Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 598


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

нығытып
топонимия, антропонимия материалдары менән дә нығытыла. Ф. Нәҙершина. Миҫал менән нығытылмаған хәбәр ғәйбәт була, тиҙәр. М. Ямалетдинов.
НЫҒЫТЫП (Р.: очень; И.: hard, fast; T.: çok; pek; gayet) р.
1. Ныҡ итеп. □ Очень, сильно; крепко; тяжело. Нығытып ҡарау. Нығытып тышау. Нығытып илау. Нығытып ашау.
■ [Айгөл — Ричардҡа:] Нығытып эҙләгәс, табыла теге бала. М. Кәрим. Нурмыш, атты аҙбарға индереп, ҡапҡаны нығытып бикләп ҡуйғас, мәсеткә йугерҙе. Ғ. Лоҡманов. [Әхмәҙиә] ҡапҡаһын нығытып бәйләп ҡуйҙы. Р. Солтангәрәев.
2. Бик ныҡ итеп, киҫәтеп. □ Настойчиво; твёрдо, серьёзно. Нығытып һөйләу. Нығытып әйтеп ҡуйыу. ■ [Ғариф староста:] Был хаҡта мицә волоста старшина нығытып әйтеп ҡайтарҙы: гөбөрнатыр хәҙрәттәре Ташбатҡан, Ғумәр ауылдарына барасаҡ. Ж. Кейекбаев.
НЫҒЫТЫУ (нығыт-) (Р: крепить; И.: fortify, fix; T.: sağlamlaştırmak) ҡ.
1. Ҡаҙаҡлап, бәйләп, бороп һ. б. юл менән ныҡ хәлгә килтереү; ныҡ итеү. □ Крепить, укреплять, закрепить. Нығытып бөтө-рөу. Нығытып ҡуйыу. Нығыта төшөу. Шө-рөпщю нығытыу. Йөктө бәйләп нығытыу.
■ [Ҡатындар] сепараторҙы курнәсәгә ҡаршы өйгә, һике башына дурт шөрөп менән нығытып ултыртып ҡуйҙылар. Ж. Кейекбаев. [Әсәйем:] Улым, кәбәнецдец уртаһын нығыт, эргәһе ишелеп төшмәһен. Н. Мусин.
2. Ныҡ итеп ҡуша беркетеү. □ Крепить, укреплять, закрепить. Арҡанды билгә нығытыу. Нығытып ҡуйыу. ■ Арҡандың бер осон иптәштәренә тоттороп, икенсе осон биленә нығытып, Аҡъял батыр тубән төшөп киткән, ти. Әкиәттән. Ваһап ҡарт кәзә һуйғанда уландарына бер тотам эсәк-ҡарын биреп ебәрҙе һәм шуны оҙон һайғауға нығытып бәйләргә ҡушты. Ж. Кейекбаев. Санаға сус бау менән арҡыры нығытып бәйләнгән сөм курептә ике ир-егет килә.
С. Шәрипов.
3. Төҙәтеп яҡшы, бөтөн, ныҡ хәлгә килтереү; йүнәтеү. □ Крепить, укреплять;
поправлять, чинить. Быуаны нығытыу. Ҡойманы нығытыу. Ишекте нығытыу. И [Әминә — Ғәлиәхмәткә:] Быуаны нығытып, Тәрәнйылғаның ҡоро уҙәнен кумеп ҡуйһағыҙ, ҡалғанын Хәҙисә Ғәзизовна ярҙамында уҡыусылар, ауыл халҡы менән әллә уҙебеҙ ҙә эшләр инек, тим. Р. Байымов. [Сәхибгәрәй] баҙҙың был булмәһенең өҫтөн ярған бурәнә менән ҡаплап нығытты. И. Ғиззәтуллин. Атаһы ҡайтҡас, уның улдары Әбделхаҡ менән Мәғәфур ҙә, йорт тирәһен нығытҡанда, дәртләнеп, атаһына ярҙам иттеләр. Ж. Кейекбаев. • Атын урлатҡас, һарайын нығытҡан. Мәҡәл.
4. Етешмәгән нәмәне булдырып бөтәйтеү, етеш итеү. □ Поправлять (хозяйство, имущество). Донъя нығытыу. Өҫ-башты нығытыу. ■ [Йосоп — Ғәлимгә:] Донъя нығытырға тип тә ҡайғырған юҡ. Атайҙың тормошо ал да гөл. Н. Мусин. Тәлғәт Ласынов ғаиләһе һарыҡты купләп аҫрау юлы менән донъяһын нығыта. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2010. Бикмырҙа унда саба, бында елә, иш янына ҡуш эҙләй, мөлкәтен арттыра, хужалығын нығыта. Ә. Хәкимов.
5. Көс туплау, организмды көслө итеү, сыныҡтырыу. □ Укреплять, закаливать (здоровье, организм). Һаулыҡты нығытыу. Нервыларҙы нығытыу. Иммунитетты нығытыу. ■ [Ҡаҙнабаев] медицинаны уҫтереу, кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу мәсьәләләренә .. ныҡлы баҫым яһаны. Р. Солтангәрәев. Ҡешеләрҙең рухын сыныҡтыра, байыта, һаулығын нығыта ул хазина-урман. С. Шәрипов. Йәшел сәйҙәге кофеин .. йөрәкте нығыта, һулышты тигеҙләй, ҡан тамырҙарын киңәйтә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2,2010.
6. Көслө итеү, нимәнеңдер ғәмәлдәге көсөн арттырыу. □ Укреплять, усиливать. Хужалыҡты нығытыу. ■ [Басариев:] Та-шауыҙҙы кадрҙар менән нығытыу буйынса саралар билдәләнде. Р. Солтангәрәев. Янғантау санаторийын кадрҙар менән нығытыу мәсьәләһе көн уҙәгенә килеп баҫҡас, ауыл врачының ошо яҡтарын да иҫкә алғандарҙыр инде, курәһең. Ф. Әсәнов. Туҡ-Соран буйҙарында ул [Дауыт Юлтый] Со
598