Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 685


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛТОРАҠ
ҡулланылған әйбер. □ Подмётка (мифологизированный предмет, используемый в магическом лечении болезней от нечистой силы). Олтан менән имләу.
5. миф. ҡар. олтораҡ 2. Олтан менән өтәҫләу. Олтан менән имләу.
♦ Олтан бит оятһыҙ, намыҫһыҙ. □ Бесстыдный, бесстыжий, наглец. ■ Их .. оятһыҙ, олтан бит! Купме йәш ҡыҙҙарҙы әрәм итте бит. «Шоңҡар», № 9, 2011. Олтан булыу хеҙмәтсе, ҡол булыу; кәмһетелеп йәшәү. □ Быть слугой, букв. Быть подошвой, подмёткой. • Сит илдә солтан булғансы, уҙ илецдә олтан бул. Мәҡәл. Олтанға ла ярамай бер нигә лә яраҡһыҙ, булдыҡһыҙ. □ И в подмётки не годится; ни к чему не годный. ■ Олтанға ла ярамаған улын уҙенә [Тамара] урынбаҫар итеп алған, тиҙәр. Ф. Ғәлимов. Олтанға әйләндереү үҙеңә буйһондороу, ихтыярһыҙ кеше итеү. □ Держать под каблуком; прибрать к рукам. И Был йортҡа төшөп, бер-ике ай утмәне, Сабира уның елкәһенә менеп атланды, көндәшен бөтөнләй олтанға өйләндерҙе. Ғ. Ибраһимов.
ОЛТАН ЙОНДОҘ (Р.: комета; И.: comet; T.: kuyruklu yıldız) и. астр. диал. ҡар. ҡойроҡло йондоҙ.
Ҡояш системаһына ҡараған ҙур булмаған күк есеме. □ Комета (небольшое небесное тело, движущееся в межпланетном пространстве). И Олтан йондоҙ ҡайһы ваҡытта бик яҡты яна, шуға ла кешеләр ҡойроҡло йондоҙ куренеуен яҡшыға юрамаған. Интернет селтәренән. Ҡайһы саҡта куктэ олтан йондоҙ куренә. Ул ҡайһы яҡта куренһә, шул яҡтан һуғыш ҡалҡа, ти. 1941 йылда беҙҙец ауылда олтан йондоҙон ҡояш байышындағы Арҡыры тау башында кургәндәр. Экспедиция материалдарынан.
ОЛТАНЛЫ (Р: подшитый, подбитый; И.: sole padded; T: tabanlı) c.
1. Олтан (1) һалынған. □ Подшитый, подбитый. Олтанлы ботинка. Олтанлы итек. ■ Иҙеусе оторо шаша, сыбыҡ һуғып ҡына туймай, ҡалын олтанлы оло ботинка менән тибеп тә ала. М. Кәрим.
2. Олтан (2) һалынған. □ Со стелькой. Олтанлы кейеҙ итек. Олтанлы ситек кейеу.
ОЛТАНЛЫҠ I (олтанлығы) (Р: подбойки; И.: cloth or material for making soles; T.: tabanlık) и.
Олтан итеп һалырға яраҡлы әйбер; ол-тораҡлыҡ. □ Подбойки; материал на подмётку, стельку. Олтанлыҡ әҙерләу. Олтанлыҡ киҫеу.
ОЛТАНЛЫҠ II (Р: подбоечный, подмёточный; И.: for making soles; T: tabanlık) c.
Олтан өсөн файҙаланыла торған. □ Подбоечный, подмёточный. ■ Юл япрағы олтанлыҡ тиреләрҙе иләгәндә лә ҡулланылған. Экспедиция материалдарынан.
ОЛТАРМЫШ (Р: прошитый внутренним швом; И.: embroidered seam from within; T: dikiş yerleri içeriye dikilmiş) с.
Йөйөн эскә ҡалдырып тегелгән. □ Прошитый внутренним швом. Олтармыш итек. Олтармыш ҡата.
ОЛТАРЫУ (олтар-) (Р: прошивать швом внутрь; И.: embroider a seam from within; T: dikiş yerleri içeriye dikmek) ҡ.
Тыштан тегеп, йөйөн эскә әйләндереү (аяҡ кейеменец). □ Прошивать швом внутрь. Сарыҡты олтарыу.
ОЛТОРАҠ (олторағы) (Р: стелька; И.: insole, inner sole; T.: içtaban) и.
1. Йылы, йомшаҡ булһын өсөн махсус өлгө менән киҫелеп, аяҡ кейеменец эсенә һалына торған кейеҙ, ҡатырға, күн йәки туҡыма киҫәге. □ Стелька. Кейеҙ олтораҡ. Һалам олтораҡ. Сабата олторағы. ■ Олторағың һалбырап, ауылсы булма, киленсәк. Ҡарт ҡәйнәцә алаңлап, яусы булма, киленсәк. Туй йырынан. • Куктән кейеҙ яуһа ла, ҡолға олтораҡ теймәҫ. Әйтем. Оятын олтораҡ иткән — намыҫын йотҡан. Әйтем.
2. миф. Насар, яман көстәр тыуҙырған ауырыуҙарҙы им-том менән дауалағанда ҡулланылған әйбер; олтан. □ Стелька (мифологизированный предмет, используемый в магическом лечении болезней от нечистой силы). Олтораҡ менән имләу. И Игеҙ бала тапҡан ҡатындың олторағы менән өсйән имләгәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
685