Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 675


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЛО ИТЕҮ
әле. ■ [Гөлниса — Әлисәгә:] Олоғайып барған көнөцдә шуның шайы оло-ҡара юлға сығырға ни етмәгәндер һиңә, белмәйем. Т. Килмөхәмәтов. Олоғайып ҡына тапҡан балаһы, купме икән уларҙың йәш араһы? Г. Яҡупова. Олоғайып бара бит инде улы, кәләш әйттерергә уйламай ҙа был бай. Ф. Иҫәнғолов. • Йәш ваҡытта — хыял, олоғайғас — аҡыл алдан йөрөй. Мәҡәл.
2. Ололар сырайы инеү, ҡарттар төҫө алыу. □ Взрослить, старить, показывать более взрослым кого-л. (чем он есть на самом деле). Олоғайып китеу. Куҙгә куренеп олоғайыу. ■ Данияр шым ғына ингән дә йылмайып ҡарап тора, олоғайып килгән ата-әсәһенең былай ҡыланыуы уға ҡыҙыҡтыр. Г. Яҡупова. Ошонан һуң Әхәт олоғайғандай булды: ҡыш уҡыны, йәй көтөу көттө. Ә. Вахитов.
ОЛОҒОҘА (Р.: старший сват; И.: elder matchmaker; T.: yaşlı dünür) и. диал.
Башҡоҙанан да оло ҡоҙа; кейәүҙең йәки килендең атаһының йәки әсәһенең атаһы. □ Старший сват (старше главного свата). Олоғоҙаға урын биреу. Олоғоҙа ла килгән туйға. Олоғоҙаға айырым хөрмәт курһәтеу. Олоғоҙаны ололап йөрөтөу.
ОЛОҒО ЛАУ (олоғола-) (Р: чтить, уважать; И.: honor, respect; T.: saygı duymak) ҡ. диал.
Ололау, хөрмәтләү. □ Чтить, уважать. Шул тиклем олоғолап ҡаршы алдылар. Ҡоҙаларҙы олоғолап ҡаршы алдыҡ, олоғолап оҙаттыҡ.
ОЛОҒОУI (олок-) ҡ. диал. ҡар. эйәләшеү. Кешеләргә олоғоу. Ҡайны-ҡәйнәгә олоғоу. Әллә ҡайҙан килгән кешегә бындағыларға олоғоу ауырыраҡ.
ОЛОҒОУ II (олок-) ҡ. диал. ҡар. сирләү 1. Уйламағанда ҡаты сиргә олоғоу. Ҡайғынан олоғоу.
ОЛОҒОШ и.
1. ҡар. төйлөгән.
2. Бөрйән ырыуы башҡорттарының изге ҡошо. □ Коршун (родовая птица башкир-бу рзянцев). И Олоғош — бөрйән ыры
уы башҡорттарының изге ҡошо. Башҡорт мифологияһынан.
ОЛО ЕТЕГӘН (Р: Большая Медведица; И.: Charles’s Wain; T.: Büyükayı) и. астр, диал. ҡар. Етегән.
1. (баш хәреф менән) Төньяҡта сүмес һымаҡ урынлашҡан, ете яҡты йондоҙҙан торған, йыл буйы күренгән йондоҙлоҡ. □ Большая Медведица. ■ Оло Етегәндең алтын ижауы куренә. «Йәйғор», 30 июль 2011. Оло Етегән тигән ете йондоҙ өлкәрҙәрен ташлап китә алмай. Халыҡ йырынан.
2. (баш хәреф менән) миф. Етегән йондоҙо {Оло Етегән йондоҙоноң исемен башҡорттар дейеу пәрейенән ҡасып һауаға һикергән ете ҡыҙ менән, ике йылҡы малын ҡыуып барыусы ете буре һәм Алып батырҙың һауаға ырғытҡан ижауы (сумес) менән бәйләйҙәр). □ Большая Медведица (происхождение Большой Медведицы башкиры связывают с семью девушками, прыгнувшими на небо от преследования царя дэвов; с семью волками, догоняющими двух коней, а также с ковшом, брошенным в небо Алпом). Оло Етегән илаһи көскә эйә. ■ Оло Етегән йондоҙон ете тапҡыр әйтһәң, һауап була. Башҡорт мифологияһынан.
ОЛО ИНӘЙ (Р: старшая жена по отношению к детям от второй жены; И.: the senior of wives, First Lady; T: birinci karı; anne) и. этн.
Ике ҡатынлы ирҙең беренсе (оло) ҡатыны (икенсе кесе ҡатынынан тыуған балаларға ҡарата). □ Старшая жена по отношению к детям от второй жены. Оло инәй беҙгә бик иғтибарлы булды. ■ Минең Оло инәйем ошо әйләнеп торған донъяның уҙәге ул. Оло инәйем менән беҙгә урыҫ ҡапҡалы, ҡалай тубәле, бейек болдорло өйҙәрҙең дә, ергә һеңеп бөткән балсыҡ аласыҡтарҙың да ишектәре шар асыҡ. М. Кәрим.
ОЛО ИТЕҮ (оло ит-) (Р: уважать, почитать старших; И.: respect one’s elders, hallow; T: saygı göstermek) ҡ.
Өлкән кешеләргә кеселеклек күрһәтеү; хөрмәтләү, тәрән ихтирам күрһәтеү. □ Уважать, почитать старших. • Олоно оло ит, кесене кесе ит. Әйтем. Олкәндәрҙе оло
22*
675