Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 591


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НУМЕРАЦИЯ
Иректә йөрөгән (мал тураһында). □ Пасущийся на воле (о скотине). Нуҡта күрмәгән тай.
НУҠТА ҠАБАҒЫ и. диал. ҡар. ноҡот ташы. Нуҡта ҡабағы һалыу. Нуҡта ҡабағы менән күрәҙә итеү.
НУҠТАЛАНЫУ (нуҡталан-) ҡ. төш. ҡар. нуҡталау 2. страд, от нуҡталау 2. ■ Нуҡталаныр сағың да етте инде, һин китәһец беҙҙән был көндө. Халыҡ йырынан.
НУҠТАЛАУ (нуҡтала-) (Р.: надевать недоуздок; И.: put a halter; T: yular takmak) ҡ.
1. Нуҡта кейҙереү. □ Надевать недоуздок. Атты нуҡталау. ■ Калмык батыры менән Айстан өйөрҙән берәр йүгерек ҡороҡлап алалар ҙа, нуҡталап, аттарына һикерешеп менәләр. Риүәйәттән. [Юлан атты] нуҡталағас, уны ялынан һыйпап, муйынынан ҡосаҡлап иркәләй, үҙенең наҡыҫ ризығынан өлөш сығарып, ауыҙына икмәк һынығы ҡаптыра. Ә. Хәкимов. Сурағол урынынан торҙо, сәкмән, ҡолаҡсынын кейә һалып, һуғарыуға күксәйен нуҡталап урамға сыҡҡанда Юныс мөәзин аҙан әйтә ине. Т. Хәйбуллин.
2. күсм. Кешенең иркен сикләү, ихтыярын ҡулға алыу. □ Обуздать кого. Баланы нуҡталау. ■ [Шәрәфи:] Шул йүнһеҙҙе бик ныҡ ҡына нуҡталап ҡуяһы ине. X. Ибраһимов.
НУҠТА ҺАБАҠ (һабағы) (Р: повод недоуздка; И.: bridle reins; T: yular dizgini) и.
Нуҡтаның теҙгене. □ Повод недоуздка. ■ Нуҡтаһабаҡ сынйырыңды ебәкләрбеҙ, юрғам. «Ҡара юрға».
НУҠТА ҺУҒЫЛМАҒАН с. ҡар. нуҡта күрмәгән. ■ [Атаһы — Кинйәгә:] Атың тыңлай һалмай. Алыштыр һин уны. Өйөрҙән нуҡта һуғылмаған икәүҙе тотоп ал да үҙең өйрәт. Ғ. Ибраһимов.
НУЛЬ [рус. < лат. nullus} (Р: ноль; И.: zero, nil; T.: sıfır) и.
1. 0 һаны (берәмектең юҡлығын күрһәтә). □ Ноль, нуль. / Нулевой. Абсолют нуль. Нулгә ҡабатлау. Нулгә бүлеү.
2. Температураны үлсәү нигеҙе итеп алынған шартлы дәүмәл. □ Ноль, нуль. / Нулевой. Нуль градус. Температура нулдән ун градусҡа юғары. Температура нулдән төшкән.
3. Нимәнеңдер юҡлығын, булмағанлығын күрһәтә. □ Ноль, нуль; пустое место. / Нулевой. Нулгә тиң. ■ Округ буйынса дүрт кандидат иҫәпкә алынды. Арынбаҫаровты уйламаһаң, ҡалған икеһе — буш урын, нуль, ҡанаттары саҡ мамыҡланып килгән әтәстәр. Ә. Хәкимов. [Харрасов:] Председателлеккә Түмәровтың башы керһә, аяғы кермәгән, әүҙе, күрәһегеҙ, тиҫкәре. Райком һүҙе уға — нуль. Р. Байымов.
♦ Нулдән башлау баштан башлау.
□ Начать с нуля, с начала. ■ [Ғәбделхәки-мов — Кәбиргә:] Ә беләһеңме, мин бында нулдән башланым!.. Көн йоҡламаным, тон йоҡламаным, башҡаларҙы ла йоҡлатманым. Аяҡҡа баҫтырҙым колхозды. Яр. Вәлиев.
НУМЕР [рус. < лат. numerus] и. ҡар. номер. Нумер ҡуйыу. Нумер һуғыу. Нумер биреү.
НУМЕРАТИВ ҺҮҘ (Р: нумеративное слово; И.: measure word; T: sayıyı bildiren kelime) и. грам.
Һан менән исем араһында килеп, иҫәп төшөнсәһен белдереүсе һүҙ (мәҫәлән, бер баш мал, бер батман бойҙай, бер ҡабым икмәк, ике эҫкерт һалам, өс бит ҡағыҙ). □ Нумеративное слово. ■ Нумератив һүҙҙәр әй-берҙәрҙең үлсәмен, күләмен, бөртөклө һәм шыйыҡ предметтарҙың исемдәрен, төрҙәрен, иҫәбен-һанын белдерә. Интернет селтәренән.
НУМЕРАЦИЯ [рус. < лат. numeratio] (Р: нумерация; И.: numeration; numbering; T: numaralama) и.
Нәмәләрҙең номер менән билдәләнеше.
□ Нумерация. Нумерация яһау. Объекттарҙың нумерацияһы. Биттәрҙең нумерацияһы. ■ Венецияла белмәгән кешегә аҙашыу бик еңел, сөнки йорттар нумерацияһы урам буйынса түгел, ә утрауҙарға бәйләп күрһәтелә. Интернет селтәренән.
591