Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 678


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛО ҠАТЫН
Көйөшлө малдың ашҡаҙанындағы беренсе иң ҙур бүлек. □ Брюшина. Башмаҡтың оло ҡарынын һыу буйында йыуҙыҡ. Оло ҡарынды бушатып таҙартыу. Оло ҡарынды тоҙлап тапау.
ОЛО ҠАТЫН (Р.: первая жена полигамного мужчины; И.: first, elder wife; First Lady; T.: birinin birinci karısı) и. этн.
Ике йәки унан да күберәк ҡатын алған ирҙең тәүге ҡатыны. □ Первая жена полигамного мужчины. Оло ҡатынын эйәрткән. Оло ҡатыны уҙенән йәшерәк ахыры. М Мәулет бабайҙың оло ҡатыны Йәнбикә куҙҙәренә йоҡо төйөлмәгәнгәме, ҡарты янында мыштырлай ине. «Ағиҙел», № 4, 2010. Байҙың оло ҡатыны [Ғәбиҙә] — бик уҫал, ҡомһоҙ, янъялсы бисәкәй. И. Ғиззәтуллин.
ОЛОҠЛАУ (олоҡла-) (Р: почитать, уважать; И.: honour, respect; T.: saygı duymak) ҡ. диал. ҡар. ололау.
Хөрмәт күрһәтеү, ихтирам итеү. □ Почитать, уважать. Олоҡлап ҡаршы алыу. ■ Беҙҙә хәҙергә халыҡ яҡшы әле, ҡарттарҙы ла олоҡ-лайҙар. Экспедиция материалдарынан.
ОЛОҠЛО с. диал. ҡар. ололоҡло. Олоҡло аҡһаҡал. Олоҡло ҡунаҡ. • Улың булһа, олоҡло менән курше бул, ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән курше бул. Мәҡәл.
ОЛО ҠОҘА (Р: главный сват; И.: main matchmaker; T.: dünür) и. этн.
Өйләнешкән ҡыҙ менән егеттең йәки ир менән ҡатындың аталары йәиһә аталары урынына ҡалған ағаһы (бер-береһенә ҡарата)', төп ҡоҙа. □ Главный сват (отец жениха или невесты на свадьбе (по отношению друг к другу) или старший брат, заменяющий его). Беҙҙең оло ҡоҙабыҙ бик уҡымышлы кеше ине. ■ Ҡырҙан барған ҡоҙаларға, хуш аяғы тип, ҙур алдырға ҡымыҙ ҡойоп, оло ҡоҙанан башлап аяҡсылап эсерә башлайҙар. М. Буранғолов.
ОЛО ҠОҘАҒЫЙ (Р: главная сватья; И.: main affiancer; T.: dünür) и. этн.
Өйләнешкән ҡыҙ менән егеттең йәки ир менән ҡатындың әсәләре йәиһә әсәләре урынына ҡалған апаһы (бер-береһенә һәм башҡа туғандарына ҡарата)', төп ҡоҙағый. □ Главная сватья (мать жениха или
невесты на свадьбе или заменяющая её пожилая женщина). Килен оло ҡоҙағыйға оҡшаған. Оло ҡоҙағый туйға ныҡ әҙерләнгән. Оло ҡоҙағый бик тыныс кеше. ■ Оло ҡоҙағый туйҙа йәштәргә бик матур теләктәр теләй. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
ОЛО ҠОШ (Р: коршун; И.: (black) kite; T.: çaylak) и. зоол. диал. ҡар. төйлөгән.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, оҙон киң ҡанатлы, киң ҡойроҡло, ҡара көрән төҫлө йыртҡыс ҡош. □ Коршун (лат. Mil-vinae). Тәбиғәт бик ярлы хәҙер, оло ҡоштар ҙа куренмәй. ■ [Сысҡан батшаһы:] Ай, әттәгенәһе, ҡайҙа икән теге бәләкәй сысҡан? Әллә берәй бесәй тотоп ашағанмы, ҡәһәр һуҡҡырҙы? Әллә оло ҡош тибеп алып киткәнме? Әкиәттән. Куктә, бик бейектә ҡанаттарын йәйеп, оло ҡош әйләнеп йөрөй.
3. Биишева.
ОЛОЛАНЫУ (ололан-) (Р: стареть, становиться старым, пожилым; И.: grow old, advance in years; T.: yaşlanmak) ҡ. диал.
1. Оло йәшкә етеү, олоғайыу. □ Стареть, становиться старым, пожилым. Ололанып китеу. Куҙгә куренеп ололаныу.
2. кусм. Маһайыу, эреләнеү. □ Важничать, высокомерничать, зазнаваться. Ололанып маташыу. Ололаныуы бер ҙә килешмәй. ■ Берәуҙең бер ололанып, маһайып ҡына йөрөгән балаһы ине, хәҙер кикреге шиңде. «Киске Өфө», № 22,2011.
ОЛОЛАР АЯТЫ (Р: поминание предков; И.: forefathers’ wake; T.: anma yemeği) и. дини.
Ата-бабаларҙы иҫкә алып йәки улар рухына ҡорбан салып уҡытылған аят. □ Поминание предков; жертвоприношение в честь предков. Ололар аяты уҡытыу. Ололар аятына ҡорбан салыу. Ололар аятына аш бешереу.
ОЛОЛАРСА (Р: по-взрослому; И.: elders like; T.: büyükler gibi) р.
1. Оло кешеләр кеүек, оло кешеләргә хас булғанса. □ По-взрослому; как взрослый. Ололарса фекер йөрөтөу. Ололарса етди һөйләшеу. ■ Был ваҡытта Илһөйәр балаларса шатлана, ололарса фекер йөрөтә,
678