төндәрен ул [Сәйфелмөлөк] оҙаҡ ваҡыт йоҡоға китә алмай уйланып ята. Бығаса йәшәгән ғумерен, ҡылған эштәрен ҡат-ҡат барлай. Бына Кук Ҡорт ырыуын хаҡ дин юлына ауыштыра башланы, бер һелтәнеп, Ҡылтас Зирәктең муртайып бөткән тамырына балта сабаһы ғына ҡалды. Тик ни мәғәнә быларҙан? Ә. Хәкимов.
420