НУРЛАНЫУ
ниҙер әйтмәксе, уҙ куцелен нурландырып торған изге серен һөйләмәксе ине шул саҡта.
3. Биишева. Ян-яғын нурландырып, кукрәп йәшәһен Сажиҙә, булмаһындар бер ваҡыт та Сажиҙәнәнрәнйеуҙә. Ш. Бабич.
4. Яғымлыланыу; матур хис-тойғонан яҡтырыу (куҙ ҡарашына ҡарата). □ Сиять (о глазах, взгляде). ■ Матур һәм затлы нәмә һәр кемдец куҙ ҡарашын нурландырып, куңелдәрҙе ҡыуандырып тороуы менән уҙ бурысын утәй. М. Садыҡова. Үҙе [әсәй], ҡуңыр ҡара куҙҙәрен нурландырып, сәйер генә йылмайып ҡуя. Яр. Вәлиев. [Вася] ҡаҙап бөтөу менән башын кутәреп, ҙур зәцгәр куҙҙәрен нурландырып, Ф аяға ҡарай. И. Ғиззәтуллин.
5. ҡар. нурлау 4. Ультрафиолет нурҙары менән нурландырыу.
НУРЛАНЫУ (нурлан-) (Р.: озаряться; И.: light (up); T.: Hurlanmak) ҡ.
1. Нур таратыу, нур һибеп балҡыу. □ Озаряться, освещаться, светиться. // Озарение. Нурланып китеу. Таң нурланды. ■ Кыйғаҡ, ҡыйғаҡ нәҙек ай көн-төн һанап нурланыр; урта ғумерен һөргәндә, матурланып, тулыланыр. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». [Аҡйегет:] Нурланып та балҡып ҡояш ҡалҡа, — ул уц битең һинең, Зөбәржәт. М. Кәрим. Йондоҙ ҡото — нурланыуҙа, йырҙың ҡото — йырланыуҙа. Р. Бикбай. Кил, куҙ нурым, кил һин, яҡты йырым, ҡояшһыҙ бит ай ҙа нурланмай. Р. Ғарипов.
2. кусм. Матур хис-тойғонан яҡтырыу (куҙгә, йөҙгә ҡарата). □ Сиять, блистать, заблестеть (о глазах, лице). Куҙҙәре нурланды. Әсәйемдең йөҙө тағы ла матурланып, нурланып китте. ■ Гармун кутәргән Хәсән менән Сабирйән килеп ингәс, өмәсе ҡыҙҙарҙың йөҙҙәре тағы ла нурлана төштө. Ф. Әсәнов. Бер-беренә осраған ваҡытта [Әсмә менән шәкерттең] йөҙҙәре нурланыр, йөрәктәре һелкенер, теҙҙәре тетрәр, йәмлә (бөтә) шатлыҡ вә хәсрәттәре онотолоп, яңғыҙ ҡаршыларында бер-берен курерҙәр. Р. Фәхретдинов. Уҡыған һайын Юлайҙың йөҙө асыла, ҡарашы нурлана барҙы. И. Ғиззәтуллин.
3. кусм. Нурға сумып матурланыу, йәмлегә әйләнеү. □ Озаряться, освещаться,
светиться, сиять. Донъя нурланды. ■ Ана ул, Нурлы клубы! Серек бура урынында ниндәй мөһабәт бина нурланып ултыра! Яр. Вәлиев. Көҙгөләргә ҡарап ҡына, нурлана торғанһыңдыр. Мин матур, матур кәрәк тип хурлана торғанһыңдыр. Таҡмаҡтан.
НУРЛАНЫШ (Р: излучение; И.: radiation; T: ışınım) и. физ.
Электромагнит тулҡындар йәки элементар киҫәксәләр таралышы. □ Излучение. Йылылыҡ нурланышы. Йәшен нурланышы. Яҡтылыҡ нурланышы. Радиоактив нурланыш.
НУРЛАТЫУ (нурлат-) ҡ. йөкм. ҡар. нурлау 2. понуд. от нурлау 2. ■ [Иҙеукәй — һыуһылыуға:] Көндәй йөҙөң нурлатып .. шул батырҙы көткәнһең. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
НУРЛАУ (нурла-) (Р: озарять; И.: illuminate; light up; T: nurlamak) ҡ.
1. Нурға ҡойондороу, нурлы итеү, яҡтыртыу. □ Озарять, освещать. Ай ер өҫтөн нурланы. ■ Ә һуң ҡояш, — Ерҙе нисек тигеҙ нурлай, Европаға, Азияға булеп тормай. М. Кәрим. Кояш байып ҡына килгән, донъяны ҡыҙғылт яҡтылыҡ нурлаған моңһоу сәғәттә ике дуҫты ауыл осондағы иҫке силос соҡоро ситенә баҫтырып ҡуйҙылар. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Матурлау; яҡтыртыу (йөҙгә, куҙ-гә ҡарата). □ Озарять, освещать (о лице, взгляде). Йөҙҙө нурлау. И Йөҙҙәреңде нурлай, аппағым, хыялымдың һунмәҫ яҡтыһы. Йырҙан. [Әсәнең] эскә батҡан куҙҙәрендә көлөу балҡыны, һырланған йөҙөн нурланы шатлыҡ ялҡыны. М. Кәрим. Был илдең ҡыҙҙары .. яҡты сырайы менән ҡара көндө нурлаған йомарт куңелле булғандар, ти. Ш. Янбаев.
3. кусм. Матурлыҡ, ҡот биреп йәмләү. □ Украшать, красить. Тормошто нурлау. ■ Килсе, тормош! Колағымды ҡуйып, һулышыңды тыңлайымсы, беләгемдә ҡеуәтеңде тойоп, ғумеремде нурлайымсы. Р. Назаров. Еумерҙең шул тәуге шатлыҡтары хәтерҙе гел нурлап торалар. X. Назар. Һабансылар куцелен нурлай-нурлай, һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Р. Ғарипов.
594