НУРҺЫҘЛАНЫУ
4. Hyp (5) менән тәьҫир итеү. □ Воздействовать, лечить лучами. Ультрафиолет нурҙар менән нурлау.
НУРЛЫ (Р.: лучистый; И.: radiant; Т.: nurlu) с.
1. Нур (1) һибеп торған, нур менән балҡыған. □ Лучистый, лучезарный; сияющий. Нурлы ҡояш. ■ [Емеш:] һинең нурлы яҡты йөҙөцә ҡарап, һаман алға, яҡтыға, яҡшыға табан атларға, һаман бейеккә, юғарыға, сафлыҡҡа, шатлыҡҡа күтәрелергә булыш һин беҙгә, изге ҡояш! 3. Биишева. Ҡояш, .. Ҡырморон тауыныц ялдары артына битен йәшерә биреп, бер аҙ ҡарап торҙо ла нурлы уҡтарын, ерҙән алып, күккә һирпте. Һ. Дәүләтшина.
2. күсм. Яҡты хис-тойғо менән балҡыған, яғымлы (йөҙгә, күҙгә ҡарата). □ Сияющий; светлый, радостный (о взгляде, лице). Нурлы йөҙ. Нурлы ҡараш. Нурлы күҙҙәр менән ҡарау. ■ Бармаҡҡайың һинең ҡыҙыл-ҡыҙыл, ҡайынлыҡта еләк тиргәнгә; нурлы йөҙҙәремә һары ултырҙы, йәш сағымдан ҡайғы күргәнгә. Халыҡ йырынан. [Барсынһылыу:] Нурлы йөҙөм һары алды, серле күҙем ҡайғы алды, йәш йөрәгем бик һыҙлана, берәй дауа бирсе, еңгәй, берәй дауа бирсе, еңгәй? «Алпамыша». Йүгереп-йүгереп йөрөп еләк йыйҙым, һауыттарым минец тулманы; балаҡайымдың нурлы йөҙҙәрен күреп кенә күҙем туйманы. Бәйеттән.
3. Матур, йәмле. □ Красивый; симпатичный. Я Ғүмер буйы күркәм мөхәббәттең шиңдермәгеҙ нурлы гөлөн һеҙ! Р. Ғарипов. [Зәки — Нәфисәгә:] Ошо сәскәнең матурлығын, ебәктәй йомшаҡлығын, нурлы йөҙҙәрен күрмәй-тоймай ситтә йәшәү әллә миңә еңел булды, тиһеңме! Н. Асанбаев. Ошо хәтле нурлы, шәфҡәтле яҙҙа яуызлыҡҡа ниндәй урын булһын?! 3. Биишева. [Егет — һолтанбайға:] Ҡурайға, ағай, минеңсә, ер моңо күскән, ҡояш нуры һеңгән, уйнағанда ана шул нурлы моң тарала. Н. Мусин.
4. күсм. Шатлыҡлы, бәхетле. □ Счастливый; радостный, светлый. Нурлы тормош. Нурлы киләсәк. Нурлы хыялдар. ■ Шунда болоттарҙан арынды ла, атты таңың — нурлы иртәгәң. Ш. Бикҡол. Ошо нурлы
өмөт ҡанаттары Айбулаттың аҙымын еңеләйтте, юлын ҡыҫҡарттылар. Һ. Дәүләтшина. Уның [Ҡилдебәктец] йөрәгендә нурлы дәрт, илһам ташҡан саҡ. А. Абдуллин. • Ҡыҙлы йорт — нурлы йорт. Мәҡәл.
НУРЛЫ Л ЫҠ (нурлылығы) (Р: лучезарность; И.: irradiation effulgence; T.: nurlu olma) и.
Нурлы булыу сифаты. □ Лучезарность. Нурлылыҡ бөркөлөү.
НУРҺЫҘ (Р: тусклый; И.: without lustre; T.: nursuz) с.
1. Нуры (1) булмаған, яҡтылыҡ бирмәгән. □ Тусклый; блёклый. Нурһыҙ ҡояш.
■ Көнсығышта, ҡар баҫҡан Урал һыртында, нурһыҙ ҡырыҫ ҡояш аунап ята. 3. Биишева. Телем минец — яҡты нур, нурһыҙ ниндәй көнөм бар, нурһыҙ ниндәй төнөм бар?! Т. Йосопов.
2. Нуры (4) булмаған, йәнһеҙ, һүнгән. □ Тусклый; блёклый, померкший (взгляд). Нурһыҙ ҡараш. Нурһыҙ күҙҙәр менән ҡарау.
■ Фатиманыц нурһыҙ күҙҙәрендә өмөт осҡондары барлыҡҡа килде, тәненә йән ингәндәй булды. Р. Ураҙғолов. [Кәбир:] Мин уның [Григорий Нетровичтыц] нурһыҙ күҙҙәренә ҡараным да «сәйәси тотҡон» тигән һүҙенә аҙ ғына ла ышанманым. Н. Мусин. [Аҡсәскә] тотонған эшен онотоп, кинәт туҡтай ҙа, нурһыҙ күҙҙәрен тәҙрәнән тышҡа, офоҡ аръяғына тоҫҡап, уйға ҡала. Ә. Хәкимов.
НУРҺЫҘЛАНЫУ (нурһыҙлан-) (Р: меркнуть; И.: fade; darken; T: nursuzlan-mak) ҡ.
1. Төҫһөҙләнеү, нуры (1) бөтөү. □ Меркнуть. Ҡояш нурһыҙланған.
2. Нуры (2) бөтөү, һүнеү. □ Тускнеть, блёкнуть, меркнуть (о глазах, лице, взгляде). Нурһыҙланып китеү. Күҙҙәре нурһыҙланған. ■ Ул [Аҡсәскә] шул тиклем һурылды, ирендәре япраҡтай йоҡарҙы, күҙҙәре нурһыҙланып төпкә баттылар. Б. Бикбай. Әбейгә, моғайын, етмеш тирәһелер. Күҙҙәре нурһыҙланған, ҡул-биттәре ныҡ һурыҡҡан. С. Шәрипов. Ауырыған сағында уның [Фатиманыц] эскә батҡан,
595