МӘҒЗҮМ
МӘҒДӘНЛЕ (Р.: рудоносный; И.: metalliferous; T.: madenli) с.
Мәғдәне булған. □ Рудоносный. Мәғдәнле ҡатлам.
МӘҒДӘНСЕ (Р: рудокоп; И.: miner; Т.: madenci) и. иҫк.
Мәғдән ҡаҙыусы, мәғдән сығарыусы.
□ Рудокоп; рабочий в руднике; минеролог. ■ Шәмси мәғдәнселәр съезында Зөләйханың атаһы Шафиҡов менән осрашты. Ғ. Хәйри. Бик ҡуп тимер, баҡыр ятҡылыҡтарын асыу тарихы башҡорт мәғдәнселәренең һәм белгестәренең исемдәре менән бәйле. Р. Шәкүр.
МӘҒДӘНСЕЛЕК (мәғдәнселеге) (Р: занятие, связанное с добыванием руды; И.: mining trade; T.: madencilik) и. иҫк.
Ҡаҙылма байлыҡ, руда етештереү менән бәйле шөғөл. □ Занятие, связанное с добыванием руды. ■ XVIII быуатта башҡорттар араһынан ҙур бер төркөм мәғдәнселәр, мәғдәнсе йунселдәр категорияһы, хатта мәғдәнселектең нәҫелдән нәҫелгә кусеше уҫеп сыға. Р. Шәкүр.
МӘҒДӘН УСАҒЫ (Р: рудник; И.: mine; T.: maden ocağı) и.
Ҡаҙылма байлыҡ алына торған урын.
□ Рудник. Мәғдән усағында эшләу.
МӘҒДӘН ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ (Р: руд ные месторождения; И.: metalliferous deposits; T.: maden yatağı) и.
Ҡаҙылма байлыҡтар запасы урыны.
□ Рудные месторождения, рудник. Мәғдән ятҡылыҡтарын өйрәнеу. Мәғдән ятҡылыҡтарының запасы.
МӘҒЖҮН [ғәр. (Р: наркотическое вещество; И.: narcotic drug; Т.: hap) и. иҫк.
1. Мәк орлоғо, әфйүн кеүек нәмәләрҙән яһалған иҫерткес, миңрәүләткес матдә.
□ Наркотическое вещество (семена мака, имеющие наркотическое действие). Мәғ-жун сэйнэу. ■ [Мәжит:] Мәғжун тигән нәмәне ашаһаң, кәйефте килтерә, иҫертә. М. Ғафури.
2. мед. Медицинала ныҡ ауыртыуҙы баҫа торған дарыу. □ Наркотическое вещество (микстура, лекарство). Мәғжун эсеу. Мәғжун ҡулланыу.
МӘҒЖҮНСЕ (Р: наркоман; И.: addict; Т.: hapçı) и. иҫк.
Мәғжүн тартыусы, мәғжүн сәйнәүсе.
□ Наркоман. Мәғжунсе булыу. Мәғжунсе-ләрҙе дауалау. ■ Супле баш мәғжунселәргә балдан артыҡ ләззәте. Я. Юмаев.
МӘҒЗУБ [ғәр. (Р: раздражаю-
щий; И.: irritative; T.: sinirlendirici) с. иҫк.
Асыуға сәбәп булған, асыуҙы килтергән.
□ Раздражающий, навлекающий на себя гнев. Мәғзуб нәмә. Мәғзуб һуҙ. Мәғзуб көн.
♦ Ғәйрел мәғзуби асыуға сәбәпһеҙ, асыуҙан тыш. □ Не вызывающий гнева.
■ Яңынан эшкә алыуын һорарға ҡарар иттем. Ғәйрел мәғзуби генә һөрөлгәйнем бит мин. Ғ. Ғүмәр.
МӘҒЗУР [ғәр. (Р: помилованный; И.: pardoned; T.: mazur) с. иҫк.
Ғәфү ителгән; ғәфү ителергә лайыҡ; ғәфүле. □ Помилованный, прощённый, оправданный. Мәғзур ҡылыҡ. Мәғзур эш. Мәғ-зур кеше. ■ Шунда ла мәғзурһың һин, өҫкө иләк, һин, мөсәххих, аҫҡы иләк, булма һирәк; иләп-иләп ваҡ-төйәкте таҙартмаһаң, һиңә оят, һиңә төшә мәсьулиәт. Ш. Бабич. Мәғ-зурмын, инсаф ҡылып ҡараһағыҙ, беҙ байғош бөйөктәрҙән аламабыҙ. Кесерәйтһәң, кесерәйтергә мин яраймын, уҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ. М. Аҡмулла. Мөхәббәт әһеле ҡайғылы һәм дә мәғзур. М. Ғафури. • Бары менән мәғзур, юғына Хоҙай әҙер. Әйтем.
МӘҒЗУРӘТ [ғәр. ö(р.: помилование; И.: act of pardon, mercy; T.: mazeret) с. иҫк.
Ғәфү; кисереү, ярлыҡау. □ Помилование. • Гөнаһ — бәндәнән, мәғзурәт — Алланан. Мәҡәл.
МӘҒЗҮМ I [ғәр. (Р: приглашённый гость; И.: invited guest; T: davetli) и. иҫк.
Саҡырылған ҡунаҡ. □ Приглашённый гость. Мәғзум булып килеу.
МӘҒЗҮМ II [ғәр. (Р: сын религиозного деятеля; И.: son of a religious figure; T.: hocanın oğlu) и. иҫк.
Дин әһеленең улы. □ Сын религиозного деятеля. Мәғзумгә кейәугә сығыу.
■ [Хөснөлхаҡ — ’ Закирға:] Беләһецме, кисә ҡыҙға яусы килгән. .. Иҫәнбәт ауылынан Әх-
447