Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 482


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘРЙЕН АҒАСЫ
дә була, теҙеп таға инек куҙ теймәй, тип. Экспедиция материалдарынан.
МӘРЙЕН АҒАСЫ (Р.: бузина красная; И.: elder; T.: mürver ağacı) и. бот. диал. кар. осҡат.
Аллы-аклы ваҡ ҡына сәскә атҡан, ҡы-ҙыллы-һарылы ҡушар-ҡушар емеш биргән, ҡубырсып торған аҡһыл ҡабыҡлы ҡыуаҡ ағасы. □ Бузина красная (лат. Sambucus racemosa). Мәрйен ағасы сәскәһе.
МӘРЙЕНГҮҘ и. зоол. диал. ҡар. мәрйенкүҙ.
МӘРЙЕНКҮҘ (Р: белоглазый нырок; И.: white-eyed pochard; T.: pasbaş patka) и. зоол.
Көрәнһыу башлы, аҡ бауырлы, аҡ күҙле ваҡ өйрәк. □ Белоглазый нырок (лат. Netta rufina). Мәрйенкуҙ бәпкәһе.
МӘРЙЕНКӘЙ ӨЙРӘК (өйрәге) и. зоол. диал. ҡар. мәрйенкүҙ.
МӘРЙЕН ЯҒА (Р: женский нагрудник; И.: female bib; T.: göğüslük) и. этн.
Һул яурындан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп кейә торған шау тәңкә-мәрйенле ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе; дәүәт. □ Женский нагрудник (неширокий женский нагрудник, украшенный серебряными монетами, драгоценными камнями, кораллом, надеваемый наискосок через плечо).
МӘРЙӘ [рус. Мария] (Р: русская; И.: Russian woman; T.: Rus kadını) и. һөйл.
Урыҫ ҡатын-ҡыҙы. □ Русская. Мәрйә кейеме. ■ [Мәғәфур — Арыҫланға:] Үҙецдән әллә ниндәй француз хушбыйы еҫе килә. Мөрйәләр оҙатып ҡалған, ахырыһы. Д. Бүләков. Бына бит, юрый эшләһәц дә улай булмаҫ: мәрйә ҡатынынан тыуғаны, Салауат Етем-бай тип атағаны, башҡорт ҡулына эләкте, башҡорт ҡатындарынан тыуғандарын урыҫтар алған. Б. Рафиҡов. Мәрйә, ах та ух килеп, зарын һөйләй, мосолманса өшкөртөп ҡарағанда килешмәҫ микән, арағыҙҙа уҡымышлы юҡмы, тип һорай. М. Ямалетдинов.
МӘРЙӘМАНА (Р: иерихонская роза; И.: sort of reed-like flower; T.: Meryem Ana eli bitkisi) и. бот.
1. Йомро ҡара емеш бирә торған ҡамыш һымаҡ гөл. □ Иерихонская роза (лат. Anastatica hierochunticd). ■ Минец әсәйем мәрйәмана уҫтерергә бик ныҡ ярата. Экспедиция материалдарынан.
2. Ҡыңғырау сәскәлеләр. □ Колоколь-чиковые (лат. Campanulaceae). Мәрйәмана уҫтереу.
МӘРЙӘМ АНА (Р: Дева Мария; И.: Blessed Virgin; T.: Meryem Ana) и. (баш хәреф менән)
1. дини. Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе.
□ Дева Мария.
2. миф. Башҡорт мифологияһында ҡайһы бер ауырыуҙарҙы өшкөргәндә әйтелә.
□ Дева Мария. ■ Ауыр бала тапҡан ҡатынды: «Минец ҡулым тугел, Мәрйәм ана ҡулы», — тип һыпырып алғандар. Башҡорт мифологияһынан.
МӘРЙӘ СӘСЕ (Р: ковыль; И.: feather grass; T.: sorguç otu) и. бот. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбырлап ултырған йөнтәҫ сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipa). Ялан мәрйә сәсе.
МӘРКЕ (Р: короб; И.: basket of bark; T.: kutu) и.
1. Ҡорот киптереү өсөн тәғәйенләнгән туҙ һауыт. □ Короб (из луба для сушения курута). Мәрке әҙерләу. И Аҫылбикә яцы ғына яҙылған аҡ майҙы һалҡын һыуҙа тасҡап алды, мәрке тултырып йәш ҡорот һалды. Ғ. Ибраһимов.
2. Эйәргә артып йөк йөрөтөү өсөн ҡабыҡтан, туҙҙан яһалған 1,5 — 2 бот нәмә һыйышлы һауыт. □ Носилка (из луба или бересты для носки земли, глины и т. д.). Мәрке менән ташыу. И Бабсаҡты ҡыпсаҡ еренән мәрке менән тупраҡ ташып кумәләр. «Бабсаҡ менән Күсәк». Ҡырғыҙҙар тупраҡты мәрке менән дөйәләргә артмаҡлап, уҙҙәре-нец яғынан килтерергә мәжбур булғандар. Легенданан.
♦ Мәрке баш һөйл. ҙур баш. □ Большая голова.
МӘРКЕҮ (мәрке-) ҡ. диал. ҡар. мәреү.
МӘРКӘЗ [ғәр. j^j*] (Р: центр; И.: centre; T.: merkez) и. иҫк.
482