мәғиши
мәҙулла мулланы ишеткәнең барҙыр бит? Бик ғалим, бик шөһрәтле кеше... Шуның улы — Сәруәретдин мәғзум. 3. Биишева.
МӘҒИШИ [ғәр. (Р.: жизненный; И.: worldly; T.: dünyasal) с. иҫк.
Тормошҡа мөнәсәбәтле, тормошҡа бәйле. □ Жизненный, связанный с жизнью. Мәғиши хәл. Мәғиши кеше. ■ Бик белеуҙер ғилем мәғиши ижтиһадтыр, ижтиһад. С. Яҡшығолов.
МӘҒИШӘТ [ғәр. <А?~] (Р.: жизнь; И.: life; T: maîşet) и. иҫк.
Тормош, көнкүреш; донъя. □ Жизнь, существование; бытие, быт. Халык мәғишәте. Мәғишәт ҡоролошо. Етеш мәғишәт. Мәғи-шәт ҡанундары. ■ Мин алдыма килгән тәмле-татлы ниғмәттәрҙе палаталағы һәммә иптәштәргә таратып бирә һалдым да уҙем ҡомһоҙланып газета-журналдарға ҡаҙалдым. Бында «Ваҡыт», «Йолдыз», «Нур» газеталары, «Дин вә мәғишәт», «Шура» журналдары һәм төрлө дини китаптар бар ине. Д. Юлтый. [Садиҡ:] Ҡыҙҙар донъяла рәхәт йәшәуҙе ирҙәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп, тыныс эшләп, тыныс мәғишәт итеуҙә тип белмәй, ҡултыҡлашып урамда йөрөуҙә, театрға, баҡсаларға барыуҙа тип беләләр. Ғ. Ниязбаев.
МӘҒИШӘТЛӘНЕҮ (мәғишәтлән-) (Р: жить; И.: live, reside; T: yaşamak) ҡ. иҫк.
Йәшәү, донъя көтөү, донъя ҡыуыу.
□ Жить, существовать, вести хозяйство. ■ [Зариф:] Ғаиләләрегеҙ өсөн ҡайғырмағыҙ. Хоҙаның рәхмәте киң. Бары менән мәғишәтләнеп торорҙар. Н. Ҡәрип.
МӘҒЙҮБ [ғәр. (Р: виновный; И.: guilty; T: mayûb) с. иҫк.
Насар яҡтары булған (кеше)', ғәйепле.
□ Виновный, виноватый, повинный; грешный.
МӘЕКУЛ [ғәр. (Р: приемлемый; И.: acceptable; T: mâkul) с. иҫк.
Бик урынлы, аҡылға ярашлы; лайыҡ, лайыҡлы. □ Приемлемый, разумный. Мәғҡул хаҡ. Мәғҡул ҡарар. ■ Донъяларҙың рәте китә башлағас, Ғиниәттең башында бик мәғҡул бер уй тыуҙы. Б. Бикбай. [Шымбай:]
Ә-ә... Улаймы ни? Бик хуп, бик мәғҡул, кеһ-кеһ. 3. Биишева.
МӘҒЛҮБ [ғәр. (Р: побеждённый; И.: conquered; T: mağlup) с. иҫк.
Еңелгән, тар-мар ителгән. □ Побеждённый. Мәғлуб дошман. Мәғлуб ил. Мәғлуб команда. Мәғлуб нәфсемде йәлләп тә ҡуйҙым әле, тип көлөмһөрәне егет. Мәғлуб команда төшөнкөлөккә бирелергә теләмәне.
МӘҒЛҮБ БУЛЫУ (мәғлүб бул-) (Р: быть побеждённым; И.: be vanquished, beaten; T: mağlup olmak) ҡ. иҫк.
Еңелеү, тар-мар ителеү. □ Быть побеждённым. ■ Ғалиб булғандары мәғлуб булғандарын ниндәй иҙә һәм яфа ҡыла. М. Ғафури. Һәр ваҡыт мәғлуб булды, аҫта ҡалды дошманым. Ғ. Иҫәнбирҙин.
МӘҒЛҮМ I [ғәр. еА»] (Р: известный; И.: famous; T: malûm) с.
1. Нимә һәм ниндәй икәне билгеле, таныш. □ Известный. Мәғлум хәбәр. Мәғлум ысулдар. ■ Ә бына партияның район комитеты, атабыраҡ әйткәндә, һиңә мәғлум булған уның беренсе секретары Айытҡолов Илғужа Ғиниәтов, Нуриханов исемендәге колхозда урын бушатып, беҙгә тәҡдим итә. Д. Бүләков.
2. Танылған, күренекле. □ Известный, знаменитый. Мәғлум кеше. Мәғлум әҫәр. Мәғлум хеҙмәттәр.
МӘҒЛҮМ II [ғәр. (Р: известно; И.: as is known; T: malûm) p.
Күбеһенә таныш, билдәле. □ Известно. Куптән мәғлум. Я [Азамат — нефтселәргә:] Бөтәгеҙгә лә мәғлум, беҙ быға тиклем, ғөмумән, һәр ваҡытта ла, ерҙән нефтте нисек тә куберәк алыу, скважиналарҙы, ятҡылыҡты нисек тә нығыраҡ һығыу тураһында ғына ҡайғыртабыҙ. Р. Солтангәрәев. «Йәмәғәт, уҙегеҙгә мәғлум, минең бер бот та ашлығым юҡ!» — тип яҙып ҡуйылған.
3. Биишева.
МӘҒЛҮМ БУЛЫУ (мәғлүм бул-) (Р: быть известным; И.: be famous for; T: malûm olmak) ҡ.
1. Билдәле булыу. □ Быть известным. ■ Ғөндә йә иртә менән таңға ҡаршы аҡтарҙың һөжумгә киләсәге мәғлум булды.
448