Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 677


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛО ҠАРЫН
1. Булдыра алмаҫлыҡ эшкә тотоноу. □ Браться (взяться) за непосильную работу Юҡҡа ғына оло кутәреп маташаһыц. ■ Ҡәҙиме өйҙә юҡ саҡта Дилбәр булдыра алмаҫлыҡ эштәрҙе лә тырыш, бөтмөр булыуы арҡаһында башҡарып сыға алды, ундайҙарҙы беҙҙә «оло кутәрҙе» тиҙәр. С. Яруллин.
2. кусм. Күпте үҙ әҫтәңә алыу. □ Много брать на себя. Оло кутәрмә, барыбер аңламаясаҡтар. Оло кутәреу изге ниәттән булһа ла, яҡшылыҡҡа алып бармай.
ОЛОҠ (олоғо) и. ҡит. ҡар. олуғ 1. Олоҡтар һөйләуенсә. Олоҡтар әйтмешләй. ■ [Ҡарамырҙа:] Кем дә кем хурлаһа олоҡтарҙы, башын сабып, донъяһын уртәр-мен. X. Ғәбитов. Олоҡто олаҡтырма, ниңә икәнен олоғайғас белерһең. Ғ. Садыҡов.
ОЛО ҠАБЫРҒА (Р.: ложное ребро; И.: false rib; T: yalancı kaburga) и.
Малдың күкрәк һөйәгенә тоташмаған, йомшаҡ итле 11—12-се ҡабырғалары. □ Ложное ребро. Оло ҡабырға итле була. Баҙарҙа оло ҡабырға һатып алырға теләуселәр кубәйҙе. ■ Көрәштә йығыусы батырға оло ҡабырға, йығылыусы батырға муйын һөйәге буләк итеп бирелә. М. Буранғолов.
ОЛО ҠАҘАН (Р: большой котёл; И.: big copper; T.: büyük kazan) и. диал. ҡар. ҙур ҡаҙан.
Аҫтына ут яғып, күп кешегә етерлек итеп аш-һыу әҙерләй торған йәйенке ауыҙлы, йомро төплө сөм һауыт. □ Большой котёл для приготовления пищи большой группе людей. Оло ҡаҙан аҫыу. ■ Таштан буралған усаҡ өҫтөндәге оло ҡаҙанда аш бешереп маташҡан ҡатын эҫегә тирләгән битен алъяпҡысы менән һыпырҙы. Я. Хамматов. • Оло ҡаҙанда ҡайнаған сей ҡалмаҫ. Әйтем.
ОЛО ҠАПҠА (Р: большие въездные ворота; И.: big entrance gate; T: büyük kapı) и. диал. ҡар. ҙур ҡапҡа.
Ат-арба менән инеп-сығып йөрөй торған урам яҡ ҡапҡаһы. □ Большие въездные ворота. Оло ҡапҡа эшләу. Оло ҡапҡаны
асыу. Оло ҡапҡа алдына бер машина килеп туҡтаны.
ОЛОҠАР (Р: снег, выпавший после первого снега; И.: the first snow; T.: ilk kardan sonra düşen kar) и. диал.
Тәүге ҡарҙан һуң яуған ҡар. □ Снег, выпавший после первого снега. Олоҡар быйыл бик оҙаҡ яумай торҙо. Олоҡар яумайынса ҡыш килмәй. ■ Былтыр ҡоҙалар олоҡарҙа сана егеп килгәйнеләр. Р. Солтангәрәева.
ОЛО-ҠАРА (Р: тяжёлый, большой; И.: ponderous; great; T.: ağır) с.
1. Ауыр, ҙур. □ Тяжёлый, большой. Оло -ҡара йөк тейәп килтерҙе. Оло-ҡара бесәйҙе кутәрә лә йөрөй.
2. Көслө, ҡаты. □ Громкий, сильный. Оло -ҡара тауыш. ■ Үҙе [эт] бәләкәй генә, ә тауышы оло-ҡара. «Тамаша», №6 2011. Иләу уҙәге Кыҙыл яр иһә оло-ҡара яуҙы көтөп, уҙ итеп тәкәлләфле ҡаршыланы. Ғ. Хөсәйенов.
3. Һан йәһәтенән күп булған, күп һанлы; күмәк. □ Многочисленный, большой. ■ Ҡоломбәттең оло-ҡара сиреуе йәйәуләнде, тирмәләр һәм ҡыуыштар ҡорорға кереште. Б. Рафиҡов.
4. Күләме, дәүмәле ҙур. □ Большой, огромный. ■ Әллә ҡайҙан маһайып, һеҙ кем дә мин кем, тип ултырған оло-ҡара донъя бер төн эсендә янып кумергә ҡалһынсы әле?! Т. Ғарипова. Барыһы ла серле әле уға [Алмасҡа]: ҡыҙҙарҙың йылмайып куҙ һир-пеуенән йөрәге тулай башлауы ла, әсәһенең йыш ҡына илап ултырыуы ла, төнгө ҡараңғынан ҡурҡыусы атаһының оло-ҡара илде ҡулында дер һелкетеп тота алыуы ла, бәғзе берәуҙәрҙең төн уртаһында ҡаса-боҫа Көнгәк тауы башына Сатраш йондоҙона табынырға барыуы ла. Б. Рафиҡов.
ОЛО ҠАРТА (Р: толстая кишка; И.: large intestine; T: kaim bağırsak) и. диал.
Йылҡы малының (майлы яғы эскә әйләндерелгән) туҡ эсәге. □ Толстая кишка (конская), вывернутая наизнанку (жиром вовнутрь). Оло карта йыуыу. Оло ҡарта бе-шереу. Оло ҡарта булеу.
ОЛО ҠАРЫН (Р: брюшина; И.: tummy; T: karmzarı) и. анат. диал.
677