НӘГАҺ
бүәттән мөҡәддәс ейлем бер нур бар сырағын һауаһы һүндермәһә. М. Аҡмулла. Ул нәбүәт мәғдәненең гәүһәре, һәм кәрәмәт, һәм виләйәт сәрүәре. «Жөмжөмә солтан» әҫәренән.
НӘГАҺ [фарс. AÎU] (Р_: внезапно; И.: suddenly; T.: ansızın) р. иҫк.
Аңғармаҫтан, көтмәгәндә, ҡапыл. □ Внезапно, неожиданно. ■ [Кибетсе] ахшам ваҡытында өйгә китәйем тип торһа, кибеттең иҙән таҡтаһын күтәреп бер нисә егет килделәр, нәгаһдән. Хикәйәттән.
НӘҒЕҘ I [фарс. (Р.: чистый; И.: pure; T.: temiz) с.
1. Ҡуйылған талаптарға яуап бирерлек, ысын мәғәнәһендә яҡшы булған; һәйбәт; саф. □ Чистый, настоящий. Нәғеҙ алтын. Нәғеҙ көмөш тәңкәләр. Нәғеҙ башҡорттар. ■ Былтаҡыя башлы ..шып-шыма көпшә нәғеҙ Урал ҡурайы, беҙҙең яҡтарҙа ғына үҫер наҙлы бер һабаҡ. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ҡәҙерле, хөрмәтле. □ Дорогой. ■ [Галип:] Ҡунаҡтарҙың нәғеҙҙәре, аҫылдары килгән. Әсе балыңды мул ғына һоҫоп сығар. М. Кәрим.
НӘҒЕҘ II (Р: точно; И.: exact; T.: tam) р.
Нәҡ, хас, тап. □ Точно, именно. ■ Уның үкенесле, ләкин бер үк ваҡытта юғары рухлы тормош ҡиссаһы Искәндәрҙең нәғеҙ йөрәгенә инеп урынлашты. Ә. Хәкимов. Барый ҡарттың хәбәре оҙонайған һайын, Фәрүәз Лоҡмановичтың түҙемлеге ҡыҫҡара барҙы. Ул тәнендәге һәр бер күҙәнәге менән тоя ине: нәғеҙ ошо мәлдә теҙгенде шаҡармаһаң, сход тигәнең баҙарға әйләнәсәк. «Ағиҙел», № 3,
2013.
НӘҒЕҘ III (Р: семена подсолнуха; И.: sunflower seeds; T: ayçiçeği çekirdeği) и. диал.
Көнбағыш емеше. □ Семена подсолнуха. Нәғеҙ таҙартыу. Нәғеҙ сиртеп йөрөү. Нәғеҙ менән сауҙа итеү. Эре нәғеҙле көнбағыш.
НӘҒЕШ и. диал. ҡар. нағыш. Нәғеш өлгөләре. Нәғеш менән биҙәлгән янсыҡ.
НӘҒЕШЛӘҮ (нәғешлә-) ҡ. ҡар. нағышлау. Таҫтамал нәғешләү. Мендәр тыштары нәғешләнгән.
НӘҒМӘН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of
Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мөйтән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени муйтен. Нәғмән араһы сабынлыҡтары. Нәғмән араһынан сыҡҡан нәҫел.
НӘҒРӘ [ғәр. (Р: страшный голос; И.: terrible voice; T: korkunç bir ses) и. иҫк.
Ҡурҡыныс тойғоһо уятҡан; яман тауыш, әсе тауыш. □ Страшный голос. ■ Төрлө яҡтан сыға килгән чирейҙарҙы күреп, хәбәр бирҙеләр, һәм ул хәбәр аласаҡ (кеше) аңһыҙлан бер мәл шилә нәғрә сығарҙы. М. Өмөтбаев.
НӘҒРӘ ОРОУ (нәғрә ор-) [ғәр. (Р: громко кричать; И.: vociferate; T.: bağırmak) ҡ. иҫк.
Яман итеп ҡысҡырыу, һөрән һалыу.
□ Громко кричать, громко орать. ■ [Илсе] нәғрә өрҙө сур кеүек бер торбанан, ен-пәрейҙәр сыҡты һикереп мөрйәнән. Ш. Бабич.
НӘҒӘЛӘТI [ғәр. Ь] (Р: проклятие; И.: curse; T: lanet) и. диал. ҡар. ләғнәт.
1. Яман теләк теләп әйтелгән әр һүҙе, ҡарғыш, ҡәһәр. □ Проклятие. Нәғәләт төшкәр. Кит, нәғәләт. Нәғәләттән ҡасыу. Нәғәләт уҡыу. Нәғәләт ороу. Нәғәләт яуҙырыу.
2. күсм. Йүнһеҙ кеше, эшкинмәгән.
□ Бестолковый, беспутный. Кит, нәғәләт. Шул нәғәләт ҡулынан эш килмәй. Нәғәләт булыу.
НӘҒӘЛӘТ II (Р: проклятый; И.: cursed; T: lanetli) с. диал.
Яман теләк әйтелгән, ҡәһәр төшкән, ҡарғыш алған, ҡарғалған. □ Проклятый. Нәғәләт төшкән кеше. Нәғәләт әҙәм аҡтығы. Нәғәләт булыуҙан ҡасыу.
НӘҘБЕРЕК (Р: тонкий; И.: sensitive; Т.: ince) с.
1. Бик нескә төҙөлөшлө, бәләкәй генә тәьҫиргә лә бирешеүсән, үҙгәреүсән, тойоу-сан. □ Тонкий; чувствительный. Нәҙберек телефон. Нәҙберек флешка. Нәҙберек механизмлы кеҫә телефоны. Нәҙберек механизмға ҡоролған. Манометр — үтә нәҙберек прибор.
2. Бик бәләкәй нәмәгә лә һиҙгер, бирешеүсән; нескә. □ Нежный. Нәҙберек күңел.
606