НЫҠЫШМАЛЫҠ
НЫҠЫТЫУ (ныҡыт-) (Р.: настаивать; И.: insist; T.: ısrar etmek) к.
Үҙ теләгәнеңде талап итеп көсләшеү. □ Настаивать. Ныҡытып һорау. ■ Был [ҡатын] һылыу егетте .. уҙенә саҡыра башлай. Куп ныҡытҡас, егет риза була. Әкиәттән. Ҡартәсәйем әйтеп ҡуйғайны бер: «Төш юрарға өйрәтермен, һәләтең дә бар быға, ә бына киләсәкте утә курергә ынтылма!» Заманында уға тап шулай тип имам ҡайныһы ла ныҡытҡан. Г. Яҡупова.
НЫҠЫУ (ныкы-) (Р.: наполнять; И.: stuff; pile; T.: tıka basa doldurmak) ҡ.
1. Өҫтө-өҫтөнә өйөү, төйөп тыңҡыслау. □ Наполнять, набивать. ■ Ҡотлоярҙың бәләкәс кенә өйө, ныҡып тултырған кеуек, халыҡ менән тулған. Һ. Дәүләтшина.
2. кусм. Ҡабат-ҡабат ныҡ итеп әйтеү, туҡыу. □ Настаивать на чём, твердить о чём. И [Рауза — Ихсанбайға:] Мин бит баянан бирле һиңә шуны ныҡыйым. Т. Ғарипова. Йән аҙығы тип һанаған поэзияның һәр нәмәнән өҫтөн тороуы хаҡында ҡаҙаҡ балаларына ныҡыуы бушҡа булманы [Аҡмулланың]. Дәрестәге һәр һабаҡ ҡаҙаҡ телендә аңлайышлы уҙғарылғанлыҡтан, балалар мәктәпкә ҙур теләк менән йөрөнө. Я. Хамматов.
3. Үҙ теләгеңде талап итеп көсләшеү; ны-ҡытыу. □ Настаивать на чём-то. //Настаивание. ■ [Әсәйем].. һинең менән бергә йәшәй башлағанға саҡлы, булмәмә инеп ултыра ла, гел бер ук һуҙҙе ныҡый торғайны. Я. Хамматов. Тамағы ҡарлыҡҡансы, ҡыҙарынып-буртенеп бер ук һуҙҙәрҙе ҡат-ҡат ныҡыуҙан арыған Нурғәле мулла, ауыр һулап, булмәлә ултырыусы кешеләргә ҡаш аҫтынан шомрайып ҡараны. Я. Хамматов.
4. Талап итеп, ҡабат-ҡабат һорау. □ Настоятельно просить. ■ «Һин бит минең әйткәнде тыңламай бер тапҡыр хата яһаның инде, тағы яңылыш баҫһаң, уны төҙәтеу-ҙәре ҡыйын буласаҡ», — тип ныҡый аҡыл. Н. Мусин.
♦ Ҡаты ныҡыу күп өйкәлеүҙән ҡалынайып, сурайып ҡатыу (тирегә ҡарата). Загрубеть, задубеть (о коже). ■ Зөлҡәрнәйҙең ус эҫтәренә, бармаҡ төптәренә ҡаты ныҡы-ған. Ғ. Дәүләтшин.
НЫҠЫШ (Р: настойчивый; И.: persistent; T: ısrarlı) с.
Алдына алғанын һис нәмәгә ҡарамай атҡарырға тырышыусан; ныҡымыш. □ Настойчивый, упорный, напористый. ■ Эт кешеһең, тигәнеңә упкәләмәйем, туған, эйе, мин эт ҡайышы, ныҡыш, ныҡымыш кеше. Ни бары мәшәу, эшкинмәгән, йунһеҙ, меҫкен тимәһендәр. «Ватандаш», № 10, 2011. Әйткән һуҙ атҡан уҡ булһын, мин уҙем — ныҡыш бәндә. М. Кәрим.
НЫҠЫШЛЫҠ (ныҡышлығы) и. ҡар. ныҡышмалыҡ. ■ .. Ҡотлоғужа, тимерлек өсөн бер бурама һалдырып бирәм, тип әллә нисә тапҡыр әйтте, тик һаман ҡыл да ҡыбырлатҡаны юҡ. Гриша ла ныҡышлыҡ кур-һәтмәй. Н. Мусин.
НЫҠЫШМАЛ с. ҡар. ныҡыш. ■ Ул ярайһы уҡ ныҡышмал, уҙ алдына алғанды эшләмәйенсә ҡуймай торған кеше ине. Н. Мусин. Уҡытыусы тырыш, ныҡышмал, маҡсатҡа өлгәшеусән. «Киске Өфө», № 9,
2013.
НЫҠЫШМАЛЫ I (Р: настойчивый; И.: insistent; T: ısrarlı) с.
Көслө ынтылыш, ҙур тырышлыҡ, көсөргәнеш менән алып барылған. □ Настойчивый; упорный. Ныҡышмалы кеше. ■ [Ҡуҙыйкурпәс менән Ҡөслөбай] ныҡышмалы көс һынашҡандан һуң көрәштә беренсе алымды Ҡуҙыйкурпәс яһай. Әкиәттән. [Ә. Вәлиди] фән менән ныҡышмалы шөғөлләнеп, 1939 йылда ул Дрезденда «Ибн Фаҙландың юлъяҙмалары» исемле китап сығара. «Ағиҙел», № 7,2010.
НЫҠЫШМАЛЫ II (Р: настойчиво; И.: insistent(ly); T: ısrarla)/?.
Көслө ынтылыш, ҙур тырышлыҡ, көсөргәнеш менән алып барылған. □ Настойчиво, настоятельно; упорно. Ныҡышмалы көрәшеу. Ныҡышмалы эшләу. Эштең аҙағын ныҡышмалы рәуештә тамамлап ҡуйыу.
НЫҠЫШМАЛЫҠ (ныҡышмалығы) (Р: настойчивость; И.: insistence; T.: sebat-hhk) и.
Маҡсатҡа төбәлгән көсөргәнешле ынтылыш. □ Настойчивость, настоятельность; упорство. Ныҡышмалыҡ менән эшләу. Ны-
603