Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 597


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НЫҒЫТЫЛЫУ
1. ҡайт. ҡар. нығыу 1. возвр. от нығыу 1. Нығына башлау. Нығына барыу. Мускулдар нығынды. ■ Батҡаҡ бер иле ҡалынлығындай булып ҡатҡан һәм та-пала-тапала йәйге таҡыр юл шикелле нығынған. Р. Солтангәрәев. Ҡанаттары ны-ғынмағанлыҡтан, улар [ҡор балалары] алыҫ оса алмай, саҡ ҡына баралар ҙа тағы үлән араһына боҫалар. Н. Мусин. Нығынғандыр тартып теҙгенеңде беләктәре минең тиҫтерҙең. Р. Бикбай.
2. Ныҡлап урынлашыу, нигеҙләнеү. □ Упрочиваться, обосновываться, закрепляться. Яңы урында нығыныу. ■ Эра башында күсмә халыҡтар Европаға ағыла башлағанда үҫәргәндәр Көньяҡ Уралда нығынған. Р. Байымов. Закир хәҙерге Күгәрсен районы Мәҡсүт ауыл советына ҡараған Борҡот ауылында нығынып китте. Ғ. Хисамов.
3. Ниндәйҙер көскә эйә булып ғәмәлгә инеү. □ Упрочиваться, утверждаться, закрепляться. Фекер нығына. Ҡараш нығына. ■ Бында, башҡорт ерендә, уның [Сергей-ҙың] күп нәмәгә күҙе асылды, рухы ҡанатланды, фекере нығыны. А. Абдуллин. Мөхәббәт нишләп ғүмерлек була алмаһын, әлбиттә, була ала. Өлкәнәйә, картам килә ул хистәрҙең нығына ғына барыуын тояһың. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010. Айыу әҙенән бара биргәс, уның [Һолтанбайҙың] был фекере тағы ла нығынды: үләндәргә йыртҡыстан һаман ҡан тамсылай. Н. Мусин.
4. Нығытмалар ҡороп, ныҡлап урынлашыу. □ Упрочиться, закрепиться. Ҡалҡыулыҡта нығыныу. ■ [Алдар:] Халыҡ эйәртеп, хаким үҙе килеп минән ярҙам һорағас, мин уға ярҙам итеремә ышандырып, ҡалала нығынырға ҡуштым. «Зөһрә менән Алдар». [Алдарҙың полкы] шул төнгөһөн ҡәлғә стенаһы ҡырына урҙарға нығынған казактарҙың байтағын ҡәлғәнән шым ғына сыҡҡан янычарҙар ятағандары менән йоҡо аралаш һуйып ташланы. Ғ. Хөсәйенов. Ул [алғасҡы ғәскәр] Тимер Ҡапҡаны биләп нығынғас, төп ғәскәр ҙә килеп етәсәк. Ә. Хәкимов.
НЫҒЫТКЫС (Р: крепёж; И.: amplifer; Т.: fiksaj elemenları) и. махе.
Нимәнелер нығытып ҡуйыу өсөн яйланма. □ Крепёж. Нығытҡыс ҡулланыу.
НЫҒЫТМА (Р: укрепление; И.: lining; prop; T.: istihkam) и.
1. Нимәнәндер һаҡланыу өсөн эшләнгән ҡоролма. □ Укрепление, крепь. Нығытма ҡуйыу. Бурап яһалған нығытма. ■ Шахталарҙан һыуҙарҙы таҙартырға, нығытма, терәүҙәрен йүнәтергә кәрәк. Ә. Хәкимов. Кисә Юламан баҡыр баҙҙарын барып ҡараны: соҡорҙар ишелә башлаған, ыҙмалар һәм ҡойма емерелгән, нығытма урҙарын күрән, ваҡ ағастар баҫып алған. Б. Рафиҡов.
2. хәрби. Һөжүмдән һаҡланыу өсөн төҙөлгән хәрби ҡоролма. □ Укрепление, крепость; форт. Дошман нығытмалары. Ваҡытлыса эшләнгән нығытма. Оҙаҡ ваҡытлы нығытма. ■ Дала ҡаплап килгән балау-ҫа яуы олобәшнәктәрҙең нығытмаһы — ҡапҡаны емереп, баҫып алып, ыңғайға бик күп балабәшнәктәрҙе лә ҡырған. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы». Ер-Һыу кибер-кипмәҫтән сик һыҙығын далаға күсереү, нығытмалар төҙөү эше башланып китте.
3. Ураҡсин. Ерҙе ҡаҙып эшләнгән барлыҡ нығытмалар ныҡ, мәңгелек. Я. Хамматов.
НЫҒЫТТЫРЫУ (нығыттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. нығытыу 1—6. понуд. от нығытыу 1—6. Нигеҙҙе нығыттырыу. Һарайҙы ны-ғыттырыу. ■ Әхмәҙи .. Һалабаш күленең быуаһын нығыттырыу, ҡарауылсы яллау һәм башҡа шуның кеүектәр өсөн аҡса кәрәк буласағын әйтте. Ж. Кейекбаев. [Рәхимә -Айбулатҡа:] Земскийға барып, әллә ниндәй ер эштәре нығыттырып йөрөйҙәр бит [ағайыңдар] ана. һ. Дәүләтшина.
НЫҒЫТЫЛЫУ (нығытыл-) ҡ. төш. ҡар. нығытыу 1, 2, 6. страд, от нығытыу 1, 2, 6. Закон менән нығытылған. Тимер сым менән нығытылған. Гранит менән нығытылған яр. Юридик яҡтан нығытылған. ■ Яр ситен уйып, ағастар менән нығытылған ҡыуыш алдында, тәртипһеҙ рәүештә кәйлә, кәрәк, сәйнүк һәм биҙрәләр ята. Я. Хамматов. Башҡорттарҙың боронғо замандарҙа бүрегә табынғанлығы археология, этнография,
597