НӘБҮӘТ
Нимәнелер ҡайҙалыр тығыҙлап тултырыу, тыңҡыслау □ Набить до отказа. Нышып тултырған һандыҡ, һыуытҡысҡа аҙыҡ-тулекте нышып тултырыу. ■ [һағыҙ ҡайнатҡанда] башта суйынды ҡайын туҙы менән нышып тултыралар. Һуңынан талғын усаҡта өҫтөн тығыҙлап ҡаплап ҡайнаталар. Экспедиция материалдарынан.
НЬЮСМЕЙКЕР [рус. < ингл. news maker] (Р.: ньюсмейкер; И.: news maker; T.: bahsedilmeye değer kimse veya olay) и.
Матбуғат биттәрендә тәүге биттә урын алған кеше. □ Ньюсмейкер. «Киске Өфө» гәзитенең нъюсмейкеры. Беҙҙең матбуғат биттәрендә йыш ҡына юбилярҙар ньюсмейкер булып урын ала.
НЭП [рус.] (Р.: нэп; И.: New Economic Policy (NEP); T.: NEP (Yeni Ekonomi Politikası) и. тар.
Яңы иҡтисади сәйәсәт. □ Нэп (новая экономическая политика). / Нэповский. ■ Нэп тигәндәре мал-мөлкәтлегә, алыу-һатыуға ҡыҫымды кәметкәс, Бикмырҙаның бығаса ойоп ятҡан һәләте асылып китмәһенме. Ә. Хәкимов.
НЭПМАН [рус.] (Р: нэпман; И.: NEPman; Т.: Nepmen) и. тар.
Нэп осорондағы хосуси милек эйәһе. □ Нэпман. / Нэпманский. ■ Өҫ-баштары бик шәп булмаһа ла, куп ваҡыт табандан ҡар, муйындан ел өрөп торһа ла, йөҙҙәре ҡояштай яҡты, шат пионерҙарҙың ҡалала — нэпмандарға, ауылда кулактарға ҡаршы ҡыйыу көрәшеусе йәш батырҙарҙың яҡты образдары уларҙың [балаларҙың] йөрәгендә тәрән хөрмәт, ысын һоҡланыу уятып ут-теләр. 3. Биишева.
НЭЦКЭ [рус. < япон. netsuke ‘тамыр’ + ‘тағыу’] (Р: нэцкэ; И.: Netsuke; Т.: Netsuke) и. сәнғ.
Япония сәнғәтендә XVII—XIX быуаттарҙа осраған ағас, һөйәк, металдан эшләнгән үтәнән-үтә тишекле бәләкәй фигуралар. □ Нэцкэ (миниатюрные скульптуры, произведения японского декоративно-при -кладного искусства).
НӘ һор. а. диал. ҡар. ни. Нә бар унда. Нэ булған. Нә курһәтәләр. Нә ғәжәп әгәр куп йәшәһә ул кеше.
НӘ БАРЫ а. диал. ҡар. ни бары. Нә бары алдаҡ. Нә бары буш һуҙ.
НӘБАТ [ғәр. ^Ьз] (Р: растение; И.: plant; T.: nebat) и. иҫк.
Ағас, ҡыуаҡ, мүк, ылымыҡ, үләндәр кеүек күп күҙәнәкле организмдар; үҫемлек. □ Растение, растительность. Нәбат хозурлығы. Елгә тулҡына нәбат. ■ Баш эйгән һәммә нәбат, ҡоштар йырламай ҡабат. Бәйеттән.
НӘБИ [ғәр. <^н] (Р: пророк; И.: prophet; Т.: nebi) и. иҫк.
1. Алланың теләген, шартын башҡарып торған әҙәми зат; Алла илсеһе; пәйғәмбәр. □ Пророк. ■ Йыһан эсенә ҡуймыш ине Йософ нәби. «Йософ вә Зөләйха». Ҡол Ғәли иһә уҙе «пәйғәмбәр» тигән фарсы, «нәби» тигән ғәрәп һуҙен, шул уҡ мәғәнәләге «сәучә» тигән саф төрки һуҙе менән алмаштырып, әҫәрҙең төп нөсхәһен «Йософ сәучә ҡиссаһы» тип кенә исемләгән булған. Халыҡ ижадынан. Ни ҡылды Исраилдың даналары, уҙ-уҙҙәре — яҡын нәби балалары. Уғры, ултереусе, ошаҡсы тип, Йософто ниндәй ҡылды ағалары! «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы »нан.
2. (баш хәреф менән) миф. Йорт-ҡура, мал-тыуар именлеген һаҡлаусы эйә; Нәби пәйғәмбәр. □ Пророк Наби (покровитель домашней живности). Нәбигә хәйер биреу. Мал башы иҫәнлегенә арнап, Нәбигә аят уҡытыу.
НӘБИУЛЛА (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡарағай-ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Родовое подразделение башкир племени карагай-кып-чак. Нәбиулла аймағы яландары. Нәбиулла араһы йәйләуе. Нәбиулла ырыу араһы.
НӘБҮӘТ [ғәр. ^] (Р: пророчество; И.: prophesy; T.: kehanet) и. иҫк.
Алланың теләген, шартын башҡарып тороу; пәйғәмбәрлек. □ Пророчество. ■ Нә
605