Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 593


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НУРЛАНДЫРЫУ
бәткә ҡараш та тәрән һәм киң яҡлы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. Йәмле яҙҙар килде. Ер уянды, донъя йырға, нурға буянды. Р. Назаров. • Уҡыу — куңел нуры, уҡымай ҡалған — кеше хуры. Мәҡәл. Тамаҡ — көр, өҫ — нур. Мәҡәл. Белеу — нур, белмәу — хур. Мәҡәл.
4. кусм. Матур хис-тойғоноң, күңелдәге яҡшылыҡтың күҙгә йәки йөҙгә сыҡҡан сағылышы. □ Сияние, свет; блеск. Йөҙ нуры. Йөҙөнә нур бөркөлдө. Йөҙө нурға кумелде. Йөҙөндә нур балҡый. Йөҙөндә нуры юҡ. ■ Егет өйгә инһә, өҫтәл артында бер ҡатын ултыра, уҙе бик матур, бите нурҙар бөркөп тора. Әкиәттән. Сал ҡунаҡ ул килгән алыҫ Бакуҙан — танып була куҙендә нур балҡыуҙан. М. Кәрим. • Көсләп асҡан куҙҙең нуры юҡ. Әйтем.
5. физ. купл. Күҙгә күренмәҫ еҫемдәрҙән йәки электромагнит тирбәлеүенән барлыҡҡа килгән ағым. □ Луч; излучение. /Лучевой. Инфраҡыҙыл нурҙар. Рентген нурҙары. Нурҙар ебәреу. Нурҙар сығарыу. ■ «Гос-знак» предприятиеһында бланкыларҙы баҫҡан саҡта тиҙ кибә торған, юйылып бармаған, оҙаҡ ваҡыт инфраҡыҙыл нурҙар аҫтында ла уҙ төҫөн юғалтмаған махсус буяу ҡулланылған. Интернет селтәренән. Компьютерҙарҙың берҙән-бер радиация сығанағы — электрон нур торбаһы. Унда экран быялаһының эске яғында рентген нуры сығанағы барлыҡҡа килеусән. «Йәшлек», 14 апрель 2003.
♦ Нур өҫтөнә нур <булыу> йәки <өҫтәү> бигерәк тә һәйбәт тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Очень хорошо. Ғаиләлә нур өҫтөнә нур өҫтәп алты бала донъяға килә. ■ [Зөләйха:] Хәҡиҡәт, батша уҙе өгөтләне мине, кей, нур өҫтөнә нур ғына булыр имде. «Ҡиссаи Йософ». Нур өҫтөнә нур өҫтәлде: район пионерҙары йортонда балалар ижады кургәҙмәһе уткәрелде. Яр. Вәлиев. Нуры ҡайтыу ауырыу, сирле булған хәлдән һуң һауға әйләнеү, һауығыу; шәбәйеү. □ Выздороветь. Оҙаҡ ауырығандан һуң, баланың нуры ҡайтты. Нуры төшөү үлем алды хәле. □ Предсмертное состояние. ■ Кеше
улер алдынан нуры төшә, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
НУРАНИ [ғәр. (Р.: лучистый; И.: radiant; T.: nurani) с. иҫк.
Нурлы, яҡты. □ Лучистый, светлый. ■ Ысын ғашиҡ — мәғшуҡҡа ысын нурани серле шәраб, донъяның бар йәм-тәме шул, уҙгә йәмдәр буш шәраб. Ш. Бабич.
НУР АУЫРЫУЫ (Р.: лучевая болезнь; И.: acute radiation syndrome, radiation desease; T.: ışın hastalığı) и. мед.
Ионизациялау нурланышы артыҡ булыуҙан барлыҡҡа килгән сир. □ Лучевая болезнь. Нур ауырыуы симптомдары. ■ Алой линименты тән бешкәндә, нур ауырыуы менән зарарланғанда файҙалы.
В. Ғүмәров.
НУРЛАНДЫРЫУ (нурландыр-) (Р: озарять; И.: illuminate; light up; T.: aydınlatmak) ҡ.
1. Нур менән балҡытыу, нурлы итеү.
□ Озарять, освещать. Кояш тирә-яҡты нурландырып ебәрҙе. ■ Нурландырып Урал һыртын, китте улар донъя урап. Калдым яҡты болоттарға яҡты-яҡты юлдар юрап. Р. Бикбаев. Үләндәрҙе төрләндер, донъя йөҙөн нурландыр, яу, яу, ямғыр, яу, ямғыр! Ш. Бабич.
2. кусм. Матурлыҡ биреү, йәм өҫтәү (йөҙгә). □ Озарять, освещать (лицо). ■ Улы менән ҡунағы куңелен табырға тырышҡан әсә сырыш баҫҡан йөҙөн нурландырып йылмайҙы ла, һабаны болғата-болғата, кәсә-ләргә ҡойған ҡымыҙҙы килтерҙе. Я. Хамматов. Ай янында яҡты йондоҙ, саҡрым ярым араһы. Йөҙҙәреңде нурландыра ҡаштарыңдың ҡараһы. Таҡмаҡтан. Уның [Кәбирҙең] куҙ алдына, һөйкөмлө йөҙөн нурландырып, Дилбәр килеп баҫты. Яр. Вәлиев.
3. кусм. Илһам биреү, шатлыҡ өҫтәү.
□ Вдохновлять, воодушевлять. Куңелде нурландырыу. ■ Ғәббәс мулла тәрбиәһе — йән вә куңелде нурландырмаҡ вә зиһенде киңәйтеп, тәхсиле кәмаләт юлыны асмаҡ вә рәғбәтләндермәктән ғибарәт ине. Р. Фәхретдинов. [Иштуған:] Ул саҡта Тимербай ағайға иғтибар ҙа итмәгәнмен бит, ахмаҡ! Эйе, эйе, бөгөнгөләй хәтеремдә, ул миңә
593