ОЛО ЙОМА
итеу — кеселектең билдәһе, ата-әсәңде хөрмәтләү — кешелектең билдәһе. Мәҡәл.
ОЛО ЙОМА (Р.: пятница; И.: holy Friday; T.: Cuma) и. дини. диал. ҡар. йома.
Аҙнаның бишенсе көнө; изге көн. □ Пятница; мифологизированный праздничный день, в который запрещаются все виды работ. ■ Оло йомала иҙән, кер йыуырға ярамай. Оло йома көн үлгән — ожмахлы булған. Башҡортса дини календарҙан.
ОЛО ЙОМОШ (Р: большая нужда (о естественном отправлении)', И.: number two; T.: dışkı) и. һөйл.
Организмдың тура эсәк аша тиҙәк бүлеп сығарыу ихтыяжы. □ Большая нужда (о естественном отправлении). Оло йомош үтәп килеү. • Оло йомоштоң ояты юҡ. Әйтем.
ОЛО ЙӨРӘКЛЕ (Р: великодушный; И.: large-hearted; T.: yüce gönüllü) с.
Киң күңелле, бик кешелекле, изгелекле; ил хәстәрен, кеше ҡайғыһын үҙенекенән өҫтөн ҡуйған. □ Великодушный; человечный. Оло йөрәкле кешеләр бар бит ул беҙҙә.
■ Ауылдары уның бәләкәс тә, кешеләре оло йөрәкле. X. Назаров.
ОЛО ЙЫЛ (Р: старший, большой год; И.: kind of ritual holiday; T.: bayram töreni) и. этн.
Ирҙәр календары буйынса, йола байрамы. □ Старший, большой год (обрядовый праздник, ритуал по мужскому календарю).
■ Ун өс айҙан торған оло йылды ҡаршылап, борон байрам иткәндәр. Башҡортса дини календарҙан.
ОЛО ЙӘНЛЕ (Р: человечный; И.: humanity; T.: insanca) с.
Кешегә ярҙамсыл, мәрхәмәтле, шәфҡәтле. □ Человечный, отзывчивый. Оло йәнле ағай.
ОЛО ЙӘНЛЕЛЕК (йәнлелеге) (Р: человечность; И.: humaneness, humanity; T.: insanlık) и.
Кешегә ярҙамсыл, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булыу сифаты. □ Человечность; отзывчивость, доброта. Кешеләргә ҡарата оло йәнлелек күрһәтеү. Оло йәнлелеге менән айырылып тора.
ОЛО ЙӘШТӘГЕЛӘР (Р: люди пожилого возраста; И.: the old; T.: yaşlılar) и.
Оло йәшкә еткән кешеләр, ҡарттар.
□ Люди пожилого возраста. Оло йәштәгеләр көнө. Оло йәштәгеләр балаларының, яҡындарының иғтибарына мохтаж. ■ Оло йәштәгеләрҙең бөтәһе лә урмансы. Атайым улар араһында объездчик. Н. Мусин.
ОЛО КИЛЕН (Р: старшая сноха в семье или в роду; И.: first daughter-in-law; T.: ailedeki ilk gelin) и. диал.
Ғаиләләге йәки туған-тыумаса араһындағы йәшкә иң өлкән, тәүге килен. □ Старшая, первая сноха в семье или в роду. Оло килен килгән. Оло килен ҡайтҡан. ■ Оло килен үҙ дәрәжәһен белеп, унан һуң килен булып төшөүселәргә «килендәш» тип өндәшә. Экспедиция материалдарынан. [Сабира — Ташбулатҡа:] Һин киткәс тә, Шәрәп ҡарттың оло килене килгәйне. С. Агиш. • Оло килен ҡатаһы кесе киленгә ярамай. Әйтем.
ОЛО КИҪӘҮ (Р: кочерга большой печи; И.: rabble; T.: ateş kancası) и. диал.
Икмәк һала торған мейес тәртешкәһе.
□ Кочерга большой печи. Оло киҫәү тотоп алған. Оло киҫәү менән икмәк йөҙөн килтерергә мейес алдына күмер тартыу.
ОЛО КӨЙ (Р: протяжная песня; И.: long, plangent song; T.: türkü) и. диал. ҡар. оҙон көй.
Киң диапазонлы тауыш менән һуҙып йырланыла торған йыр. □ Протяжная песня. ■ Ауылда оло көй белеүселәр бик аҙ хәҙер. Экспедиция материалдарынан. Оҙон көйҙө халыҡ «оло көй», «боронғо йыр» тигән исемдәр менән атап йөрөтә. Картотека фондынан.
ОЛОКҮҘ (Р: глаза навыкате; И.: bulging eyes; T.: fırlak gözler) и. диал.
Ҙур булып, ағы күренеп торған күҙ; аҡыш күҙ, таҫыр күҙ. □ Глаза навыкате (глаза с большими белками). Олокүҙгә һөрмә тартыу килешә. Беҙҙең ҡонан — олокүҙ. ■ Бала өй эсендәге ҡазаны һиҙгән һымаҡ, унһыҙ ҙа таҫыр күҙҙәрен ҙур асып өндәшмәй ултырған олокүҙҙәргә ҡарап сыҡты. Ж. Кейекбаев.
ОЛО КҮТӘРЕҮ (оло күтәр-) (Р: браться (взяться) за непосильную работу; И.: take work beyond one’s strength; T.: birine gücünün üstünde bir mükellefiyet yüklemek) ҡ. диал.
676