Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 596


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НУРҺЫҘЛЫҠ
нурһыҙланған бәҫ күҙҙәре тағы ла теремек ҡарай башланы. Ж. Кейекбаев.
НУРҺЫҘЛЫҠ (нурһыҙлығы) (Р: тусклость; И.: tarnish; dimness; T.: nursuzluk) и.
Нурһыҙ (2) булыу сифаты. □ Тусклость; блёкл ость. ■ Ҡарттың зәғфран төҫлө һары, ҡырау һуҡҡан әрекмән япрағы кеүек йыйырсыҡлы һурынҡы йөҙө, төпкә батҡан күҙҙәренең нурһыҙлығы .. — бөтәһе уның, яҡты донъя менән иҫәп-хисапты әллә ҡасан өҙөп, һуңғы сәфәргә әҙерләнеп бөтәүен ишаралай. Ә. Хәкимов.
НУРЫМ (Р.: вымоина под берегом; И.: kind of gully; T: çukur) и. диал. ҡар. ҡумшырыҡ 1.
Яр ситенән өңөлөп киткән соҡорло урын. □ Вымоина под берегом. Нурымға төшөү. Нурымда батыу.
НУРЫТЫУ (нурыт-) ҡ. ҡар. нурыу. һыу нурытып мурҙаны ағыҙып алып киткән.
НУРЫУ I (нуры-) (Р: подмывать; И.: wash up; T: aşındırmak) ҡ. диал. ҡар. өңөү 2.
Ярҙы ашау (ағымға ҡарата). □ Подмывать, размывать (о воде). Ярҙың һыу нурыған урыны. Яҙғы ташҡын йылға ярын нурыған.
НУРЫУ II (нуры-) (Р: засахариваться; И.: candy; crystallize; T: şekerlenmek) ҡ. диал.
Ярма кеүек бөртөкләнеп, таралып тороу; ярмаланыу (балға ҡарата). □ Засахариваться (о мёде). Бал нурыған.
НУРЫШТАУ (нурышта-) (Р: стать пасмурным; И.: get cloudy; T: kapalı olmak) ҡ. диал.
Ауыр ҡара болот булып, дымға тулышыу; йәшкәҙәү; боҙолоу (һауа торошона ҡарата). □ Стать пасмурным, сумрачным, хмуриться (о погоде). Көн нурыштай. Иртәнән бирле нурыштап тора.
НУТРИЯ [рус. < исп. nutria} (Р: нутрия; И.: nutria; T: bataklık kunduzu) и. зоол.
Кимереүселәр төркөмөнә ҡараған ҡиммәтле тиреле һыу буйы йәнлеге (Көньяҡ Америкала, Европала, Рәсәйҙә таралған)', һаҙ ҡондоҙо. □ Нутрия. / Нутриевый (лат. Myocastor coy pus). Нутрия тиреһе. Нутрия аулау.
НУТРОМЕР [рус.] (Р: нутромер; И.: calipers; T: yuvarlak cismin çapını ölçmekte
kullanılan iki kollu bir aygıt, çap pergelinden özellikle pelvis çapının ölçülmesinde yararlanılır) и. тех.
Төрлө деталдең эске һыҙыҡ үлсәмен билдәләй торған ҡорал. □ Нутромер. Индикаторлы нутромер. Нутромер менән үлсәү. Нутромер ҡулланыу.
НУХ (Р: Нух; И.: Noah; T: Nuh) и. дини.
(баш хәреф менән) Туфан ҡалҡҡан осорҙа йәшәгән пәйғәмбәр. □ Нух; Ной. Нух пәйғәмбәр. ■ Башҡорт тәуарихы ла, бүтән ҡәүемдәрҙеке шикелле, Әҙәм ғәлиәссәләмдән башланыр. Уға Нух, Муса, Исмәғил, Дауыт, Исхаҡ, Яҡуп, Йософ һ. б. пәйғәмбәрҙәрҙең исемдәре ялғанып китер. Ғ. Хөсәйенов. Ту -фан һыуы ташҡанда, тауҙан, таштан ашҡанда, һәр йәнлектән алып ул, кәмә эсенә һалып ул, аман-иҫән ҡалып ул — Нух (тигән) пәйғәмбәр (ҙә), (ул да) үткән донъянан. «Әл-ҡисса Буҙйегет».
♦ Нух заманы бик боронғо ваҡыт.
□ Незапамятные времена. Нух заманында. Нух заманынан алып. Нух заманында булған хәл. Нух заманын иҫләп торма. ■ Гөлйөҙөм инәй, Нух заманынан ҡалған, тик ошо юлға ғына йөрөтә торған иҫке сумкаһын тотоп, аръяҡҡа сығып китте. Р. Солтангәрәев. [Рауза] бирнәгә тип Нух заманында уҡ йыйған ҡорған, балаҫ-түшәктәрен алып барҙы. Т. Ғарипова. Сәйнүген ваттым мин уның [Майгөл әбейҙең]. Әсәйем әйтмешләй, Нух заманынан ҡалған сәйнүк ине ул. К. Мәргән.
НҮКТӘРГЕ и. диал. зоол. ҡар. мүктәрге. ■ [Нүктәргенең] ояһы ағас башында, ҡая таш һикәлтәләрендә, ерҙәге түңгәктәрҙә була. Э. Ишбирҙин.
НҮШӘР ЯМҒЫР (Р: проливной дождь; И.: pouring / torrential rain; T: çok zorlu yağmur, sağanak) и. диал. ҡар. ҡойма ямғыр.
Ҡойоп яуа торған, бик көслө ямғыр.
□ Проливной дождь, ливень. Нүшәр ямғыр башланды. Нүшәр ямғыр яуып үткәс, ҡояш сыҡты.
НЫҒАИЫУ (нығай-, нығая) ҡ. һөйл. ҡар. нығыу 1. ■ Дуҫым! Асылымда — ихласлыҡтар, үҙем булып ҡалыу — нығайыу. X. Назар.
НЫҒЫНЫУ (нығын-) ҡ.
596