Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 607


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НӘҘЕК
Нәҙберек уләндәр. ■ Яңы ярыла башлаған япраҡтар, ҡауланды тишеп сыҡҡан нәҙберек уләндәр урман эсен тамаҡҡа һылашырлыҡ һауа менән тултырған. Н. Мусин. Ап-аҡ ҡарҙа — умырзая... Аңламаҫһың был нәҙберек заттар донъяһын. И. Муллаянова.
3. Тәбиғәте, булмышы бик нәҙекәй; нескә. □ Чувствительный. Нәҙберек ҡыҙ. Нәҙберек кеше. Нәҙберек холоҡло бала. ■ Ҡыҙының нәҙберек холҡона, көйһөҙ еңмешлегенә өйрәнеп бөткән Әлимовтың, йәки, халыҡ те-лендәгесә, Ғазаповтың, әлеге ҡәтғи талапты үтәмәйенсә сараһы юҡ, буғай. «Ағиҙел», № 3, 2010.
4. диал. Аш һайлаусан, талымлы. □ Привередливый, разборчивый (в еде). Нәҙберек бала. Нәҙберек тамаҡ.
НӘҘБЕРЕКЛӘНЕҮ (нәҙбереклән-) (Р.: становиться чувствительным; И.: become sensitive; T: duyarlı olmak) ҡ. һөйл.
1. Бик бәләкәй нәмәгә лә һиҙгер, үтә нескә булыу; нәҙбереккә әйләнеү. □ Становиться чувствительным, впечатлительным. Күңел нәҙберекләнеү Бара торғас ҡыбалама нәҙберекләнде.
2. диал. Аш һайлау; талымлау. □ Привередничать, стать привередливым (е еде). Йөклө осор нәҙберекләндерә. Сырхауҙан һуң нәҙберекләнеү
НӘҘЕГӘЙЕҮ (нәҙегәй-) (Р: утончаться; И.: thin (out); T: incelmek) ҡ.
1. Нәҙеккә әйләнеү, йоҡарыу, бәләкәйләнеү. □ Утончаться. Нәҙегәйеп бөтөү Бысаҡ йөҙө нәҙегәйеп бөткән. ■ Уларҙың уртаһында заводтың куккә олғашҡан оҙон торбаһы һерәйеп тора. Уның төбө йыуан булып сыға, осо нәҙегәйеп барып бөтә. Ж. Кейекбаев. Тарлауыҡ тарайып, юлды ҡыҫҡан һайын, көн яҡтыһы кәмей, шишмә уҙәне лә нәҙегәйгәндән-нәҙегәйә бара. Д. Бүләков.
2. Ябығыу, кәүҙәнең тулылығы кәмеү; нәҙек булыу. □ Становиться худым, тонким, худеть. Бигерәк нәҙегәйеп киткән. Ҡыҙ нәҙегәйеп киткән.
3. Тауыштың тәбиғи аһәңлеге боҙолоп йомшарыу. □ Становиться тонким. Моң нәҙегәйә биреп өҙөлдө. Тамағы ауыртыу сә
бәпле тауышы нәҙегәйгән. ■ Әпҡадир мулланың һулыш алыуы тағы ла йышайып китте. Танау япраҡтары һелкенеп ҡуйҙы, тауышы тағы ла нәҙегәйә төштө. К. Мәргән. Аптырауы шул тиклем көслө инеме, Ҡәфиә ханымдың тауышы ҡапыл бик ныҡ нәҙегәйеп сыҡты. «Ағиҙел», № 2, 2010.
4. кусм. Күреү һәләте кәмеү. □ Ухудшаться (о зрении). // Ухудшение зрения. Ту мер буйы теген машинаһында әйбер тегеп куҙҙәре нәҙегәйеп ҡалған. ■ [Айытбай ҡарт — Сөнәғәткә:] Әллә куҙҙәрем нәҙегәйә башлаған инде, хәйерһеҙең. Мин дә һине таный алмай торам да баһа. Ҡ. Ибәтуллин.
♦ Тамакҡа нәҙегәйеү йүнләп ашамай башлау, аппетит юғалыу. □ Потерять аппетит. ■ Уйлана, көндәр буйы ҡомһарып йөрөй Бикмырҙа. Ирене ҡымтылған, куҙе ерҙә. Тамаҡҡа нәҙегәйеп, ябығып китте, етмәһә. Ә. Хәкимов.
НӘҘЕГӘЙТЕҮ (нәҙегәйт-) (Р: утончать; И.: make thin; T: inceltmek) ҡ.
1. Нәҙеккә әйләндереү, йоҡартыу. □ Утончать. Юнып нәҙегәйтеу. Быуып нәҙегәй-теу. ■ Ҡара ҡайыш быума, дуҫым, билеңде нәҙегәйтеп. Халыҡ йырынан. [Ишмырҙа] яңы салғыһын сирткеләп, .. һаплыҡты йышып нәҙегәйтә төштө, быяла ярсығы менән ҡырып шымартты. Н. Мусин.
2. Яҡшы күреү һәләтен юғалтыу; күҙҙең күреү һәләтен насарайтыу. □ Ухудшать (зрение). Куҙҙе нәҙегәйтеу. Ҡараңғыла уҡып куҙҙәрҙе нәҙегәйтеу.
НӘҘЕГӘРЕҮ (нәҙегәр-) ҡ. диал. ҡар. нәҙегәйеү. Кәуҙәнең нәҙегәреуе. Тауыштың нәҙегәреуе.
НӘҘЕК [фарс. (Р: тонкий; И.: thin; T.: ince) с.
1. Диаметры бәләкәй; киреһе — йыуан. □ Тонкий. Нәҙек ағас. Нәҙек бағана. Нәҙек ҡаҙау. Ңәҙек еп. ■ Нәҙек, оҙон буйға уҫ-кән Ҡыҙыл буйының талы. Халыҡ йырынан. Зыңлап торған һөйәк янлы әҙернәләре урынына, әбей-һәбей һыу ташый торған көйәнтә ише, нәҙек ағастан бөккән йәйәләре генә тороп ҡалыр. «Алдар менән Зөһрә».
607