Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 483


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘРСЕН
1. Нимәнеңдер уртаһы; үҙәге; □ Центр. / Центральный. Мәркәз урам. ■ Бихисап ҙур бер шәһәргә керҙеләр, дыу килеп мәркәз урамдан йөрөнөләр. Ш. Бабич. Мәскәүҙә, М. Горький исемле әҙәбиәт институтында, уҡып сыҡҡан яҙыусыла Мәскәү тәрбиәһе, үҙәк мәркәз мәҙәниәте көслө. Ғ. Хөсәйенов.
2. Идара үҙәге урынлашҡан, сәнәғәткә бәйле ойошмалар, мәҙәниәт йорто һ. б. булған ҡала йәки ҙур ауыл; үҙәк; баш ҡала. □ Город, большое село или другое средоточие административных, промышленных или иных учреждений. Район мәркәзе. ■ Хәрби губернатор бөтә өйәҙ, кантон начальниктарын, губернияныц һәм мәркәз ҡаланың эре түрәләрен, казачий атамандарҙы, күренекле кешеләрҙе саҡыртты. 3. Ураҡсин. Бүлексә үҙәге генә булһа ла, мәркәз мәркәз инде; контора тегендә, эште, аҡсаны шунда бүләләр, күп нәмәләрҙе шунда хәл итәләр. Р. Солтангәрәев. Ул саҡ [XIX б. урталарында ]Ырымбур — Башҡортостан өсөн дә мәркәз, губерна баш ҡалаһы. М. Өмөтбаев.
3. Берәй эш *менән идаралыҡ иткән юғары орган. □ Высший руководящий, правящий орган. Ғилми мәркәз. Мәҙәниәт мәркәзе. ■ 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт мәркәз әлкә (үҙәк) шураһы Башҡорт автономияһын иғлан иткән көндән башлап Фәтхелҡадир Сөләймәнов үҙ төбәгендә тулыһынса башҡорт халҡының милли-азат-лыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Р. Шәкүр. Илебеҙ элек-электән Волга-Урал төбәгендә Ислам мәҙәниәте һәм мәғрифәтенең мәркәзе булып шөһрәт алған. «Киске Өфө», № 24,
2011.
МӘРКӘЗЛӘШТЕРЕЛЕҮ (мәркәзләштерел-) ҡ. иҫк. төш. ҡар. мәркәзләштереү. страд, от мәркәзләштереү. ■ Орлоҡтар мәркәзләштерелгән, сауҙа һәм сәнғәт ойошмаларынан килешеү буйынса алына. Ғ. Ғис-мәти.
МӘРКӘЗЛӘШТЕРЕҮ (мәркәзләштер-) (Р: централизовать; И.: centralise; T.: merkezleştirmek) ҡ. иҫк.
Бер үҙәккә, бер ергә туплау; үҙәкләштереү. □ Централизовать. // Централизация. ■ [Аҙыҡ комиссариаты] халыҡ өсөн
кәрәк булған нәмәләрҙе мәркәзләштереп, халыҡҡа таратты. Картотека фондынан.
МӘРҠУМ [ғәр. (Р: написанный или сказанный; И.: scriptory; T.: merkum) c. иҫк.
Яҙылған йәки әйтелгән. □ Написанный или сказанный. Мәрҡум хәбәр.
МӘРҠӘД [ғәр. (Р: могила; И.: grave; T.: merkat) и. иҫк. ҡар. ҡәбер.
Мәрхүмде ерләр өсөн әҙерләнгән соҡор; мөҡбәрә. □ Могила. / Могильный. Мәрҡәд ташы. ■ Йә, Мөхәммәт, ҡыл шәфәғәт, мәр-ҡәдеңдән тор, терел. Ш. Бабич.
МӘРМӘР [ғәр. _>>>>] (Р: мрамор; И.: marble; T.: mermer) и.
Скульптура һәм архитектура эштәрендә ҡулланыла торған төрлө төҫтәге кристалл. □ Мрамор. / Мраморный. Мәрмәр вағы. Мәрмәр онтағы. Мәрмәр һәйкәл. ■ [Гөлшан] институт баҫҡысынан төшөп килгәндә тайып, мәрмәр иҙәнгә ныҡ ҡына барып төштө. Д. Бүләков.
МӘРМӘРҘӘЙ (Р: как мрамор; И.: marble, like; T.: mermer gibi) р.
Мәрмәр кеүек, мәрмәргә тиң. □ Как мрамор. ■ [Гөлшандың]мәрмәрҙәй аҡ, шыма тәне егеттәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Д. Бүләков.
МӘРМӘРСЕ (Р: мраморщик; И.: marbler; T.: mermerci) и.
Мәрмәр эшкәртеүсе. □ Мраморщик. Мәрмәрсе хеҙмәте. Мәрмәрсе булып эшләү.
МӘРМӘРТАШ и.
1. ҡар. мәрмәр. Мәрмәрташ табыу.
2. Ҡәбер өҫтөнә ҡуйыла торған мәрмәр һәйкәл. □ Надгробная мраморная плита. Мәрмәрташ ҡуйыу.
МӘРСЕН I (Р: осётр; И.: sturgeon; Т.: mersin) и. зоол.
Ҡыҫҡараҡ моронло, буй-буй теҙелгән ҡабырсаҡ тәңкәле, ыуылдырығы һәм ите бик затлы эре балыҡ; бикре. □ Осётр. / Осетровый, осетринный (лат. Acipenser). Мәрсен тотоу. Мәрсен үрсетеү. Мәрсен ыуылдырығы. Мәрсен ите.
МӘРСЕН II [ғәр. и. ҡар. мирт 1. Мәрсен ҡыуағы.
16*
483