Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 604


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НЫҠЫШМАЛЫЛЫҠ
ҡышмалыҡ һөҙөмтәһендә ирешелгән уңыштар. ■ «Арыу уҙ һуҙле егет, — тип уйлай Назаров, Солтановтың туң йөҙөнә ҡарап, — тик уның был ныҡышмаллығын дорөҫ юлға ҡуйырға ине». Н. Мусин.
НЫҠЫШМАЛЫЛЫҠ (ныҡышмалылығы) и. ҡар. ныҡышмалыҡ. ■ Урыҫ сәнә-ғәтселәренең ныҡышмалылығы менән Башҡортостанда Архангельск, Воскресенск, Благовещенск суйын етештереу, Верхотор баҡыр заводтары төҙөлә. «Ағиҙел», № 7,2010.
НЫҠЫШЫУ I (ныҡыш-) (Р.: настаивать на чём-л:, И.: insist; persevere; T.: ısrar etmek) ҡ.
1. Үҙ теләгеңде тормошта атҡарырға тырышыу, ныҡышмалыҡ күрһәтеү. □ Настаивать на чём-л., проявлять настойчивость в чём, упорствовать. // Упорство. ■ Фэузиэ килененең ниңә ныҡышҡанын яҡшы аңлай: Ихсанбай ҡоторта, ҡарсыҡтың һәр аҙымын улы ҡарауыллата. Т. Ғарипова. Нәҙелша менән көрмәкләшергә тотонған Кондрашов-ты Ғилман һыңар ҡулы менән айырып ала ла: «Ебәр атты, ул фронтовиктыҡы», — тип ныҡыша. М. Хужин. «Юҡ, һиңә бик куп һәм бик тиҙ кәрә#», — тип [Дилбәр] ныҡышыуын дауам итте. Г. Ғиззәтуллина.
2. Нимәнелер талап итеү, үҙһүҙләнеп ҡабат-ҡабат һорау. □ Упорствовать, настаивать на чём-л. £3 «Минең юғалтҡан аҡсам һигеҙ йөҙ һум ине, был крәҫтиән бер йөҙөн уҙенә алған»,— тип ныҡыша башланы, ти [сауҙагәр]. Әкиәттән. Рахманғол староста уҙе ук Ғилаждың һуҙен дөрөҫләп торғас, жандармдар артыҡ һорауҙар бирмәнеләр һәм куп ныҡышманылар. Ж. Кейекбаев. Был һуҙҙәрҙе ишеткәс, хан ныҡышып тормаған. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
3. Физик көс ҡулланып, бар хәлгә тырышып башҡарылған эш-хәрәкәт. □ Упорствовать. Ныҡышып тороп баҫыу. Ныҡышып алға утеу. ■ Балтырындағы йәрәхәт урынының сәнсеп-сәнсеп һыҙлауын иҫәпкә алмаҫҡа тырышты Мансур, ныҡышып аҙымын тиҙләтте. Ә. Хәкимов. Урман батыр, ныҡыша торғас, бурәнә ярығынан бармағын тартып алған. Әкиәттән.
НЫҠЫШЫУ II (ныҡыш-) (Р.: надоедать; И.: pester; T.: can sıkmak) ҡ. диал.
Гел бер төрлө булып йонсотоу, бер туҡтауһыҙ ҡабатланыуы менән ялҡытыу. □ Надоедать. Яуын ныҡышты быйыл. Ҡыш буйы әсе буран ныҡышты. Быйыл өйләнгән һайын рәшә һуғып ныҡышты.
НЫҢҒЫЛДАУ (ныңғылда-) (Р: быть не в духе; И.: be out of spirits; grouch; T: morali bozulmak) ҡ. диал.
Кәйефһеҙ булыу сәбәпле һөйләнеп йә кешегә ҡаты бәрелеп йөрөү. □ Быть не в духе. Ныңғылдап йөрөу. Кисәге ваҡиғанан һуң ныңғылдап тора. Бер туҡтауһыҙ ныңғылдап йөрөй.
НЫРТЫШ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тангаур. Ныртыш аймағы ерҙәре. Йыртыштарҙың малы. Йыртыштар ҡышлауы. Ныртыш аймағына ҡараған урмандар.
НЫС (Р: насквозь; И.: drenched; out and out; T: büsbütün)/?, диал. ҡар. лыс.
Һарҡып ағып торорлоҡ, манып алған кеүек; лысма, үтә. □ Насквозь, полностью (о мокроте и влаге). Аяғы ныс һыу. Бейәләйҙәре ныс һыу. Өҫтө ныс һыу. Ныс еуеш. Ныс май итеу.
НЫШАЛАУ (нышала-) ҡ. ҡар. нышыу. Нышалап тултырыу. Самауыр мөрйәһенә кумер, сыра нышалап тултырыу.
НЫШЫНЫУ (нышын-) (Р: есть беспрестанно; И.: eat constantly; T: durmadan yemek) ҡ. диал.
Туҡтауһыҙ ашаныу; туймаҫтай булып ашау; тығыныу. □ Есть беспрестанно. Ны-шынып йөрөу. Тәм-том нышыныу. Бер туҡтауһыҙ нышыныу. Әйләнгән һайын икмәк нышына.
НЫШЫУ (нышы-) (Р: набить до отказа; И.: stow full of; T: tıka basa doldurmak) ҡ.
604