Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 686


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛТОРАҠЛЫҠ
♦ Олторағына ла тормау кем менән булһа ла сағыштырғанда берәй яҡтан кәм, насарыраҡ булыу тураһында. □ В подмётки не годится кому, чему. Олтораҡ булыу буйһоноп, кәмһетелеп йәшәү; хеҙмәтсе, ҡол булыу. □ Быть под каблуком, под башмаком у кого. Байҙарға олтораҡ булып йөрөгәнсе, уҙ эшеңде асып ебәр. Я Моғайын, минең хөр рухлы атайымдың уҙ ирке менән кемгәлер олтораҡ булғыһы килмәгәндер. М. Кәрим. Олтораҡ итеү үҙенә буйһондороу, ихтыярһыҙ кеше итеү; олтанға әйләндереү. □ Подчинить себе; превратить в стельку. Оло килен йәш киленде бер ай эсендә бөтөнләйе менән олтораҡҡа өйләндерҙе. ■ Ҡәйум олтораҡ иткән Әнуәр, ҡораллы отряд төҙөп, куңелгә мең төрлө шом, шөбһә һалып, тәҙрә эргәһенән йырлап уҙа. Ғ. Лоҡманов. Олтораҡҡа ла ярамай ҡар. олторағына ла тормау. ■ Булдыҡһыҙ, олтораҡҡа ла ярамаған туғанын бәләкәй генә булһа ла нәсәлник итеп тота, уҙ кеше шул. «Ағиҙел», № 4, 2010. Олтораҡ үбеү һөйл. бик ҙур түбәнселек күрһәтеү, ялыныу, ялбарыу. □ Кланяться, поклониться в ноги.
ОЛТОРАҠЛЫҠ (олтораҡлығы) (Р.: материал для стельки; И.: cloth or material for sole; T.: tabanlık) и.
Олтораҡ итерлек нәмә. □ Материал для стельки. Олтораҡлыҡ киҫеп алыу. Олтораҡлыҡ кейеҙ.
ОЛТОРАҠ УРЛАУ (Р: ритуальное похищение стельки; И.: kind of magic ritual; T.: bir gelenek) и. этн.
Һатып алған мал уңмаған саҡта мал һатҡан кешенең олторағын урлап алып өтәҫләү йолаһы. □ Ритуальное похищение стельки (если купленный скот не даёт приплода, крадут стельку от обуви продавца и окуривают скотину её дымом). И Һатып алған мал уңмаһа, мал һатҡан кешенең олторағын урлап алып өтәҫләйҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
ОЛТОРАҠ ЯНДЫРЫУ (Р: магический способ лечения от сглаза; И.: charm adainst an evileye; T.: nazardan tedavi etme usulü) u. миф.
Күҙе тейә торған кешенең олторағы менән имләү ысулы. □ Магический способ лечения от сглаза, доел. Сожжение стельки. ■ Ҡаты куҙле ҡатындың олторағын алып яндырып та имләйҙәр куҙҙэн. Йола фольклорынан.
ОЛУҒ (Р: старший; И.: elder, big, great; T.: büyük) с. кит.
1. Йәш яғынан ҙурыраҡ, оло; өлкән.
□ Старший; пожилой. Олуғ бикә. Олуғ ханша. ■ [Бала] юлда олуғ кешегә вә ке-секкә сәләм биреп, иҫәнлек һорап уткәй. М. Өмөтбаев. Олуғ бабам Ибраһим — дуҫың ине, һинең әмереңде һәр саҡ тыңлай ине. «Ҡиссаи Йософ».
2. Дәүмәле, күләме ҙур. □ Большой, огромный. ■ Был юлда бер нисәмә олуғ шәһәр бар. М. Ғафури. Ауылда буласаҡ ҙур уҙгәрештәр, тормошҡа ашырыласаҡ олуғ бурыстар тураһында Вәлиев ишетеп белә ине. Б. Рафиҡов.
3. Ҙур дәрәжәгә, шөһрәткә эйә; бөйөк.
□ Знаменитый, прославленный, великий. Олуғ батша. Олуғ ғалим. ■ Олуғ ғалим Ризаитдин Фәхретдин Ырымбурҙа уны [Зәки Вәлидиҙе] «төрк тарихсыһы» тип атаны. Р. Байымов. Был илдең [Ҡытайҙың] шаһы олуғ бер хан булған. М. Харис. [Ҡарт:] Мин олуғ Болғар батшалығынан булам. «Алдар менән Зөһрә». • Әҙәмдән олуғ ат юҡ, икмәктән оло аш юҡ. Мәҡәл.
ОЛУҒ ЙӘНЛЕ с. ҡар. оло йәнле. ■ Эҙләйем мин шундай олуғ йәнле кеше, бар кешеләрҙән дә выжданлы кеше. М. Ғафури.
ОЛУҒ КҮРЕҮ (олуғ күр-) (Р: оказывать уважение; И.: respect; T.: soygı göstermek) ҡ.
Хөрмәт, ихтирам күрһәтеү. □ Оказывать уважение, честь, почёт. Ата-әсәне олуғ курергә кәрәк.
ОЛУҒЛАУ (олуғла-) ҡ. кит. юғары, ҡар. ололау. ■ Ҡәҙерле ҡунағыңды олуғлап ҡаршы ал, һуңынан олуғлап оҙатып ҡуй. Р. Фәхретдинов. [Пётр Иванович:] Беҙҙе олуғлауығыҙ өсөн рәхмәт, иптәштәр. В. Исхаҡов.
ОЛУҒЛЫҠ (олуғлығы) и. кит. ҡар. ололоҡ 4. ■ һәр олуғтар эшләгәнлектән олуғлыҡтар таба. Р. Фәхретдинов. Ҡешене
686