Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 681


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛОУ
ның шешеуе. ■ Олон буйы нервы тамырҙарының шешеуе радикулит тип атала. Экспедиция материалдарынан.
ОЛО ОРСОҠ (орсоғо) (Р.: сучильное веретено; И.: spindle; T.: iğ) и. диал.
Сирата торған орсоҡ; сиратыу орсоғо.
□ Сучильное веретено. Оло орсоҡ менән еп сиратыу. Оло орсоҡ менән дебет сиратыу.
ОЛОС (Р.: улус; И.: ulus; T.: ulus) и. тар.
Төрки-монгол халыҡтарының йәшәгән билдәле бер урыны. □ Улус. ■ Ҡайһы олос кешеһе һин, мырҙам? Төҫөң-ҡиәфәтең был яҡтарға оҡшамаған. Картотека фондынан. Һабанаҡ — 1865—1922 йылдарҙа Оло Ҡошсо олосо уҙәге булған. «Ватандаш», № 4, 2010. Үҙенең, кейәуе, туғаны Исәт менән Хоҙайна-зарҙың бергә баш булған ырыуы хәҙер ете мең тирмәнән ашыу уҙе бер оло олос. Ғ. Хөсәйенов.
ОЛО САБЫЙ (Р: юродивый; И.: God’s fool, holy fool; T.: meczup) и. диал.
Оло йәштәге аҡылға еңел, диуана кеше.
□ Юродивый. Оло сабый ҡысҡырып көлә. ■ Маннур — ауылдың оло сабыйы, берәугә лә зыяны теймәгән саф куңелле, йор һуҙле бер диуанаһы. Ф. Ғәлимов.
ОЛО СӨЙӘК (оло сөйәге) (Р: голень; И.: shin, shank; T.: baldır) и. анат. диал. ҡар. сираҡ.
Аяҡтың бәкәлдән тубыҡҡа тиклемге өлөшө. □ Голень. Оло сөйәге һыҙырылған.
ОЛО СУМҠА (Р: чомга; И.: great crested grebe; T.: bahri) и. зоол.
Өйрәктән бәләкәйерәк, яҡшы сумыусы, балыҡ, тәлмәрйен, һыу бөжәктәре менән туҡлана торған һыу ҡошо. □ Чомга (лат. Podiceps cristatus). ■ Оло сумҡа — киң генә таралған кусмә ҡош. Оло сумҡа ғумерен башлыса һыуҙа уткәрә, ерҙән атлап йөрөй алмай. Э. Ишбирҙин. Оло сумканы ҡиммәтле ҡорһаҡ һәм туш тиреһе өсөн аулайҙар. Интернет селтәренән.
ОЛО СЫСҠАН (Р: крыса; И.: rat; Т.: sıçan) и. зоол. диал. ҡар. ҡомаҡ.
Осло моронло, яланғас ҡытыршы оҙон ҡойроҡло, күкшел һоро төҫтәге шырт йөнлө, сысҡандан эре кимереүсе йәнлек; кыр-
ниса. □ Крыса (лат. Rattus noruegicus). Аҙбар тирәһенә оло сысҡандар эйәләшә башлаған.
ОЛО ТАМЫР (Р: сонная артерия; И.: carotid; T.: şahdamar) и. анат. диал.
Сикә һөйәгендәге эске йоҡо артерияһы. □ Сонная артерия. Оло тамыр һулҡылдай. Оло тамыры буртеп тора.
ОЛО ТЕЛ (Р: язык; И.: tongue; T.: dil) и. анат. диал.
Умыртҡалы йән эйәләренең һәм кешенең ауыҙы эсендәге мускул үҫендеһе рәүешендә булып, аҙыҡ сәйнәүгә, йотоуға булышлыҡ итә һәм уның тәмен билдәләй торған хәрәкәтсән оҙонса ағза. □ Язык. Оло телем боҙолған. Оло телен курһәтеп ирештерә. ■ Туйҙа булдым, ашағаным оло телгә йоҡманы, бәләкәй телгә етмәне. Әкиәттән.
ОЛО ТЕШ (Р: резец; И.: incisor, cutting tooth; T.: kesici diş) и. диал.
Алғы теш; ҡырҡҡыс теш. □ Резец. Оло теше алға сығыбыраҡ тора. ■ Оло теше килешле генә, йөҙө-ҡиәфәтенә матурлыҡ өҫтәп тора. «Йәншишмә», 30 июль 2011.
О Л ОТОУ (олот-) ҡ. йөкм. ҡар. олоу 1. понуд. от олоу 1. Этте олотоу.
ОЛО ТӘҢРЕ (Р: высшее божество; И.: superior deity; T: Tanrı) и. миф.
Башҡа тәңреләрҙән оло тәңре; Күк тәңре. □ Высшее божество. Оло тәңре ҡөҙрәте.
ОЛОУ (оло-) (Р: выть, завывать; И.: howl, whine; T: ulumak) ҡ.
1. һуҙып-һуҙып ҡысҡырыу (буре, эткә ҡарата). □ Выть, завывать (о собаке, волке). Эт олой. Урманда буре олой. ■ Сусак тау аҫтында буреләр олой. С. Кулибай. Буре өйөрөнөң айға ҡарап олоғанын улар көтмәҫтәр. Т. Искәндәрова. • Эт уҙ башына олор. Әйтем.
2. Бүре, эт олоғанға оҡшаш көслө, оҙон геүелдәгән тауыш сығарыу (ел, буранға ҡарата). □ Издавать звук, похожий на вой волка, собаки (о ветре, буране). Буран олой. Көҙгө ел олой. ■ [Ел] ҡоторона, ауыл өйҙәренең .. мөрйәләренә инеп ыжғыра, олой. Б. Хәсән.
681