Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 452


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘҒСҮМАНӘ
йәнлектәрҙең бында, фронт буйында, йөрөуҙәренә бер ҙә күңел ултырмай. Д. Юлтый. Килсе, мәғсум былбылым, ожмахта уҫкән сөнбөлөм. Ш. Бабич. Иң матур ваҡытың һинең — бишектә тирбәлгән сағың, утер ул мәғсум ваҡыттарың, кире килмәҫ тағын. С. Яҡшығолов.
МӘҒСҮМАНӘ [ғәр. + фарс. (Р.: чистосердечно; И.: open heartedly; T.: masumane) р. иҫк. ҡар. ихлас.
Саф күңелдән, эскерһеҙ. □ Чистосердечно, от всей души. Мәғсуманә йылмайыу. Мәғсуманә һөйләу. ■ Миңлебәҙәрҙең мәғсуманә ҡараған куҙҙәре атаһының аҡтыҡ рәсемен ала ине. К. Туйкин.
МӘҒСҮМӘ [ғәр. (Р/ невинная; И.: virgin; T.: masume) с. иҫк. ҡар. саф.
Әхлаҡи яҡтан боҙолмаған, намыҫына тап төшмәгән, тотанаҡлы; ғиффәтле (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Невинная, безгрешная; девственница. Мәғсумә ҡатын. Мәғсумә ҡыҙ бала.
МӘҒШУҠ (мәғшуғы) [ғәр. ЗУН (Р.: влюблённый; И.: in love; T.: meşuk) и. иҫк. ҡар. ғашиҡ.
Кемгәлер мөхәббәт хисе тотҡан, яратҡан ир кеше. □ Влюблённый. Мәғшуҡ булыу. Мәғшуҡ ир. • Ғашиҡ саз менән, мәғшуҡ наҙ менән йыуаныр. Әйтем.
МӘҒШУҠӘ [ғәр. (Р: любимая; И.: beloved; T.: meşuk) и. иҫк.
Һөйөү хисе, яратыу, мөхәббәт уятҡан, һөйөлгән ҡатын-ҡыҙ. □ Любимая, возлюбленная. Мәғшуҡә кәләш. Мәғшуҡә булыу. Мәғшуҡә ҡыҙ. Мәғшуҡәне осратыу. Мәғшуҡә буләге. М Ғашиҡтар өсөн мәғшуҡәнең шул дәрәжә илтифаты ла бик ҙур бәхет. М. Ғафури. «Һөйөклөм!Яҡты шәмсырағым! — тип өндәште ул [Сәйфетдин] ғәзиз мәғшуҡәһенә [Ғәләндәмгә]. — Бына тағы мәҡтуб яҙам һиңә». Ә. Хәкимов.
МӘҒЪЮБ [ғәр. (Р: виновник; И.: guilty one; Т.: mayub) и. иҫк.
Насар, ярамаған эш ҡылған, ғәйебе булған кеше. □ Виновник. / Виноватый. Мәғъюб ҡарт. Мәғъюб кеше. Мәғъюб уҡыусы. ■ «Мулла менән бер рәттән мине лә судить итеуегеҙҙе һорайым. Сөнки мин, гәрсә
ултереуҙә ҡатнашмаһам да, мулланың тәуге эштәрендә ҡатнаштым», — тип, мәғъюбтар янына барып ултырҙы [Хәмит бабай]. И. Насыри.
МӘҒӘНӘ [ғәр. (Р: значение; И.: value; meaning; T.: mana) и.
1. Һүҙҙең, атаманың һ. б. билдәле төшөнсәгә эйә булған эске йөкмәткеһе, эстәлеге. □ Значение; содержание, сущность; смысл. Мәғәнә һалыу. Бәрән мәғәнә. Йәшәу мәғәнәһе, һуҙҙең мәғәнәһенә төшөнөу. ■ Айбулат Котлоярҙың был уйынлы-ысынлы һуҙҙәренә ни тип тә мәғәнә бирә алманы. Һ. Дәүләтшина. [Котлобаев] шунда ғына бая алдынғылар йыйылышынан сыҡҡас, Кәшфиҙең сәйер генә йылмайып баҫып торо-уының мәғәнәһен аңланы. Д. Бүләков.
2. Әһәмиәт, яҡшы һөҙөмтә; файҙа. □ Значение, смысл; польза, прок, толк. Эштең мәғәнәһе. Уҡыуының мәғәнәһе булманы.
■ [Рәшиҙә:] Ул балаларҙы уҡытып йөрөуҙән ни мәғәнә сығыр икән. М. Тажи. Уйы ошо рәуешле ҡырҡа боролош яһау менән, ура-тып-суратып ултырыуҙан бер мәғәнә лә сыҡмаҫын самалап, Ғөбәй турараҡ ярҙырырға булды. Ә. Хәкимов.
3. һөйл. Нимәнеңдер үҙенсәлекле тәртибе, яйы. □ Порядок, суть. Эштең мәғәнәһен белеп эшләу. Каймаҡ айыртыуҙың мәғәнәһе.
♦ Ысын мәғәнәһендә бөтә асылы, булмышы менән. □ В полном смысле.
■ Хәҙерге ауыл, уның кешеләре лә бынан биш-ун йыл элек булғанса тугел. Унда ысын мәғәнәһендә революция бара. М. Тажи.
МӘҒӘНӘЛЕ I (Р: имеющий смысл; И.: having sense; pithy; T: manalı) c.
1. Ниндәйҙер мәғәнәгә эйә булған, нимәлер аңлатҡан. □ Имеющий смысл. Бер мәғәнәле. Куп мәғәнәле.
2. Ҙур йөкмәткеле, эстәлекле. □ Значимый, содержательный, осмысленный. Тәрән мәғәнәле. ■ Алтынбай уның бындай тәрән мәғәнәле һуҙҙәрен тәуләп ишетә ине, ҡайһы береһен аңлап етмәһә лә, күңелгә ятышлы улар, дөрөҫлөккә тап килә. 3. Ураҡсин. «Бисә һуҙенә ҡарап, мороно китек буш шешә ташыр ирме мин?» — тип уҙенә уҙе тәрән мәғәнәле һорау бирҙе [Нурислам]. М. Ғәли.
452