ОЛПАТ
ул. Халыҡ йырынан. Оло юлда маяҡтар бар юлаусы аҙашмаҫҡа. Халыҡ йырынан. • Оло юлға сыҡҡас та, һуҡмаҡтарҙы кем менән уткәнеңде онотма. Әйтем.
ОЛО ЯҠ (яғы) (Р.: большая, светлая половина дома; горница; И.: ben, chamber; T.: oturma odası) и. диал.
1. Алты мөйөшлө өйҙөң ҙур яғы; яҡты, матур бүлмә. □ Большая, светлая половина дома; горница. Оло яҡты йыйыштырыу. Оло яҡҡа селтәр элеу. ■ Ә өйҙөң эсе шундай матур, .. ҡашығаяҡ менән оло яҡ араһына ҡыҙыл-зәцгәр шаҡмаҡлы шаршау ҡоролған. Ф. Рәхимғолова. Оло яҡ йыйыштырылған, иҙәнгә кейеҙ менән кәпләнгән ҙур балаҫ йәйелгән. С. Агиш.
2. Ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмә; ҡунаҡ өйө. □ Гостиная. Оло яҡ — иң матур булмә. ■ Оло яҡ матур итеп йыйыштырылған, ҡунаҡ көтәләрҙер, ахыры. М. Ғафури.
ОЛО ЯУЛЫҠ (яулығы) (Р: шаль; И.: shawl; T.: şal) и. диал. ҡар. шәлъяулыҡ.
Бәйләнгән йәки һуғылған ҙур яулыҡ.
□ Большой платок; шаль. Кул кеуек оло яулыҡ. И Башына аҡ селтәр оло яулыҡ бөркәнгән бер ҡыҙ килеп сыҡты. Т. Йәнәби. Әсмә башына оло яулыҡ ҡына ҡаплап сығып йугерҙе. Б. Бикбай. Оло яулыҡ аҫтынан маңлайына ҡыйпылып төшкән сәс уны .. мөләйем итеп тора. Т. Килмөхәмәтов. Кесе ҡатынының урҙалағы еләне, мәрйендән генә бөткән селтәре, ҡашмауы, йөн, ебәк кулдәктәре, төрлө-төрлө оло яулыҡтары былай ҙа бай йорттоң эсенә йәм биреп тора. Ғ. Дәүләтшин.
ОЛПА I (Р: солидный; И.: solid, strong, imposing; T.: ağırbaşlı) с. диал.
1. Күркле, мөһабәт һынға эйә; олпат.
□ Солидный, степенный. Олпа ҡарттар. Олпа төҫ.
2. Ихтирамлы, хөрмәтле. □ Почтительный, уважаемый. Олпа кеше. Нәғим бабай — ауылдың иң олпа кешеһе.
3. Киң күкрәкле, ныҡ көслө, мыҡты.
□ Крепкий, сильный, здоровый. Олпа кеше ине. Олатайым олпа кеше булған.
ОЛПА II (Р: величаво; И.: gravely; Т.: haşmetli) р. диал.
Мөһабәт, олпат. □ Величаво, степенно. Олпа баҫып килә. Олпа атлау.
ОЛПАҠ (олпағы) (Р: матрас, набитый верблюжьей шерстью; И.: mattress of camel wool; T.: deve tüyünden yapılan minder) и. иҫк.
1. Дөйә йөнөнән ҡабартып яһалған бәләкәй түшәк. □ Матрас, набитый верблюжьей шерстью. Олпаҡ кубеу. Олпаҡ тушәу. Олпаҡ яһау.
2. диал. Дөйә йөнөнән яһалған бәләкәй мендәр. □ Маленькая подушка из верблюжьей шерсти. Олпаҡ йомшаҡ та, йылы ла була. ■ Аш-Һыуҙы һикелә ашағас, беҙҙә олпаҡты куп яһайҙар. Экспедиция материалдарынан.
ОЛПАЛАУ (олпала-) (Р: делать наспех, торопливо; И.: make in a hurry; T.: aceleye gelmek) ҡ.
Ашыҡ-бошоҡ, арлы-бирле итеү. □ Делать наспех, торопливо, на скорую руку. Олпалауҙың рәте-сираты булмай ул. Керҙе олпаламай ғына йыуыу.
ОЛПАЛЫ с. диал. ҡар. олпатлы. Аҡһа-ҡалдай олпалы.
ОЛПАТ I (Р: солидность, степенность; И.: solidity; reliability; T.: ağırbaşlılık) и.
1. Мөһабәт, етди, дәрәжәле төҫ-ҡиәфәт.
□ Солидность, степенность. Олпатты юғалтмау. ■ Курәм, уҙ олпатын боҙмай һаҡлап, Урал ята әкрен, тын ғына. Ш. Бабич.
2. Кешеләр алдындағы оло исем; хөрмәт. □ Почтение, уважение. Олпат ҡаҙаныу. ■ Батырҙар ҡала юғалып, олпатын кутәргән шан ботһә. Халыҡ йырынан.
ОЛПАТ II (Р: солидный, степенный; И.: solid, strong, imposing; T.: ağırbaşlı) c.
1. Күркле, мөһабәт һынға эйә; олпатлы. □ Солидный, степенный, представительный. Олпат төҫ. Олпат шәхестәр. ■ Аҡ сәсле олпат кеше .. һуҙен бөтөрҙө. Ә. Вахи
683