МӘРСЕН
МӘРСЕН Ш [ғәр. û^j^] и. бот. иҫк. ҡар. магнолия. Мәрсен сәскәһе.
МӘРСЕНДӘР (Р.: осетровые; И.: the sturgeon famaly; T.: mersingiller) и. зоол.
Бикре, ҡырпа, сөгә, уҡбаш һ. б. ҡараған балыҡтар ғаиләһе. □ Осетровые (лат. Acipenser).
МӘРСЕН ҺЫМАҠТАР и. зоол. ҡар. мәрсендәр.
МӘРҪИӘ [ғәр. (Р.: элегия; И.: elegy; T.: mersiye) и. иҫк.
Кемдеңдер үлеүе айҡанлы яҙылған ҡайғылы шиғыр. □ Элегия; стихотворение, посвящённое чьей-л. памяти. Мәрҫиә яҙыу. ■ Көнсығыш поэзияһынан килә торған мәрҫиә, нәзирә, дастан, ҡисса, тәмҫил жанрҙарына ла бөгөнгө поэзиянан миҫалды күпләп табып булыр ине. К. Әхмәтйәнов. Ахыр ғүмер мәңге өҫтөгөҙҙә мәрҫиәләр көйләп торормон. Ш. Бабич. Мәрҫиә яҙҙым мин бисара, үткерлеген ҡылып сара. М. Аҡмулла.
МӘРТ [ғәр. <-^] (Р: летаргия; И.: lethargy; T.: koma) и.
Оҙаҡ ваҡыт, бер ни белмәй, тәрән йоҡоға талған һымаҡ хәрәкәтһеҙ ятҡан хәл. □ Летаргия, летаргический сон. Мәрткә китеү
МӘРТКӘ КИТЕҮ (мәрткә кит-) (Р: впадать в летаргический сон; И.: go lethargic; T.: komaya girmek) ҡ.
Летаргик йоҡоға талыу. □ Впадать в летаргический сон. ■ [Шамуҡ ҡарт — лейтенанттарға:] Эй, һеҙ, әллә мәрткә киттегеҙме, йоҡо сумарҙары, төш етеп килә бит инде! Д. Исламов. • Мәрткә киткән ҡайта, үлгән ҡайтмай. Әйтем.
МӘРТТӘН ҠАЙТЫУ (мәрттән ҡайт-) (Р: выйти из состояния летаргического сна; И.: come out of lethargy; T.: komadan çıkmak) ҡ.
Летаргик йоҡонан уяныу. □ Выйти из состояния летаргического сна.
МӘРТӘБӘ I [ғәр. (Р: раз; И.: time; T: defa) и.
Тапҡыр, ҡат. □ Раз. Бер нисә мәртәбә ҡабатлау. ■ Бер мәртәбә беҙ ҙә бабайҙар янына ҡуҡрайып барып төшәйек, исмаһам. Д. Бүләков. Төлкөсураның, тағы ла бер тапҡыр ғына булһа ла, ғүмерендә тәүге
мәртәбә осратҡан сихырлы зәңгәр күҙҙәргә ҡарап торғоһо килә ине. Н. Мусин. [Рая -Колоевҡа:] Нимә бер әйберҙе ҡырҡ мәртәбә һорайһың? Шул көйө ҡалдырған тип уйлайһыңмы ни?! Р. Солтангәрәев.
МӘРТӘБӘ II [ғәр. (Р: степень; И.: rank; T: mertebe) и.
1. Хеҙмәттәге урын, рәсми дәрәжә. □ Степень, чин; звание; положение, сан. Мәртәбәһе оло. ■ Милли шиғриәтебеҙ менән дан ҡаҙанған уҙамандарыбыҙ булған кеуек, әҙәбиәтебеҙ мәртәбәһе кимәлен тотоп торған әҙибәләр бар. «Ватандаш», № 5, 2009. • Мәртәбәң бейек булһа, йортоң алыҫтан күренә. Мәҡәл.
2. Дәрәжә, яҡшы исем, абруй. □ Авторитет. Мәртәбә алыу. ■ Батырлыҡ ҡоро дан ғына тугел, дәрәжә лә ине. Яуҙа яулап алынған мәртәбә. Батша ярлығы менән беркетелгән рәсми исем, халыҡ ололаған яҡшат. Ғ. Хөсәйенов.
МӘРТӘБӘЛЕ (Р: высокопоставленный; И.: high-ranking; T: mertebeli) с.
1. Ҙур рәсми дәрәжәле, абруйлы. □ Высокопоставленный, авторитетный. Мәртәбәле кеше.
2. Абруйлы, дәрәжәле. □ Авторитетный. ■ Әлбиттә, ғаиләнең уҙ иҫәбе, уҙ тоҫмалы. Дәүләтле, мәртәбәле йортҡа ышаныслы, тоғро хеҙмәтселәр кәрәк. Ә. Хәкимов. [Алтынбай — Петяға:],Кит әле, Петя, юҡты һөйләмә, быны һин үҙең уйлап киләһең бит, кешенән ишеткән һүҙең тугел. Шундай мәртәбәле кеше лә алдашһа, беҙгә ни ҡала?
3. Ураҡсин. Еңеүселәр генә мәртәбәле был арбағыс һабан туйында. Т. Ғәниева.
МӘРТӘБӘЛӘҮ (мәртәбәлә-) (Р: чтить; И.: revere; T: saygı duymak) ҡ.
Ҡәҙер-хөрмәт итеү, ололау, хөрмәтләү, ҙурлау, ихтирам итеү. □ Чтить, почитать кого-чего. Уҡытыусыны мәртәбәләу. Өлкән-дәрҙе мәртәбәләу. ■ Һиңә, уҡыусым, әйтәһем килде: мәртәбәләмә яңғыҙлыҡ хисен. «Башҡортостан», 19 май 2009.
МӘРУД [ғәр. (Р: драгоценный; И.: precious; T.: kıymetli) с.
Хаҡы, баһаһы бик юғары булған, аҫыл; ҡиммәтле. □ Драгоценный, богатый, велико
484