Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 451


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘҒСҮМ
зыҡ сағылыш тапты, уныц поэзияһының тематикаһын, жанр байлығын һәм ижад алымын билдәләне. Р. Өмөтбаев. Урындағы байҙар менән муллалар - мәғрифәтселек таратыусы, донъяуи белем алыуҙы яҡлаусы, сит халыҡтар мәҙәниәтен дә белеуҙе өҫтөн куреусе. Я. Хамматов.
МӘҒРУР I [ғәр. (Р: величественный; И.: majestic; T.: mağrur) с.
1. Тышҡы күренеше менән ҙур, мөһабәт. □ Величественный, величавый. Мәғрур тауҙар. Мәғрур һәйкәл. Мәғрур һын. ■ Мәғрур Урал, ата булып, мине итәгендә һөйөп уҫтерҙе, ярҙарына төшһәм, Ағиҙелкәй һыу урынына шәрбәт эсерҙе. М. Кәрим. Баяғы бөркөт һаман мәғрур төҫтә кәйелеп оса, йәшендәй атылып, сырҡылдатып баҫып алаһы ҡорбанын аңдый ине. Ә. Хәкимов. Ҡараштары һауалы, мәғрур тауҙар һыны ише тәкәббер. Торғаны менән кино артисы [Петрик]! Р. Камалов. Эйе, ул ысын мәғәнәһендә башҡорт йырының ҡаһарманы, башҡорт моңоноң даһийы, мәғрур Уралдың XX быуаттағы йырсы Буранбайы. Р. Шәкүр.
2. Үҙ баһаһын юғары ҡуйған, үҙен юғары дәрәжәгә тиң һанаусан; ғорур. □ Высокомерный, горделивый, величавый. Мәғрур кеше. ■ Ҡарамаҡҡа исеменә ярашлы мәғрур ҡиәфәтле, тәкәббер холоҡло куренһә лә, ысын асылында Мәликә утә бауырмал, нескә тәбиғәтле ине. Ә. Хәкимов.
МӘҒРУР II [ғәр. jjj^] (Р: гордо; И.: proudly; T.: mağrur) р.
Үҙ баһаһын өҫтөн ҡуйып, үҙен юғары дәрәжәгә тиң һанап; ғорур. □ Гордо, горделиво, величаво. Мәғрур тороу. ■ Рәсми Рәсәй тарихы уҙ ҡанһыҙлыҡтарын, Татищев ише мәғрифәтле турәләрен дә аҡларға, мәғрур итергә тырышыр хатта ки. Ғ. Хөсәйенов.
МӘҒРУРАНӘ [ғәр. jjJ- + фарс. (Р: гордо; И.: proudly; T: mağrûrane)/л иҫк.
Үҙ баһаһын яҡшы белеп, намыҫына кәмселек килтермәйенсә; мөһабәт, мәғрур рәүештә. □ Гордо, горделиво. Мәғруранә утеп китеу. Мәғруранә булыу. Мәғруранә баҫып атлау. ■ Мәктәп мөғәллиме бәләкәс
революционерҙың шәкерттәр араһында мәғруранә баҫып торғанын кургәс, ҡысҡырып көлөп ебәрә яҙҙы. Б. Мирзанов.
МӘҒРУРЛАНЫУ (мәғрурлан-) (Р: делаться величественным; И.: get majestic; T: mağrurlanmak) ҡ.
Мәғрур төҫ алыу, мәғрур булыу. □ Делаться величественным, горделивым. Мәғрурланып китеу. ■ [Иблес] шул рәуеш, ниғмәткә шөкран итмәгәс, Тәңрегә, мәғрурланып, баш бөкмәгәс, тине Алла: «Ник миңә буйһонмайһың? Был ҡәҙәр дәуләтте ник һанһынмайһың?» Ш. Бабич.
МӘҒРҮФ [ғәр. (Р: известный; И.: famous; T: maruf) с. иҫк.
1. Халыҡҡа танылған; күренекле, билдәле, мәшһүр. □ Известный, знаменитый. Мәғруф урын. Мәғруф кеше. ■ Иҫән хандың .. йорто Еҙем ҡәрйәһе булған. Ул хәҙер Соҡор ауылы тип мәғруф. Башҡорт шәжәрәләренән. «Б...» ҡәрйәһе мәшһур бер ҡәрйә улдығы кеби, кәндеһендә (уҙендә) һәм исеме йыраҡ ерҙәргә китмеш мәғруф бер имам бар ине. Р. Фәхретдинов.
2. Башҡаларға һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡыла торған, һәйбәт күңелле, изге, яҡшы.
□ Добрый, хороший. Мәғруф эш. Мәғруф ғәмәл. ■ Ялған мөхәббәт менән йөрөгән, алдашҡан кешеләр тәрбиәһеҙлек илә мәғруф бер синыф халыҡтар араһында була. М. Ғафури.
МӘҒРӘКӘ [ғәр. (Р: война; И.: war; T: savaş) и. иҫк. ҡар. һуғыш.
Ил, дәүләт йәки ижтимағи синыфтар араһындағы ҡораллы көрәш, яу. □ Война, сражение, битва. Мәғрәкә асыу. Мәғрәкә ҡорбаны. Мәғрәкәгә китеу. ■ Уҙған йылдар мәғрәкәһендә Ғәйнә иле уртаһына меңләгән урыҫ полкы килеп, арбанан ҡәлғә һуғып ятты. «Батыршаның хаты».
МӘҒСИӘТ [ғәр. (Р_: Грех; И.: sin; T.: masiyet) и. иҫк. ҡар. гөнаһ.
Гөнаһлы эш. □ Грех. Мәғсиәт ҡылыу.
МӘҒСҮМ [ғәр. (Р- невинный; И.: innocent; T.: masum) с. иҫк.
Гөнаһы булмаған, ғәйепһеҙ; саф, керһеҙ.
□ Невинный, безгрешный. Мәғсум бала. Мәғсум ҡыҙ. Мәғсум куңел. ■ Ул мәғсум
15*
451