Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 592


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НУМЕРЛАУ
НУМЕРЛАУ (нумерла-) ҡ. ҡар. номерлау. Нумерлап сығыу. Йорттарҙы нумерлау. Дәфтәрҙәрҙе нумерлау.
НУМИЗМАТ [рус. < лат. numisma] (Р.: нумизмат; И.: numismatist; numismatician; T.: nümismat) и.
Нумизматика өлкәһендәге белгес; боронғо ваҡ аҡса һәм миҙалдарҙан коллекция йыйыу менән шөғөлләнгән кеше. □ Нумизмат. Нумизматтар коллекцияһы. ■ Иҫтәлекле, тарихлы тимер аҡсалар куп кенә. Ә уларҙы нумизматтар уҙ ҡулына төшөрөргә тырыша һәм, коллекция булдырып, әйләнешкә сығармай. «Йәшлек», 17 май 2011.
НУМИЗМАТИК (Р.: нумизматический; И.: numismatic; T.: nümismat) с.
Боронғо аҡсалар һәм миҙалдар йыйыуға ҡараған. □ Нумизматический. Нумизма-тик коллекция. И Тәуге кургәҙмә партизандарҙың ҡоралдарынан, партизан-блюхер-сыларҙыц иҫтәлектәренән, орден-миҙалдар һәм нумизматик коллекцияларҙан, иҫке көн-куреш әйберҙәренән, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың ҡайһы бер шәхси әйберҙәренән һәм автографлы китаптарынан төҙөлә. Интернет селтәренән.
НУМИЗМАТИКА [рус. < лат. numisma] (Р: нумизматика; И.: numismatics; T.: nümis-matik) и.
Боронғо ваҡ аҡса һәм миҙалдар тарихын, шулай уҡ аҡса әйләнешен өйрәнә торған, тарихҡа бәйләнешле фән. □ Нумизматика. / Нумизматический. Нумизматика белгесе. Нумизматика менән шөғөлләнеу. Нумизматика менән ҡыҙыҡһыныу. ■ Бәләбәй ҡалаһы музейы уҙенең коллекциялары менән дә дан тота. Минералдар коллекцияһында ғына ла 230 тор экспонат бар. Нумизматика кәштәһендә 820 аҡса берәмеге иҫәпләнә. «Ағиҙел», № 8, 2011. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары тәшкил итә. Интернет селтәренән.
НУНЧАКУ [рус. < япон. nunchaku] (Р: нунчаку; И.: nunchaku', T.: nunçaku) и.
Бер-береһенә сылбыр йәки бау ярҙамында ҡушылған ике ҡыҫҡа таяҡ формаһындағы быуыу йәки туҡмау өсөн ҡулланылған һалҡын ҡорал (Көнсығышта барлыҡҡа килгән). □ Нунчаку (восточное холодное оружие ударно-раздробляющего и удушающего действия). Нунчаку ҡулланыу. Нунчаку эшләу. Нунчаку менән туҡмау.
НУР [ғәр. j>] (Р: луч; И.: ray; T.: nur) и.
1. Ниндәйҙер яҡтылыҡ сығанағынан йәки балҡып торған ялтыр нәмәнән һирпелгән яҡты, асыҡ сатҡы. □ Луч, свет, сияние. Ҡояш нуры. Ай нуры. Таң нуры. Шәм нуры. Нурға сумыу. Тәҙрәнән нур һибелә. ■ Ҡояш нурына оҡшаған һин дуҫымдың керпеге. Халыҡ йырынан. Был мәмерйәгә ҡояш нуры инмәй, көмбәҙле тушәменә ике рәт булып аҫылған һигеҙ ҡәндил менән яҡтыртыла икән. «Ҡуҙыйкүрпәс». Ҡояш ҡына сыға, ай, әйләнеп, алһыу нурҙарына ла бәйләнеп. Халыҡ йырынан. Алпамышаның башында тыумыштан алтын айы булған була. Болот көндәрҙә ҡояш шикелле нур һибеп торған. «Алпамыша». [Аҡҡош:]Нурға илде кумәмен: көндөҙ ергә нур һибәм, кисен айға нур бирәм. «Урал батыр». • Көсләп асҡан куҙҙең нуры юҡ. Мәҡәл. Айға урелгән — нурға кумелгән. Мәҡәл. Эт айға ҡарап өргәндән айҙың нуры китмәҫ. Мәҡәл.
2. кусм. Ҡапыл, көтмәгәндә уянған яҡты уй-хис сатҡыһы. □ Луч (быстрое, неожиданное появление, проблеск чего-л.). Шатлыҡ нуры. Бәхет нуры. ■ [Олег Ханов:] Тормошобоҙға ниндәй генә яман куренештәр инмәһен, рух нуры барыбер ҡалҡып сығасаҡ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010. Дилбәрҙең куңел тәҙрәләрен томалаған бысраҡты йыуып ташларға, куңеленә өмөт нуры индерергә кәрәк. Г. Ғиззәтуллина. Ошо аҡыл өмөт нуры менән кешеләрҙе, илде йылытты. М. Кәрим. Егеттең илһамлы яҡты куҙҙәре алыҫ кук тауҙарға төбәлгән, дәрт бәреп торған баҙыҡ йәш йөҙөндә бәхет нуры уйнай. 3. Биишева.
3. кусм. Тормошто биҙәгән, матурлаған нәмә тураһында. □ Луч (быстрое, неожиданное появление, проблеск чего-л.). И Йәшәйештең бер нуры булған мөхәб
592