МУСКУЛ
3. диал. Дым тартып күгәреү, сереү; бурһыу. □ Преть, гнить; гореть. Муртайған ағас.
МУРТАҠ (Р.: пожилой; И.: elderly; Т.: yaşlı) с. диал. ҡар. ҡарт.
Өлкән; оҙаҡ йәшәгән; ҡарт. □ Пожилой. Муртаҡ кеше.
МУРТАҠАЙ и. диал. ҡар. муртай. Муртаҡай йөрөтөү.
• МУРТАСА (Р.: маленький бурдюк; И.: small wineskin; T.: küçük tulum) и. этн.
Бәләкәй муртай. □ Маленький бурдюк. Муртасаға ҡымыҙ ҡойоу.
МУРТЛАНДЫРЫУ (муртландыр-) ҡ. ҡар. муртайтыу.
МУРТЛАНЫУ (муртлан-) ҡ.
1. ҡар. муртайыу. Муртланған ағас.
2. күсм. диал. Йомшарыу, йомартланыу. □ Растрогаться, расчувствоваться; расщедриться. Муртланып китеү. Күңеле муртланыу.
МУРТЫҒЫУ (муртыҡ-) ҡ. диал.
1. ҡар. муртайыу. Муртыҡҡан бағана.
2. Боҙолоп еҫләнеү; бурһыу. □ Тухнуть. Муртыҡҡан ит.
МУРТЫҠ (Р: хрупкий; И.: brittle; Т: gevrek) с.
Оҙаҡ ятып муртайған. □ Хрупкий, ломкий. Муртыҡ ҡайын. Муртыҡ бүрәнә. ■ Бүрәнә шытырланы, сарсылды һәм урталай ярылды. Уларын да, ун ике өлөшкә ваҡлап, муртыҡ үҙәгенән айырҙы [Хәйретдин]. Я. Хамматов.
МУРТЫЙ (Р: глуповатый; И.: calvish; Т.: aptal) с. диал. ҡар. аңра.
Әйткәнде аңламайыраҡ торған. □ Глуповатый, придурковатый. Муртый кеше.
МУРЫЛЫУ (мурыл-) (Р: блаженствовать; И.: enjoy felicity; T: safa sürmek) ҡ. диал. ҡар. ләззәтләнеү.
Йәйрәп китеү; рәхәтләнеү. □ Блаженствовать. Бесәй мурылып киткән.
МУРЫУ (муры-) ҡ. диал. ҡар. муртайыу.
Яҙғы боҙ мурый.
МУС [рус. мощь\ (Р: мощь; И.: power; Т: güç) и. диал. ҡар. ҡеүәт.
Йән эйәләренең физик эш йәки хәрәкәт башҡара алыу мөмкинлеге, һәләте; көс. □ Мощь, сила; могущество, мощность. Мус йыйыу. Мус китеү. Мус бөтөү. Мус инеү.
МУСА (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-юрма-тинцев. Мусалар йыйыны.
МУСИМ [ғәр. j*] (Р: завещатель; И.: testator; T.: vasiyetçi) и. иҫк.
Васыят итеүсе, васыят әйтеп ҡалдырыусы, васыятсы. □ Завещатель. Мусим кеше. Мусим яҙыуы. Мусим байлығы. • Һәр мусимға бер фирғәүен. Әйтем.
МУСКАТ [рус. < лат. muskatus] и. ҡар. мөшкәт 1. Мускат ағасы. Мускат майы.
МУСКОВИТ (Р: мусковит; И.: white mica; T.: muskovit, beyaz mika) и. тех.
Электрҙа һәм радиотехникала ҡулланылған тәбиғи минерал, калий слюдаһы. □ Мусковит. Аҡ мусковит. Йәшкелт мусковит. Мусковит пластинкаһы. Мусковит онтағы. ■ Мусковитты Рәсәйҙә Кольск ярымутрауында һәм Көнсығыш Себерҙә етештерәләр. Интернет селтәренән.
МУСКУЛ [рус. < лат. musculus] (Р: мускул; И.: muscle; T.: kas) и. анат.
Кеше һәм йәнлек тәненең тартылырға һәләтле булып, бөтә организмының иң мөһим физиологик функцияларын тәьмин иткән туҡымаһы; көс ит. □ Мускул, мышцы. / Мускульный, мышечный. Елкә мускулдары. Мускулды ҡабартыу. Мускулдарҙы нығытыу. Мускул көсө. ■ Бит, яңаҡ мускулдары тартышып ҡуйҙы, тын алышы йышайҙы. «Ватандаш», № 5, 2007. Автомобиль тәгәрмәсенә тын өргән шикелле, кемдер уның беләктәренә көс өрөп тултыра, уның мускулдары ҡабарып тулыша ла таш булып ҡата, имеш. М. Кәрим. Көйөп ҡуйған баһадир! [Петрик] тәнендәге һәр һыҙаты, һәр мускулы үҙенә килешле, гүзәл! Бер ар
421