МӘҒМҮР
МӘҒМҮР [ғәр. (Р.: исправный; И.: in good order; intact; T.: mamur) с. иҫк.
1. Бөтөн, етеш, күркәм хәлдә булған; төҙөкләндерелгән. □ Исправный. Мәғмур йорт. Мәғмур ҡала. Мәғмур ҡаралты. И Утты йәһәтерәк һүндереп ислам милкен, мөьминдәрен сәләмәт, мәғмур итеп курмәк теләге менән дөрләне [ул]. Тәүарихтан.
2. Халыҡ йәшәгән (ергә ҡарата). □ Населённый, обитаемый (о земле). Мәғмур ер. Мәғмур урын.
МӘҒМҮРӘ [ғәр. (Р: дом; И.:
building, house; T.: mamure) и. иҫк.
Йәшәү, төрлө ойошма һ. б. урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма; бина, өй.
□ Дөм, здание. Бейек мәғмурә. Мәғмүрә һалыу. Мәғмурә төҙөу. ■ Донъяның аҫтын-өҫкә килтергән, йәннәт кеуек гузәл мәғмурәләрҙе тетеп көл иткән утлы һуғыш, туҡта! Ш. Фидаи.
МӘҒРИП (мәғрибе) [ғәр. (Р: запад; И.: west; T.: mağrip) и. иҫк.
Ҡояш байый торған яҡ; көнбайыш.
□ Запад. / Западный. Мәғрипкә ҡарап тороу. Мәғрип яғына табан китеу. ■ Бына, илаһым, — ти абыстай, — мунсаның мәғрипкә ҡараған яғынан мөйөш ҙур булып асылып китте лә, иҙәнгә һыйыр аяҡ, эт башлы ен балалары тупылдап төшә башланылар. С. Агиш.
♦ Береһе мәғрипкә, береһе мәшриҡҡа ҡарау төрлө яҡҡа ҡарау. □ Смотреть в разные стороны. Бер күҙе мәшриҡҡа, бер ку-ҙе мәғрипкә ҡарай. ■ Өйҙәр, ҡаралдылар уҙалы-ғаҙалы һалынған. Уларҙың ҡайһыһы мәшриҡҡа, ҡайһыһы мәғрипкә ҡарай, аунап китергә әҙер тора. Ғ. Дәүләтшин. Шәп атынғандай цирктарҙа таған, атыла [иблис] мәшриҡ һәм дә мәғрипкә табан. Ш. Бабич.
МӘҒРИФӘТ [ғәр. (Р.: просвещение; И.: enlightenment; T.: marifet) и.
Аң-белем кимәле, уҡымышлыҡ; мәҙәниәт. □ Просвещение; образование. Мәғрифәт таратыу. Мәғрифәт кешеһе. ■ Нисек инде ул Шамиловтың Шамиловы — ауылда мәғрифәт терәге, фән вәкиле, балаларға тейешле белемде бирмәһен? Ә. Хәкимов. Ислам
менән ғилем, дин менән мәғрифәт һәр саҡта ла бергә атлай. Н. Ниғмәтуллин. Эй донъя!.. Ғәҙеллек ҡайҙа? Эйе, ҡиәмәт көнө яҡынлыҡҡа ишара был. Шулай булмаһа, ахмаҡлыҡ, ҡанһыҙлыҡ һыбай сабып, аҡыл, шәфҡәт, мәғрифәт йәйәуләп оҙайлы юлға сыҡҡан өлөшһөҙ мосафир көнөндә йөрөр инеме ни. Ә. Хәкимов.
МӘҒРИФӘТЛЕ (Р: образованный; И.: literate; T.: marifetli) с.
Аң-белемгә эйә булған, мәҙәниәтле. □ Образованный. Мәғрифәтле кеше. ■ Шуныһы ғәжәпкә ҡалдыра: уҙҙәрен белемле, мәғрифәтле тип иҫәпләгән рус белгестәре, башҡорт Тасимовтың тарихи эшмәкәрлеген юғары баһалаһалар ҙа, уның уҡымышлы оло фекер эйәһе булыуына һис кенә лә ышанырға теләмәйҙәр. Р. Шәкүр. [Шиһабетдин — Аҡмуллаға:] Һеҙ ғәрәп, фарсы, урыҫ телдәрен яҡшы белеуегеҙ, ҡаҙаҡ мәктәптәрендә ҡаҙаҡса, башҡорт-татар мәктәптәрендә башҡортса йәки татарса уҡытыуығыҙ, халыҡтар араһында туғанлыҡ-дуҫлыҡты данлау ы -ғыҙ, кешеләрҙең моң-зарын зарлауығыҙ һәм мәғрифәтле хөр тормоштоң яҡынайыуына ышаныс тотоуығыҙ менән бәхетлеһегеҙ, хәҙрәт! Я. Хамматов.
МӘҒРИФӘТСЕ (Р: просветитель; И.: enlightener; T.: maarifçi) и.
Аң-белем таратыусы, ағартыу эше алып барыусы. □ Просветитель. Мәғрифәтсе һуҙе. Мәғрифәтсе булыу. ■ [Шиһабетдин — ҡунаҡтарға:] Әфәнделәр, Аҡмулла тигән илгиҙәр мулла, мәғрифәтсе һәм шағир ошо булыр! Я. Хамматов.
МӘҒРИФӘТСЕЛЕК (мәғрифәтселеге) (Р: просветительство; И.: activity in enlightenment; T.: maarif) и.
Мәғрифәт өлкәһендәге эшмәкәрлек. □ Просветительство. Мәғрифәтселек эше. Мәғрифәтселек идеялары. ■ М. Аҡмулла Урал-Волга төбәгендә һәм Ҡаҙағстанда XIX быуат шарттарында баш алған демократик мәғрифәтселек хәрәкәтен илһамланып кутәреп ала. Р. Шәкүр. Мәғрифәтселек идеялары Мифтахетдин Аҡмулланан ҡала тап М. Өмөтбаев шиғырҙарында ба-
450