МӘҒМҮМ
А. Таһиров. [Миңлеғәле — Рәшиткә:] Оҙаҡланым. Асыуланма... Һиңә мәғлум булһын, минец фронтҡа китеу мәсьәләһе кисектерелде. Я. Хамматов.
2. Тейешле урынға барып, үҙең тураһында рәсми рәүештә хәбәр итеү. □ Известить, доложить о чём-л. Военкоматта мәғлум булыу.
♦ Мәғлүм булһын <ки> иҫк. ниҙер хәбәр итерҙән алда әйтелә. □ Да будет известено.
МӘҒЛҮМ ИТЕҮ (мәғлүм ит-) (Р.: известить о чём-л.', И.: inform; T: haber vermek) ҡ.
Белдереү; хәбәр итеү. □ Известить о чём-л.
МӘҒЛҮМӘТ [ғәр. cjUjka] (Р: сведения; И.: data, information; T: malûmat) и.
1. Ниҙеңдер булмышын асҡан белешмә; хәбәр. □ Сведения, данные; информация. Мәғлумәт алыу. Мәғлумәт биреу. Мәғлумәт йыйыу. ■ Әйтергә кәрәктер, бәлки, быларҙа малайҙар тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлумәт барҙыр. Т. Ғарипова. Яков алып ҡайтҡан мәғлумәттәр быларҙың тоҫмалын ғына раҫланы: гарнизон офицерҙары свей-ҙар менән байрам итә. Б. Рафиҡов. [Рәис — Әкрәмгә:] Нимә юғалтҡанын килгәс уҙе [Ҡытай бизнесмены] әйтер, әлегә бар мәғлумәт шул. Әҙер булайыҡ, һәммәгеҙ ҙә уҙегеҙҙец әлкәләге эштәрҙе ҡарап, тикшереп сығығыҙ. Ә. Әминев. Ысын мәғәнәһендәге художестволы әҫәр кешегә ниндәйҙер мәғлумәт биреу менән генә сикләнмәй, ә уны уҙе һурәт-ләгән тормош эсендә йәшәргә мәжбур итә. К. Әхмәтйәнов.
2. Аң-белем; ғилем. □ Знания. Мәғлумәте төплө. Мәғлумәт алыу. Мәғлумәт туплау.
МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҒЫ (Р: информационное агентство; И.: media agency; T: haber ajansı) и.
Белешмә, хәбәр итеү ойошмаһы. □ Информационное агентство. Мәғлумәт агентлығынан алынған хәбәрҙәр. Мәғлумәт агентлығы сайты. Мәғлумәт агентлығы яңылыҡтары буйынса. ■ «Америка ғалимдары рибонуклеин кислотаһы молекулаларынан логик операция башҡарыусы, тере куҙәнәк эсендә эшләй алған, тышҡы һәм эске сигналдарға яуап биргән компьютер
йыйған», — тип хәбәр итә Рәсәй мәғлумәт агентлығы. «Йәшлек», 18 октябрь 2008.
МӘҒЛҮМӘТЛЕ (Р: образованный; И.: educated, literate; T.: malûmatli) с.
1. Белемле, уҡымышлы. □ Образованный; имеющий образование. Мәғлумәтле кеше. Киң мәғлумәтле мәҙәниәт хеҙмәткәре. ■ Аҡыллы, мәғлумәтле командир. Ә. Хәкимов. «Мәскәуҙән китер алдынан мин академик [Иванов] менән осраштым, — тине Ғайсин [Чекмарёвҡа]. — Ниндәй тәрән мәғлумәтле, аҡыллы кеше». А. Абдуллин. Боғараның хөкөмө тирә-яҡты аймап ала икән, уға уҙенә тоғро, мәғлумәтле кешеләр кәрәк буласаҡ та баһа. Ә. Хәкимов.
2. Хәбәрҙар, таныш, белгән. □ Сведущий, осведомлённый. Тулы мәғлумәтле. Әҙ мәғлумәтле.
МӘҒЛ ҮМӘТЛ Е Л ЕК ( мәғл үмәтл е л еге ) (Р: образованность; И.: accomplishments; Т.: malûmatlilik) с.
1. Белемлелек, уҡымышлылыҡ. □ Образованность. Ғалимдың мәғлумәтлелеге барыһын да таң ҡалдырҙы.
2. Хәбәрҙар булыу, хәбәрләшеп тороу. □ Осведомлённость. Мәғлумәтлелеге иғтибарҙы йәлеп итте.
МӘҒЛҮМӘТҺЕҘ (Р: несведущий; И.: ignorant; T.: malûmatsiz) с.
Белемһеҙ, уҡымышһыҙ; наҙан. □ Несведущий; неосведомлённый. Мәғлумәтһеҙ кеше.
МӘЛҒҮН (Р: проклятый; И.: damnation!; dad-blamed; T.: melun) и. әрл.
Әрләгәндә, һуҡранғанда әйтелә. □ Проклятый, окаянный. Һай, мәлғундәр! ■ Тәнде сәнскеләп ҡарай башланылар, мәлғундәр. Ғ. Хөсәйенов.
МӘҒМҮМ [ғәр. ] (Р: печальный; И.: grieveous, sad; T.: mağmûm) с. иҫк.
Ҡайғы менән тулы, борсоулы; хәсрәтле; һағышлы. □ Печальный, скорбный, прискорбный; горький, горестный. Мәғмум көй. Мәғмум хәбәр. Мәғмум хат. Мәғмум көндәр. Мәғмум мәл. ■ [Йософ:]Хәлем диш-вар, тәнем мәгирух, куңелем мәғмум, нагяһ төштөм был михнәткә мин бер мазлум. «Йософ вә Зөләйха».
15- 1.0062.14
449