ныҡлы
кән: «Бөгөн ял итәйем дә, иртәгә ныҡлап эшләрмен»; тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен». Әйтем.
2. Төплө, етди. □ Серьёзно, глубоко, основательно. Ныҡлап уйлау. Ныҡлап танышыу. Ныҡлап һөйләшеу. Ныҡлап тикшереп сығыу.
НЫҠЛЫ I с. ҡар. ныҡ 1—8. Ныҡлы һаҡ. Ныҡлы терәк. Ныҡлы кәуҙә. Ныҡлы коллектив. Ныҡлы берҙәмлек. Ныҡлы дуҫлыҡ. Ныҡлы урын алыу. ■ Был ырыуҙың Тимер-ғотло тигән бер ғәйәт ныҡлы, бәһлеуән кешеһе булған. «Бабсаҡ менән Күсәк». Эйе, Шаҡман ҡеуәтле илдең мәшһур ханы булып ултырып алғас, ошо һуҙылып киткән теҙмә тауҙарының бер бөгөл ерендә генә, ослайып сыҡҡан суҡы тау башына, ул ҡала һалып ебәрәсәк һәм уны ныҡлы имән ҡойма менән уратып аласаҡ. К. Мәргән.
НЫҠЛЫ II р.
1. ҡар. ныҡ 1—5. Ныҡлы йөрөу. Ныҡлы һаҡлау. Ныҡлы урын алыу. Ныҡлы аяҡҡа баҫыу. ■ [Дивизияға алыныусы һуғышсылар ] физик яҡтан һау, ныҡлы ла булырға тейеш. 3. Ураҡсин. • Туйҙары ҡотло булһын, нигеҙҙәре ныҡлы булһын. X. Хәйҙәров.
2. диал. Баҙнатлы, тәүәккәл, ҡыйыу.
□ Предприимчивый, решительный, смелый. Ныҡлы әҙәм булып сыҡты. Һәр ерҙә лә ныҡлы эш итә белеу мотлаҡ.
НЫҠЛЫҠ (ныҡлығы) (Р.: крепость; И.: firmness; T: sağlamlık) и.
Ныҡ булыу сифаты. □ Крепость, прочность, твёрдость. Имәндәр ныҡлығы. Организмдың ныҡлығы. Холоҡтоң ныҡлығы. ■ Бәлки, Шаҡман турә торған ошо Тамъян иленең хәлен, ныҡлығын ҡапшап, самалап ҡарар өсөн килгәндәрҙер. К. Мәргән. Автоматсыларҙың купер төбөнә килеп етеуен белһәләр ҙә, немецтар артыҡ хәуеф-ләнмәй, ахыры. Обороналарының ныҡлығына ышаналар. Ә. Хәкимов.
НЫҠ ТОРОУ (ныҡ тор-) (Р: быть уверенным; И.: be assured; T: sağlam durmak) ҡ.
Үҙ ихтыяр-теләгеңдән ситкә тайпылмау.
□ Быть уверенным; не уступать. ■ [Әбей:] һин, улым, бик туҙемле куренәһең, ныҡ тор, дейеугә бирешмә. Әкиәттән.
НЫҠЫ-МЫҠЫ и. диал. ҡар. ҡыйшан-даҡ. Ныҡы-мыҡыларға ышанма. Ныҡы-мы-ҡылар куп булыр, һайлағаның йунле булһын.
НЫҠЫМЫШ с. ҡар. ныҡыш. Ныҡымыш кеше. ■ Шул уңайҙан «Салауат Юлаев» хоккейсылары һуңғы осрашыуын ныҡымыш, уҙ дивизионында лидер булған «Локомотив» уйынсылары менән уҙғарҙы. Интернет селтәренән. 2011 йылдың 22 мартында Көнбайыш конференцияһында куптән уҙ дәғуәсеһен көткән «Локомотив» финалға сығыр өсөн ныҡымыш Пан Ржиганың «Атлант» командаһы менән сәкәләшәсәк. «Йәшлек», 22 март 2011.
НЫҠЫМЫШЛАНЫУ (ныҡымышлан-) (Р: проявлять настойчивость; И.: display stubbornness; T.: sebat göstermek) ҡ.
Ныҡымышлыҡ күрһәтеү, ныҡымышлыҡ итеү. □ Проявлять настойчивость, упорство. Ныҡымышланып һорау. Ныҡымышланып керешеу. Ныҡымышланып башлау. Ныҡымышланып эшкә тотоноу.
НЫҠЫМЫШЛЫҠ (ныҡымышлығы) (Р: настойчивость; И.: insistence; T.: sebat-hhk) и.
Ныҡымыш булыу сифаты. □ Настойчивость, упорство. Ныҡымышлыҡ курһәтеу. Ныҡымышлыҡ менән тороп ҡалыу. Ныҡымышлыҡ менән еңеу.
НЫҠЫП-НЫҠЫП (Р: настоятельно; И.: insistently; T.: ısrarla)/?.
Ҡабат-ҡабат ныҡ итеп, үтенеп. □ Настоятельно. ■ Мәктәптә ятлаған ҡобайыр юлдары ла баһа!.. Башҡорт теле уҡытыусыһы Рузидә апай ныҡып-ныҡып ятлатҡайны. Г. Яҡупова.
НЫҠЫҪ с. диал. ҡар. наҡыҫ. Ныҡыҫ куңел. Ҡоролоҡта мал аҙығы ныҡыҫ. Быйылғы ашлыҡ ныҡыҫ. Ныҡыҫ тормошта йәшәу.
НЫҠЫҪҠА ҠАЛЫУ (ныҡыҫҡа ҡал-) (Р: убавиться; И.: diminish; T.: azalmak) ҡ. диал.
Кәрәк кимәленән аҙ булыу, бик ныҡ кәмеү. □ Убавиться. Булғаны ныҡыҫҡа ҡалып бөттө. Бер кәбән бесән ныҡыҫҡа ҡалды. Көҙгө һөт ныҡыҫҡа ҡалды. Быуаҙ мал һөтө ныҡыҫҡа ҡала.
602