ОЛОЛОҠЛАУ
мендә уҙенең ололоғон һаҡлап ҡала алды. Ғ. Ибраһимов. Бөтә ғумерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләугә бағышлаған кешеләрҙә уҙҙәренә генә хас матурлыҡ, ололоҡ бар. Ғ. Әбсәләмов. • Ололоғоң артҡан һайын кеселегең артһын. Әйтем.
ОЛОЛОҠЛАУ (ололоҡла-) (Р.: почитать, уважать; И.: honour, respect; T: saymak) ҡ.
Хөрмәт күрһәтеү, ихтирам итеү; ололау. □ Почитать, уважать. Ололоҡлап иҫән-ләшеу. Ололоҡлап баш эйеу. ■ Фатима — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡатыны Хәҙисәнән донъяға килгән кесе ҡыҙы. Фатиманы мосолмандар тәҡуәлек һәм сабырлыҡ, юғары әхлаҡ өлгөһө итеп ололоҡлай. «Ағиҙел», № 2, 2009. Сәхипгәрәй .. ҡул биреп мулла менән куреште лә, ололоҡлап, тургә саҡырҙы. И. Ғиззәтуллин. Тегеләр ошондай һый-хөрмәт ашағас, өҫтәуенә, вәзирҙән ҙур хөрмәт кургәс, ололоҡлап һәм ҡәҙерләп ҡабул иткәс, ағалары ғәжәпкә ҡалырҙар имде. «Ҡиссаи Йософ».
ОЛОЛОҠЛО (Р.: уважаемый, почитаемый; И.: respected, honorable; T: saygıdeğer) c.
Халыҡ алдында хөрмәтле; абруйлы. □ Уважаемый, почитаемый. Ололоҡло аҡһаҡал. Ололоҡло булыу. Ололоҡло сәнғәт эшмәкәре. ■ Сал кешеләй, сал ағас та — ололоҡло. Тере тарих кеуек курәм мин солоҡто. М. Уразаев.
ОЛО МЕЙЕС (Р: русская печь; И.: large stove; T.: soba) и. диал.
Икмәк һала торған мейес. □ Русская печь. Оло мейескә ут яғыу. Оло мейесте аҡлау. ■ Икмәк бешерә торған мейес оло мейес була инде. Экспедиция материалдарынан.
ОЛО МЕНДӘР (Р: перина; И.: feather bed; T.: kuş tüyü döşek) и. диал.
Ҙур итеп яһалған яҫтыҡ. □ Перина. Оло мендәрҙе ҡаҡҡылап, һуҡҡылап йомшартыу. Оло мендәр һалып йоҡлау. ■ Оло мендәргә көсөң етмәҫ, еңгәң йыйыштырыр урын-яҫтыҡты. М. Кәрим.
ОЛОН (Р: ствол дерева; И.: trunk, stem, bole; T: gövde) и.
1. Ағастың төп, үҙәк өлөшө; һабаҡ. □ Ствол дерева. Ҡарағай олоно. ■ Оло йәштәге шыршы уҫентеләрен кусереп ултыртҡанда, олон тирәләй бер метр аралыҡта тамырҙарҙы ер киҫәктәре менән бергә ҡаҙып алырға тәҡдим ителә. Ф. Мырҙаҡаев. Ағас төптәре, олондары эзбиз иретмәһе менән ағартыла. Башҡортостан календарынан. Чага — ҡайын һәм ерек олононда уҫеусе ҡара төҫтәге ҡытыршы тышлы бәшмәк. Интернет селтәренән. Ой алдымда уҫә ҡарт өйәңке, тамырҙарын тәрән ебәргән. Куп ямғырҙар уны йыуып уткән, олонона көн-төн ел бәргән. Р. Назаров.
2. Төрлө ҡорамалдың өлөштәрен тоташтырып торған үҙәге. □ Ось, стержень; подушка. Арба олоно. Һабан олоно.
3. Ҡауырһын ҡыҫтырырлыҡ оңғоһо булған уҡ һабағы. □ Лук с перьями (стрела с проушиной, куда вставляются перья). Һыҙма уҡ олоно.
4. диал. Оҙон һөлгөнөң биҙәкһеҙ урта өлөшө. □ Полотняная часть длинного узорного полотенца. Һөлгө олонон нағышламайҙар. Һөлгөнөң олоно, ғәҙәттә, биҙәк төшөрөлмәгән туҡыма була.
5. диал. Ҡашмау ҡойроғо; оңғо. □ Длинный неширокий наспинник в монетах, кораллах. Ҡашмау олонон биҙәу. Ҡашмау олоно мәрйен теҙелеп, тәңкә-сулпы баҫып эшләнә.
6. диал. Бысаҡ һ. б. ҡоралдың ағас һапҡа тыға торған өлөшө; һурпыс. □ Ручка чего-л. Бысаҡ олоно. Тире иләй торған ирәк олоно.
7. диал. Кеше умыртҡаһының 4-5 умыртҡанан торған түбәнге өлөшө; ҡойроҡ һөйәге; ҡоймос. □ Копчик. Олон һөйәге.
8. диал. Йыһан күсәре. □ Ось Вселенной. Йыһан олоно. Донъя олоно. ■ Ҡеше көслө. Ҡулда тота олонон ул был йыһандың. М. Кәрим.
ОЛОН БУЙЫ (Р: спинной мозг; И.: spinal marrow, spinal cord; T: omurilik) и. диал. ҡар. арҡа мейеһе.
Умыртҡа һөйәгенең эсендәге йомшаҡ матдә. □ Спинной мозг. Олон буйы ярыһы
680