Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 684


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛПАТ
тов. Олпат кәуҙәле ир өйгә инеп, алсаҡ тауыш менән сәләм бирҙе. «Ағиҙел», № 4, 2012.
2. Йәше менән оло, хөрмәтле. □ Старинный, почитаемый. ■ Купме тапҡыр ҡар ҡаплаған олпат башын Уралдың! Картотека фондынан. Ил онотмаҫ уларҙы, яңғырар олпат йырҙары быуындарҙан быуынға, барлыҡ ғумер буйына. Б. Бикбай.
ОЛПАТ III (Р.: солидно, степенно; И.: staidly; gravely; T: sağlam)^.
Етди, дәрәжәле, мөһабәт. □ Солидно, степенно. Олпат куренеу. Үҙеңде олпат тотоу. Олпат һөйләшеу. ■ Беҙҙең янға олпат ҡына атлап, урта йәштәрҙәге кеше килеп баҫты. К. Мәргән.
ОЛПАТЛАНЫУ (олпатлан-) (Р.: становиться солидным, степенным; И.: become staid, sedate; T: ağırbaşlı olmak) ҡ.
Мөһабәт төҫ-ҡиәфәт алыу. □ Становиться солидным, степенным. Олпатлана төшөу. Олпатланып китеу. ■ Миңнейәр —.. ҡалын кәуҙәле урта йәштәргә еткән кеше, ул элеккегә ҡарағанда ла олпатлана төшкән. Ғ. Вәлиев. Олпатланып киткән һымаҡ булһа ла, куңел барыһын да һаҡлай икән әле — киҫелгән бармағын да, Сәмиғуллаһын да, Хәбешен дә. Р. Байымов. Әммә ошо Аҡтубә һыуҙары килеп ҡушылыу менән, ул [Аҡнөгөш]ҡапыл тәрәнәйә, киңәйә, олпатлана. Д. Бүләков.
ОЛПАТЛАП (Р: солидно, степенно; И.: staidly; gravely; T: ağırbaşlı) p.
Олпатлы итеп, олпат булып. □ Солидно, степенно. Ағаһы кеуек олпатлап атлау.
ОЛПАТЛЫ (Р: солидный, степенный; И.: solid, strong, imposing; T.: cüsseli) с.
Оло, ҙур кешегә хас һын, һыпатлы; мөһабәт. □ Солидный, степенный. Олпатлы кеше. Олпатлы булыу. ■ Шакманов шаҡман араһының иң һуңғы олпатлы байы ине. Б. Бикбай. Еңел кәуҙәле, ҡап-ҡара сәсле, куҙҙәре ут бөркөп торған егет урынында олпатлы, хәрәкәттәре әкренәйгән кеше тора ине. Ғ. Хисамов.
ОЛПАТЛЫҠ (олпатлығы) (Р: солидность, степенность; И.: reliability, staidness, sedateness; T: ağırbaşlılık) и.
Мөһабәтлек, етдилек, дәрәжәлелек. □ Солидность, степенность. ■ Сәхипгәрәй тамам ярһыны. Олпатлығын онотоп, Юлайҙы ҡыуырға кереште. И. Ғиззәтуллин. Әгәр тәуге аҡ сәстәр ирҙәрҙә олпатлыҡ тойғоһо уятһа, ҡатындарҙа укенеу, һулыу хистәрен ҡуҙғата. И. Абдуллин. Тарта уны [Зәки Вәлидиҙе] был аҡыл донъяһы — быуаттар серен һаҡлаған китапханалар, ғилем олпатлығы һеңгән фән йорттары тарта; һуш китерлек тәрән тарих төпкөлдәре әйҙәй. Р. Байымов.
ОЛПАТЛЫЛЫҠ (олпатлылығы) и. ҡар. олпатлыҡ. Олпатлылыҡ һәр кемгә лә килешә. ■ Иңенә алған йөгө генә тугел, куңелен өйкәп торған кисерештәре лә Фәнилдең хәрәкәтенә олпатлылыҡ өҫтәне. «Көнгәк», 20 ноябрь 2012. Сәғди «Гөлстан»да уны [дөйәне] сыҙамлылыҡтың, олпатлылыҡтың миҫалы итеп кинәйәләгән. Р. Байымов.
ОЛТАН (Р: подошва; И.: sole, insole, inner sole; T.: taban) и. диал.
1. Аяҡ кейеменең табан формаһындағы аҫҡы өлөшө (махсус өлгөлә киҫелә һәм тегеп йәки ҡағып беркетелә). □ Подошва, подмётка. Олтан һалыу. ■ Борон-борон бер заманда олтан һалдылар табанға. X. Ғиләжев. Аяғыңдағы итегеңдең болғар икән олтаны. Һине һөймәй кемде һөйәйем, һин бит егет солтаны. Таҡмаҡтан.
2. Аяҡ кейеменә эске яҡтан һалынған табан, олтораҡ. □ Стелька. Итек олтаны. Ситек олтаны. ■ Аяғына кейгән итегенең, тимен, һай турәкәйгенәһе, ике ҡатлы икән олтаны. Халыҡ йырынан.
3. кусм. Ҡол, ялсы. □ Раб, слуга. Сит ерҙә солтан булғансы, уҙ ереңдә олтан булыу яҡшыраҡ бит, — тип аҙарына бер ҡунаҡ. Д. Бүләков. Оҙон һуҙҙең ҡыҫҡаһы шул: кеше илендә солтан булғансы, уҙ илеңдә олтан бул, тип боронғолар белмәй әйтмәгән. Р. Өмөтбаев. Сит ерҙәрҙә солтан булғансы, һай, уҙ өйөмдә олтан булайым. Р. Назаров. • Ҡыҙ сағым — солтан саҡ, килен сағым — олтан саҡ. Мәҡәл. Үҙ ҡәҙерен белгән — солтан, белмәгән — олтан. Мәҡәл.
4. миф. Насар, яман көстәр тыуҙырған ауырыуҙарҙы им-том менән дауалағанда
684