Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 682


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛОҺО-КЕСЕҺЕ
3. Көслө тауыш менән туҡтауһыҙ ҡысҡырыу □ Долго кричать громким голосом. ■ Сафин ағай .. урамға, ҡоторонған, олоған халыҡ яғына ташланды. А. Кар-най. Олоу ҡапыл өҙөлдө, тик тынлыҡ купкә барманы. Б. Рафиҡов. Емеш эләгә-тәгәрәй йугерә, тыны быуылып йығыла, тағы тороп йугерә, уныц артынан .. укереу, олоу, һыҙғырыу тауыштары көсәйә, яҡынлаша.
з. Биишева.
4. һөйл. Йәмһеҙ тауыш менән һуҙып йырлау. □ Петь жалобно, протяжно. Олома, көй сығарып йырла. Олоп торма. ■ Башта олоу менән башланып, һуңынан һын ҡатып көлөугә, әсе илауға әйләнгән тауыш куцелдә ауыр шомлоҡ тыуҙыра. Ә. Чаныш.
5. һөйл. һуҙып-һуҙып ҡысҡырып илау; буҙлау. □ Выть, плакать в голос. Буҙлап олоп ултырыу. Тик юҡҡа олома. ■ Бер аҙҙан уҙәк өҙгөс олоу һәр тарафтан ишетелә башланы. Б. Рафиҡов.
6. миф. Эттең, бүренең оҙаҡ олоуы — хәүеф-хәтәр, үлем менән бәйле насар ғәмәл тип иҫәпләнгән. □ Выть, завывать (о собаке, волке: опасное действие, связанное с несчастьями, смертью). ■ Эт оҙаҡ олоһа, уҙ башыца, тип аталар. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Бүреһе олоно кемдеңдер ҡулына берәй төрлө ҙур файҙа төшкәндә әйтелә. □ Быть удачливым в приобретении чего-л. И Буре-һе олоно Ҡәйумдең: юҡ ҡына хаҡҡа урағын урҙырыу, игенен һуҡтырыу ғына етмәне, көҙ бер келәт урынына халыҡтан ике келәт ашлыҡ йыйып алды. Ғ. Лоҡманов. Эстә ас бүре олой бик ныҡ асыҡҡан ваҡытта әйтелә. □ Сильно проголодаться. ■ Уға [Ғариф ҡартҡа] көлкө, ә малайҙарҙың эсендә ас буре олой. Б. Бикбай.
ОЛОҺО-КЕСЕҺЕ (Р: и стар и млад; И.: young and old alike; T.: büyük küçük herkes)
и. йыйн.
Төрлө йәштәге кешеләр. П И стар и млад. ■ [Ауылдың] олоһо-кесеһе Гитлер яуҙарын еңеп ҡайтыусыларҙы ҡаршыларға сыҡҡан, ҡулдарында сәскәләр, куҙҙәрендә шатлыҡ йәштәре ине. Ғ. Ғөбәй. Шам ҡапҡаһынан бер уҙе килеп керҙе, олоһонан-кесеһенән юл
һораны. .. Барығыҙ ҙа Йософҡа буйһоноғоҙ! «Ҡиссаи Йософ».
ОЛОШОУ (олош-) ҡ. урт. ҡар. олоу 1. взаимн. от олоу 1. Буреләр олоша. ■ Ауыл шаулай, эттәр олошалар, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар сыр-сыулап илашалар ине. А. Таһиров.
ОЛО ШӘЛ (Р: плед; И.: rug; plaid; T: îskoç şah) и. диал.
Һуғылған ҡалын шәл. □ Плед. Оло шәл ябыныу. Оло шәл алыу. ■ Ҡоҙаларға ҡыш көнө ҡунаҡҡа барғанда ат еле теймәһен өсөн санаға оло шәл ябынып ултыра торғайныҡ. Экспедиция материалдарынан.
ОЛО ЮЛ (Р: большак; И.: highroad, main road; T: şose) и. һөйл.
1. Хужалыҡ әһәмиәтенә эйә булған ҙур юл; машина, кеше һ. б. йөрөү өсөн хеҙмәт иткән, даими рәүештә хәрәкәт барған ҙур юл. □ Большак, шоссе. ■ Мин килмешәк булып тыуманым, оло юлдың йотоп туҙанын. М. Кәрим. Оло юлда ер, бесәнлек — биниһая, ә тимер-томор юҡ. X. Ғиләжев. Төнгө тынлыҡта оло юл буйлап юртҡан ат тояғының тупылдауы оҙаҡ ҡына ишетелеп торҙо. М. Тажи. [Галип:] Районға машина йөрөймө? [Заман:] Оло юлға сыҡһаң, гөжләп тора. Ш. Бикҡол. Иҙелде аша сығып оло юлға төшкәс, иге-сиге куренмәгән ҡыйғыр ялан башланды. Ж. Кейекбаев. • Оло юлға улән уҫмәй. Әйтем. Оло юлда ла уҙ һуҡмағыңды һалып була. Әйтем.
2. Торлаҡ йорттар араһындағы машина менән үтерлек оло юл. □ Тракт. ■ Оло юлдан бер йәйәуле кеше тоҡсай артмаҡлап, талғын ғына атлап килә ине. Б. Бикбай. Бына оло юл, ул юл туп-тура Тимербайҙарҙың йортона тиклем бара. Ғ. Аллаяров.
3. Автомобилдәрҙең етеҙ йөрөшөн тәьмин итерлек ҙур юл. □ Большая дорога, автомагистраль. ■ Оло юл буйлап теҙелгән телефон бағаналары туҡтауһыҙ геуләй. Ш. Янбаев. [Мәғсум — Сергейға:] Ҡыҙҙар оло юл буйлап елдерәләр! А. Абдуллин.
4. кусм. Нәмәнең дә булһа үҫешендә, алға барышында төп йүнәлеш, маҡсатҡа ирешеүҙә дөрөҫ йүнәлеш. □ Путь, направление. ■ Телеграм бағанаһы оло юлға маяҡ
682