Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 600


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ныжы
4. Ғәмәлдәге көсө артыу; көслөгә әйләнеү, үҫеү. □ Крепнуть, устанавливаться, формироваться. Сафтар нығый бара. Хужалыҡ нығый. Матди-техниҡ базаһы йылдан-йыл нығый бара. ■ Байҙар ғына ҡаза курмәй был һуғыштан, уларҙың хужалығы, киреһенсә, нығый. М. Хужин. [Нурғәле:] Тормошобоҙ йылдан-йыл һәйбәтләнә, колхозыбыҙ йылдан-йыл нығый. Ф. Әсәнов. [Фәһим:] Гитлер беҙҙе ҡырып бөтөрөргә, нәҫелебеҙҙе ҡороторға уйлағайны ла, булдыра алманы, тамыр ебәрәбеҙ, уҫәбеҙ, нығыйбыҙ беҙ хәҙер. И. Ғиззәтуллин.
5. кусм. Тотороҡло булыу, ҡаҡшамаҫлыҡ хәлгә килеү. □ Устанавливаться, формироваться, определиться, складываться. Ике ил араһындағы бәйләнештәр нығый бара. Ышаныс нығый бара. ■ Өмөттәрем, гуйә шулай ауа, килгән генә мәлдә саҡ нығып. Р. Ғарипов. Айнур хәҙер бу лек мөдире, Союзға алалар, әбейҙе лә пропискаға индерһә, ҙурыраҡ фатир алыуға ышаныс нығый. Н. Мусин. Ғәҙелһеҙлек артҡан һайын, ярлы урыҫ крәҫтиәндәре менән башҡорттарҙың татыулығы уҫә, нығый. Я. Хамматов.
НЫЖЫ (Р.: рахит; И.: rickets (spirit); T: raşitizm) и. миф. диал. ҡар. быжы.
Башҡорт мифологияһында рахит ауырыуы эйәһе. □ Рахит (в башкирской мифологии дух болезни). И Бала атламаһа, ныжы өтәләр. Башҡорт мифологияһынан.
НЫЙЫЛДАҠ I (Р: ноющий; И.: grizzler; T: mızmız) с. һөйл.
Ныйылдап йөрөүсән; мыжыҡ. □ Ноющий, капризный; нытик. Ныйылдаҡ кеше. Ныйылдаҡ бала. ■ Баҡһац, был ныйылдаҡ ҡыҙыҡайҙың [Наиләнең] куңел һағында ифрат гузәл аҫылташ булған — ул тормошто ихлас ярата икән. «Ағиҙел», № 12, 2009.
НЫЙЫЛДАҠ II (ныйылдағы) (Р: нытик; И.: grizzler; T: yanıkçı) и. һөйл.
Ныйылдап йөрөүсән; мыжыҡ. □ Нытик. Ныйылдаҡҡа тарыма. Ныйылдаҡ булыу. ■ Мина шартлай — Карабанов иҫән ҡала. Бер ныйылдаҡ булһа, теге донъяға паспортһыҙ ғына китеп барыр ине. С. По-варисов.
НЫЙЫЛДАҠЛАНЫУ (ныйылдаҡлан-) ҡ. төш. ҡар. ныйылдау, страд, от ныйылдау. ■ Туҡтап ҡалыуына, эскә инергә икеләнеуенә укенеп ҡуйҙы ул [Пирмөхәмәтов]. Юҡтан баҙап китеуҙе яратмаған фронт ғәҙәте ҡанына һеңгән дәһә. Һалдаттар алдында ниңә ныйылдаҡланып маташа әле ул? «Ағиҙел», № 4,2010.
НЫЙЫЛДАУ (ныйылда-) (Р: ныть; И.: whimper; lament; T: sızlanmak) ҡ. һөйл.
Бушҡа илаулау, зарланыу; мыйылдау, шыңшыу. □ Ныть. Көйһөҙләнеп ныйылдау. ■ [Кукһылыу] Мәҙинә куҙенә куренгәс тә имеҙҙе лә кире урынына һалды, ныйылдап, бипылдап, иркәләтеп ултырыуҙың ни икәнен дә белмәне. Т. Ғарипова.
НЫҠ I (Р: крепкий; И.: sturdy; T: sağlam) с.
1. Көс тәьҫиренә (ватыу, һындырыу, өҙөу һ. б.) бирешмәгән. □ Крепкий, прочный. Ныҡ таҡта. Ныҡ арҡан. ■ Уларҙы [ҡоралдары менән атын] ерләгән саҡта Карабай, һинең кеуек тоғро дуҫты, шундай ныҡ ҡоралды ҡабат таба алмам инде, тип һөйләнә-һөйләнә илап ала. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Туҙмаған, йыртылмаған (кейемгә ҡарата). □ Прочный, целый, нерваный, неизношенный (об одежде, обуви). Ныҡ кулдэк. Ныҡ итек. Ныҡ туҡыма. Ныҡ балаҫ. Ныҡ тоҡ.
3. Ватылмаған, төҙөк. □ Крепкий, прочный, устойчивый. Ныҡ сана. Ныҡ бағана. Ныҡ ҡапҡа. Ныҡ арба.
4. Таҙа, сәләмәт, көслө; һауһаҡ. □ Крепкий, здоровый, выносливый. Ныҡ кеше. Ныҡ организм. ■ Куҙыйкурпәс, атаһының берәй һуҙ әйтеуен көтөп тормайынса, уҙ атын уның янына етәкләп килтерә лә, уҙе генә атланып ҡайтыуын һорай. «Ә мин, — ти ул, — бик ук йонсомағанмын, аяҡтарым да ныҡ әле, йәйәу генә ҡайтырмын». «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Картлыҡтан бер аҙ бөкрәйә төшкән, әммә әле ныҡ кәуҙәһен, таралған аҡ һаҡалын, тыныс сырайын, изгелекле ҡиәфәтен куреп, батырҙар уға [Куҙыйкурпәстең атаһына] ихтирам кур-
600