Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 679


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ололоҡ
маяҡтарҙы нисек күсереп ҡуйыу тураһында уйлай ине. Ғ. Ғөбәй.
2. Оло йәштәгеләрсә, өлкәндәрсә. □ Как человек пожилого возраста; как человек, умудрённый опытом. Ололарса аҡыллы, тыныс, һалҡын ҡанлы булыу. Ололарса аҡрын ҡыймылдау. Ололарса эшлекле кәңәш биреү.
ОЛОЛАТА (Р.: по старшинству; И.: by seniority, by right of seniority; T: en büyüğü) р. диал.
Йәшенә (йәки дәрәжәһенә) ҡарап. □ По старшинству или по рангу. Ололата ауылда ул бабай ғына ҡалды инде. Ололата урындарға ултырышыу. ■ Ат егеп, Шәңгәрәйҙе тейәп алғас, Ғәләүетдин, ололата, Вәләүетдингә һүҙ ҡушты. Т. Ғарипова.
ОЛОЛАТЫУ (ололат-) (Р.: старить; И.: make old, make look old; T: ihtiyarlatmak) ҡ. диал.
Олоғайтыу, оло итеп күрһәтеү. □ Старить; показывать более взрослым кого-л. Кейеме ололатып күрһәтә. Мыйығы олола-тып тора.
ОЛОЛАУ (олола-) (Р: чтить, почитать, почтить кого-что', И.: honour, respect; T.: saymak) ҡ.
1. Тәрән ихтирам күрһәтеү, хөрмәтләү; ҙурлау, ололоҡлау, арҙаҡлау. □ Чтить, почитать, почтить кого-что. // Почтение, уважение. Ата-әсәне ололау. Һуғыш ветерандарын ололау. Икмәкте ололау. ■ Ололайым һеҙҙе, кешеләр! Тормошта һеҙ — аҫыл, бешеләр! Р Шаммас. Һеҙҙе гүзәл һәм яҡшы кешеләр булһын тип тәрбиә итеүсе мөғәллимәләрегеҙҙе ололағыҙ! Р. Фәхретдинов. Боронғолар, мәҡәлде ололап, уныц тормоштағы әһәмиәтен билдәләп, «Йөҙ күрке һаҡал, һүҙ күрке — мәҡәл», «Мәҡәлле һүҙ — аҡыллы һүҙ», тип әйтеп ҡалдырған. Ф. Нәҙершина. Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе, кеселәрҙе кеселәү — кешелектең билдәһе. Ҡобайырҙан. • Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде. Мәҡәл.
2. Маҡтап, ғорурланып иҫкә алыу; ололау, ололоҡлау; кеселеклелек күрһәтеп ихтирамлау. □ Почитать, проявлять уважение, относиться с уважением. // Почтение, уважение. Мәрхүмдәрҙе ололап иҫкә алыу.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ололау. ■ һәр бер бөйөк ил үҙенең үткәндәрен ололай. «Башҡортостан», 25 май 2011.
3. Тантаналы рәүештә хөрмәтләү; юғары баһалап, оло ихтирам күрһәтеү. □ Оказывать почести, честь. Ауыл хужалығы эшсәндәрен ололау. Яҙыусыны ололап юбилей кисәһе үткәреү. ■ Илем, халҡым, телем, тип янып йәшәгәнгә, халыҡ уҡытыусыһы исемен биреп халыҡ ололаны үҙемде. Экспедиция материалдарынан.
ОЛОЛО-КЕСЕЛЕ (Р: и стар и млад; И.: young and old alike; T: büyük küçük) с. йыйн.
1. Төрлө йәштә булған, оло һәм кесе йәштәрҙәге. □ И стар и млад. Ололо-кеселе апайҙар. Ололо-кеселе ағайҙар. ■ Иртәгеһенә Ғәйшә апайымдарҙың өйөндә ололо-кеселе ете-һигеҙ кеше ҡайнаша башланы: туйға әҙерләнеү мәшәҡәте ине был. Ф. Сәлимова.
2. Төрлө ҙурлыҡтағы (ҙур, уртаса, бәләкәй күләмле) булған. □ Разные по величине. Ололо-кеселе һауыттар. ■ Балаларҙың ҡулында еләк йыйырға тигән ололо-кеселе тырыздар, кәрзиндәр ине. «Ағиҙел», № 6,
2007.
ОЛОЛОҠ (ололоғо) (Р: старшинство; И.: seniority, precedence; T: hayli geçkin yaş) u.^
1. Йәш яғынан ҙур булғанлыҡ; өлкәнлек. □ Старшинство, преклонный возраст. Ололоғо йөҙөнә сыҡҡан. Ололоғон иҫәпкә алыу. ■ Ололоҡҡа күнмәҫ сабырһыҙҙар табиптарҙың өҙөр үҙәген. Э. Сәсәнбаева.
2. Эш-хеҙмәт йәһәтенән дәрәжәлелек, олпатлыҡ. □ Почтение, уважение. Ололоҡ хеҙмәт менән килә. Ололоҡ даулау. Ололоҡ бәҫе.
3. Күләм яғынан ҙурлыҡ. □ Величина, размер чего-л. Йорттоң ололоғо. ■ «Өйҙәренең ололоғо — иҫ китерлек. Беҙҙең ауылдың барлыҡ өйҙәрен бергә өйһәң дә уның ололоғона етмәй», — тип аптырап ҡайтҡан [бала] ҡаланан. Ф. Ғәлимов.
4. Дәрәжә, абруй; хөрмәткә, ихтирамға лайыҡлылыҡ; мәртәбәлелек. □ Авторитет, честь, почёт, величие. ■ Инде һаҡалы ап-аҡ булып, йәше етмешкә еткән ҡарт ил күлә
679