НЫҠЛАП
һәтәләр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
5. Бай, көслө, ҡеүәтле. □ Могучий, сильный. Ныҡ дәуләт. Ныҡ хужалыҡ. • Биле ныҡтың иле ныҡ, иле ныҡтың биле ныҡ. Мәҡәл. Илдең биле ныҡ булһа, ирҙең куңеле туҡ булыр. Мәҡәл.
6. Нигеҙе ҡаҡшамаҫ, тотороҡло. □ Твёрдый, устойчивый, решительный. Ныҡ нигеҙ. Ныҡ кеше.
7. Ышаныслы, шик уятмаған. □ Твёрдый, уверенный. Ныҡ һуҙ. Ныҡ ҡараш. ■ Романдың ни һөйләнгәнен ныҡ аңғармаһа ла, Төлкөсура уның «Лазарь Моисеевич» тигән һуҙҙәрен асыҡ ишетте. Н. Мусин.
♦ Арҡаны ныҡҡа терәү ҡар. арҡа. Ағайға һалышып, арҡаны ныҡҡа терәу.
НЫҠ II (Р.: крепко; И.: fast, hard; T: sıkı) р.
1. Көс тәьҫиренә (ватыу, һындырыу, өҙөу һ. б.) бирешмәгән. □ Крепко, прочно. Ныҡ булыу. Ныҡ йәбешеу. ■ Кендек әбей баланы ҡырҡ көн буйына саба ине... Таш сабам, таш сабам, таш кеуек ныҡ бул, ләукә кеуек оҙон бул. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан. [Заятуләк: ] Ныҡ тотҡанмын сәсеңде, асыуланма, һылыу ҡыҙ. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Нигеҙе ҡаҡшамаҫ, тотороҡло. □ Нерушимо, стойко, прочно. Ныҡ дуҫлашыу. Нигеҙҙе ныҡ ҡороу. Дошманға ҡаршы ныҡ тороу. ■ Ҡыр-ҡаҙаҡтарҙың дуҫлығы ныҡ булмауын, уҙ һуҙҙәрендә тормау ын, башҡорттарға ҡарата уҙҙәрен эре тотҡан булыуын мәрхум иренән элек тә куп ишеткән Алтыша быға артыҡ ғәжәпләнмәй. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Улар [илселәр] Ҡарабайҙың бер нисә тапҡыр Сарыбайҙы улемдән ҡотҡарып, мөлкәтен, мал-тыуарын һаҡлап алып ҡалыуын, уның менән ныҡ дуҫ булыуын яҡшы беләләр ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
3. Ышаныслы, шик уятмаған, тотороҡло. □ Твёрдо, устойчиво, решительно, уверенно. Ныҡ әйтеу. Ныҡ баҫыу. ■ Батыр [Куҙыйкурпәс] ханға хөрмәт йөҙөнән уның был теләген дә утәргә әҙер, ләкин уҙен кеселекле курһәтеп, ат өҫтөндә ныҡ улты
ра белмәуен, шунлыҡтан уның маҡтауына лайыҡ була алмаясағын әйтә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
4. Хәл-тороштоң, күренештең бик көслө, ҡаты, юғары дәрәжәлә булыуын күрһәтә; бик. □ Очень, сильно. Ныҡ асыуланыу. Ныҡ шешенеу. Ныҡ ябығыу. Ныҡ өлгөрөу. Ныҡ ҡартайыу. ■ Был хәбәр [Ҡуҙыйкурпәстең] ауылдаштарын бик ныҡ борсой, улар шунда уҡ ат менеп Ҡарабайҙы эҙләргә ҡырғыҙ далаларына сығып китәләр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Урал арҡаһына ныҡ таянып, ҡыҫҡан килеш ҡулын дуҫтарҙың, тиңдәр араһында бер тиң булып, ята минең Башҡортостаным! Р. Назаров. • Ҡоҙа булғансы, ныҡ һораш; ҡоҙа булғас, ныҡ һыйлаш. Мәҡәл.
5. Сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһен белдерә. □ Очень. Ныҡ матур. Ныҡ серле. Ныҡ бәхетле.
6. Эш-хәлдең саманан тыш, артығы менән башҡарылыуын белдерә. □ Чересчур, сверх. Ныҡ эшләу. Ныҡ арыу. Ныҡ тырышыу. ■ Сиңерткәләр кис ныҡ сырылдаһа, һауа яҡшырыр, һынамыш.
НЫҠАШЫУ (ныҡаш-) ҡ. диал. ҡар. ныҡышыу. Үҙ фекерен ныҡашты. Ныҡашып һорау. Ныҡаша башлау. Ныҡашып тороу.
НЫҠ БУЛЫУ (ныҡ бул-) (Р: быть сильным физически и духовно; И.: be strong; T: sağlam olmak) ҡ.
Рухи һәм физик яҡтан көслө булыу.
□ Быть сильным духовно и физически; не уступать. Оло йәшкә ҡарамайса ныҡ булыу. Кесе йәштән ныҡ булыу. Йәштәр кеуек ныҡ булыу. ■ Иллә-мәгәр һин, улым, ҡаушап ҡалма, ныҡ бул, Мөхәммәттең ярҙамына таян. Халыҡ ижадынан.
НЫҠЛАП (Р: крепко; И.: fast; very firmly; T: sıkı) p.
1. Эш-хәрәкәттең юғары кимәлдә башҡарылыуын белдерә; ныҡ итеп, тейешенсә.
□ Крепко, основательно, капитально. Эшкә ныҡлап тотоноу. Ныҡлап йәбештереу. Ныҡлап урынлаштырыу. ■ Ҡунаҡтарҙың билбауы ярайһы ғына бушағайны инде. Тап шуның өсөн дә һуҙ аш-һыу тирәһенә ныҡлап кусә башлағайны. К. Мәргән. • Ялҡау әйт
601